Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы...
 Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы... Был төбәктә йәшәгәндәргә Хоҙай үҙе йылҡы тоторға насип иткән. Әйтерһең, шуның өсөн генә ожмахҡа тиң тәбиғәттең барса ҡиммәтен бер усҡа туплаған: текә тауҙар теҙмәһен, көмөш тәңкәләй күлдәрен, ҡуйы урмандарын, сәхрә болондарын. Ҡыш буйына лавка ҡымыҙын татып, әсегәндәренән ойоп йөрөгәндән һуң ошо хәтфәләрҙең үләнен утлаған бейәләрҙең яңы һауылған һөтөнән бешкәне-е-е...
Ҡуй, илерткес эсемлектең һулап туймаҫлыҡ хуш еҫен дә, тәмен дә әлегә тиклем береһе лә әйтеп биргәне юҡ. Аҙапланмайыҡ. Тик анау һыртҡа күтәреләйек тә “Юлдаш”ҡа юл тотайыҡ. Унан инде ысын мәғәнәһендә тирә-яҡҡа шаршау асыла: тәбиғәт ҡосағында йылҡы өйөрҙәре йөрөй, күл буйында бейә һауыусыларҙың өй, аласыҡтары күренә.
Ә бит ҡасан ғына...

– Бынан ун биш йылдар элек эш баш­ланыҡ, – ти яуап­лылығы сиклән­гән йәм­ғиәт директоры Ғәли Сибәғә­тул­лин. – Тәүҙә йөҙ баш атты ҡур­тым­ға биргәй­неләр. Кредит юллап, һуңы­нан уларҙы һатып алдыҡ. Бөгөн ҡолонда­ры менән бергә ете йөҙгә етәләр...
Йәмғиәттең дүрт меңгә яҡын ере бар. Шуларҙың өс меңләбе көтөүлек менән сабынлыҡ булһа, мең ярымы һөрөнтө һанала. Йылҡы өсөн барыһы ла сәселә бында. Һәр хәлдә үҙҙәренә мал аҙығы тулыһынса етә. Тағы шуны­һын да әйтеү мөһим: ауыл хужалығында бер тармаҡты алып барып ҡына йәшәп булмай. Береһе икенсеһенең сығымдарын ҡапларға, табыш килтерергә тейеш.
 Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы...“Юлдаш” хужалығы бөгөн йылҡы­сылыҡ буйынса тоҡом­солоҡ заводы ла булып тора. Ҡырсылыҡтан күп йыл­лыҡ үләндәрҙең, бөртөклө культу­раларҙың элита орлоҡтарын үҫте­рә­ләр. Ата-баба һөнәре­нән умарта­сы­лыҡты ла таш­ламағандар. Бөгөн йөҙҙән ашыу бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә. Шуға бал биреүсе күп йыллыҡ үләндәр ҙә сәселә.
Ғәли Сибәғәтуллиндың ойоштороу һәләтен билдәлә­мәйенсә үтеү гонаһ булыр ине. Әлбиттә, тәбиғәт­тән би­рел­гәненә тырышлыҡ­ты, ғү­мер буйы йыйған тәжрибәне, кеше­ләрҙе аңла­уын да өҫтәр­гә кәрәктер. Хеҙмәт юлын уҙған быуаттың 1974 йылында колхозда баш инженер булып башлап, һигеҙ йыл үткәс, “Совет”, Ленин исемен­дәге кол­хоз­дарға етәкселек итә. 2005 йылда “Юлдаш” хужалығын ойоштора.
Ғәли ағай төшөнкөлөккә бирелә торған кеше түгел. Хатта яғыулыҡҡа хаҡтың юғары булыуын да, башҡа баҙар шарттары ауырлы­ғын да юмор аша һөйләй:
 Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы...– Бер кредитты ҡаплайбыҙ ҙа яңы­нан алабыҙ. Кредит проценттары, яғыулыҡ, электр энергияһы хаҡы юғары, тик ауыл хужалығы продук­ция­һына ғына үҙҡиммәтенән әллә ни артыҡ түгел. Шуға мин ғо­рурла­нам – всү-тәки иҡтисад­тың ошо өлкәләрен алға ебә­реп ятыла, һуңғы һулыштан тырышып...
Йор һүҙле, күңел төшөнкө­лөгөнә бирелмәҫ етәксенең ҡул аҫтында эшләгән малсылары, игенселәре лә һыр бирмәй. Лилиә Сәғәҙә­тованың заманса барлыҡ технология­ларҙы ҡулланып етештергән ҡымыҙы ғына ла ни тора! Бейә һауыусы Рәй­хана Исхаҡова, ат ҡараусы Фәлих Хәмбә­лиев, механиза­торҙар Фәнүс Шәйәх­мәтов, Салауат Әхмәҙиев, сәсеү агрегатын хеҙмәт­лән­дереүсе Илдар Мәхә­мәтов, бар эш­тәрҙе ойоштороу­сы Искәндәр Туҡтанов­тарҙы атап үтеп, исемлекте артабан да дауам итергә булыр ине.
Һүҙ аҙағында тағы ла шуны өҫтәге килә: “Юлдаш”та йыл­ҡы­сылыҡты үҫтереүгә, унан табыш алыуға ныҡлы аҙым яһалған. Тотош районда был тармаҡҡа иғтибар ҙур. Ауыл хужа­лы­ғы бүлеге начальнигы урынбаҫа­ры Артур Туҡтыбаев әйтеүенсә, әлеге көндә бар­лығы биш меңдән ашыу баш ат иҫәпләнә. Ҡымыҙ етеште­реү ҙә арта. Шуныһы ҡыуа­ныслы: шәхси ярҙамсыл хужа­лыҡтар уға ныҡлы тотонған.





Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ. Район: Учалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә