Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Алтын” ултырғыс
Көслөнөкө – замана... Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында... Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай... Әшнәлек, коррупция кеүек күренештәр сәскә атҡанда, был халыҡ әйтемдәре бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай.


Дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендәге хәлдәр ҙә ошо һүҙҙәрҙе раҫлап ҡына тора. Ил етәкселегенең һәр нәмәлә сама белеүҙе талап итеп, затлы әйберҙәр һәм хеҙмәттәрҙе тыйып тороуына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер чиновниктарҙы матур йәшәүгә ынтылыуҙан һыуындырып булмай. Әле бында, әле тегендә эш мәнфәғәттәре өсөн ҡыйбатлы заказдар биреү дауам итә. Закон буйынса дәүләт һатып алыуҙары өлкәһендә төҙөлгән килешеүҙәр маҡсатҡа ярашлылыҡ принцибынан сығып тормошҡа ашырылырға бурыслы.
Бындай самаһыҙ шашыуҙы йәмәғәтселек вәкилдәре генә белеп ҡалып, шау-шыу ҡуптарып, туҡтатыуға өлгәшә. Ысынлап та, халыҡты йүнле-рәтле юлдар менән тәьмин итә алмағанда, ни эшләп етәкселек шулар буйлап елдерер өсөн ҡиммәтле машина талап итергә тейеш әле? Был осраҡта иң яҡшыһы “Ауди”, “Мерседес” түгел, ә һәр төрлө батҡаҡтан да еңел үтеп йөрөгән үҙебеҙҙең “Нива” түгелме? Тик ниңәлер уны мөрхәтһенмәй, сит ил маркалыларына ынтылалар.
Яңыраҡ илдең Орел өлкәһендә лә низағ сыҡты. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары төбәк хакимиәтенең затлы мебель йыһазына заказ биргәнен белеп ҡалған. Дәүләт һатып алыуҙары сайтында ошо хаҡта белдереү бирелгән булған. Унда 19 ултырғыс һәм дүрт кресло кәрәклеге тураһында әйтелгән. Аптырайһы ла түгел кеүек. Әммә заказға башланғыс хаҡ 1 миллион 250 мең һум менән бәйәләнеп, иң осһоҙ бер ултырғыс 37 меңгә төшә икән. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: ултырғыстар – 120, креслолар 140 килограмм ауырлыҡты күтәрергә тейеш тип билдәләнгән. Ә ни өсөн тап шулай? Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре кәүҙәгә шул хәтлем ауыр тартамы? Шундай яуаплы эштә кешегә, киреһенсә, ябығыу янарға тейеш түгелме?
Бәлки, Орел өлкәһе етәкселегенә Ленинград өлкәһе чиновнигы Виталий Овла­ховскийҙан өлгө алырғалыр? Дәүләт аҡ­саһына шул хәтлем ҡыйбатлы ултырғыстар һатып алмаҫтар һәм һаулыҡтарын да яҡшыртырҙар ине. Былтыр был ауыл би­ләмәһе хакимиәте башлығы өлкәләге 7 мең 800 һумлыҡ йәшәү минимумына көн итеп ҡарарға була. Үҙенә күрә һынау үткәрә. Сер түгел, төрлө төбәктәрҙә был күрһәткес бер-береһенән саҡ ҡына айырылһа ла, илдәге байтаҡ кеше шул ете-һигеҙ мең һумға йәшәй ҙә инде.
Һөҙөмтә нисек булғанмы? Иң осһоҙ аҙыҡ-түлек һатып алыуына ҡарамаҫтан, тәжрибә үткәреүсе бер айға иҫәпләнгән аҡсаны егерме көндә үк бөтөргән. Ә бит тағы ла торлаҡ-коммуналь түләүҙәр, хужалыҡ кәрәк-ярағы, кейем-һалымға ла сығымдар бар. Ошо урында чиновник бындай ыҙаланыуҙарҙы туҡтатыр ҙа ине. Әммә, сәмләнеп, эште аҙағына тиклем еткерергә теләгән. Ярай әле дуҫтары ярҙамға килгән: улар менән бергә балыҡҡа йөрөп, артабан шул йылға-күл ризығы менән туҡланған. Маҡсатына ирешеүен-ирешкән ул, ләкин бер ай эсендә 140-тан 108 килограмғаса ябыҡҡан. Орел чиновниктарының да артыҡ кәүҙә ауырлығына бәйле мәсьәләһен ошо ысул хәл итер ине...
Ә бит Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге хәбәр итеүенсә, халыҡтың 19 проценты ғына ил тормошондағы иң ауыр ваҡыттар артта ҡалды, 21 проценты әлеге мәл шундай осор тип һанай. 51 проценты иһә, иң ҡыйыны алда әле, тип яуап биргән. Быны кешеләрҙең сығымдарҙы экономиялап, аҡса запасы туплауҙары ла иҫбатлай. Илдең иҡтисади үҫеш министрлығында белдереүҙәренсә, күпселек халыҡ һаҡсыл ҡулланыу моделенә күскән. Улар килемдәренең 15,7 процентын ошо маҡсатта файҙалана икән. Шулай булғас, бөтәһенә лә, шул иҫәптән Орел чиновниктарына ла, билде биштән быуырға кәрәктер. Шул уҡ ваҡытта “Левада-үҙәк” үткәргән тикшереүҙәр граждандарҙың 17 проценты ғына киҫкен мәлдә ил һаҡларға күтәрелергә әҙер булыуын белдергән. Әлбиттә, бында төп сәбәп социаль тигеҙһеҙлектә. Кемдең затлы кәнәфиҙә ултырып, балда-майҙа йөҙгән, офшор төбәктәрендә йәшергән миллиардтары булған әфәнделәр мәнфәғәтен яҡлағыһы килһен?!
Һуңғы йылдарҙа етәкселек сығымдарҙы кәметеү, ҡаҙнаға керемде арттырыу юлдарын эҙләй: пландағы хаҡлы ялға китеү йәшен оҙайтыу, киләсәк пенсияһын кешенең үҙенән туплауҙы талап итеү (был маҡсатта айлыҡ эш хаҡының бер процентын күсереп барыу тәҡдим ителә), күсемһеҙ милеккә һалымды арттырыу һәм башҡалар... Әлбиттә, былар – ирекһеҙҙән уйланылған саралар, сөнки көрсөк, санкциялар арҡаһында ҡаҙна бүҫкәргәндән-бүҫкәрә.
Ҡайһы саҡта бәғзе бер депутаттар, чиновниктар бөтөнләй туҙға яҙмаған тәҡдимдәр ҙә индереп ҡуя. Мәҫәлән, урманға пикникка сыҡҡан өсөн, Интернетта китап уҡыған, фильмдар ҡараған, музыка тыңлаған өсөн айырым йыллыҡ түләү индереү, эшләмәй ятҡандарҙан һалым түләтеү... Тәүгеләрен тикшереп тә тормай, иғтибарҙы һуңғыһына ғына йүнәлткәндә лә, бөтөнләй тир түгергә яратмағандар рәтенә рәсми теркәлмәй генә табыш алыусылар ҙа инәсәген нисек иҫәпкә алырҙар икән? Ә бит ул кешеләр сараһыҙҙан шулай эшләй. Был – уларҙың түгел, ә эш биреүсенең бәләһе. 30 проценты “күләгәлә” булған ил иҡтисадын көйләр урынға, ябай эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәрҙе язаға тарттырыу дөрөҫ булырмы?
Ә ниңә ҡаҙна аҡсаһын әләф-тәләф итмәү маҡсатында шул уҡ чиновниктарҙың кәүҙә ауырлығына һалым индермәҫкә? Ысынлап та, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап көнө-төнө хеҙмәт иткән кешегә был бәлә янарға ла тейеш түгел бит. Ул сағында, Орел чиновниктарыныҡы кеүек, 120-140 килограмды күтәргән 37 мең һумлыҡ ултырғысҡа ихтыяж да ҡалмаясаҡ.



Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә