Был төбәктә йәшәгәндәргә Хоҙай үҙе йылҡы тоторға насип иткән. Әйтерһең, шуның өсөн генә ожмахҡа тиң тәбиғәттең барса ҡиммәтен бер усҡа туплаған: текә тауҙар теҙмәһен, көмөш тәңкәләй күлдәрен, ҡуйы урмандарын, сәхрә болондарын. Ҡыш буйына лавка ҡымыҙын татып, әсегәндәренән ойоп йөрөгәндән һуң ошо хәтфәләрҙең үләнен утлаған бейәләрҙең яңы һауылған һөтөнән бешкәне-е-е...
Ҡуй, илерткес эсемлектең һулап туймаҫлыҡ хуш еҫен дә, тәмен дә әлегә тиклем береһе лә әйтеп биргәне юҡ. Аҙапланмайыҡ. Тик анау һыртҡа күтәреләйек тә “Юлдаш”ҡа юл тотайыҡ. Унан инде ысын мәғәнәһендә тирә-яҡҡа шаршау асыла: тәбиғәт ҡосағында йылҡы өйөрҙәре йөрөй, күл буйында бейә һауыусыларҙың өй, аласыҡтары күренә.
Ә бит ҡасан ғына...– Бынан ун биш йылдар элек эш башланыҡ, – ти яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Ғәли Сибәғәтуллин. – Тәүҙә йөҙ баш атты ҡуртымға биргәйнеләр. Кредит юллап, һуңынан уларҙы һатып алдыҡ. Бөгөн ҡолондары менән бергә ете йөҙгә етәләр...
Йәмғиәттең дүрт меңгә яҡын ере бар. Шуларҙың өс меңләбе көтөүлек менән сабынлыҡ булһа, мең ярымы һөрөнтө һанала. Йылҡы өсөн барыһы ла сәселә бында. Һәр хәлдә үҙҙәренә мал аҙығы тулыһынса етә. Тағы шуныһын да әйтеү мөһим: ауыл хужалығында бер тармаҡты алып барып ҡына йәшәп булмай. Береһе икенсеһенең сығымдарын ҡапларға, табыш килтерергә тейеш.
“Юлдаш” хужалығы бөгөн йылҡысылыҡ буйынса тоҡомсолоҡ заводы ла булып тора. Ҡырсылыҡтан күп йыллыҡ үләндәрҙең, бөртөклө культураларҙың элита орлоҡтарын үҫтерәләр. Ата-баба һөнәренән умартасылыҡты ла ташламағандар. Бөгөн йөҙҙән ашыу бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә. Шуға бал биреүсе күп йыллыҡ үләндәр ҙә сәселә.
Ғәли Сибәғәтуллиндың ойоштороу һәләтен билдәләмәйенсә үтеү гонаһ булыр ине. Әлбиттә, тәбиғәттән бирелгәненә тырышлыҡты, ғүмер буйы йыйған тәжрибәне, кешеләрҙе аңлауын да өҫтәргә кәрәктер. Хеҙмәт юлын уҙған быуаттың 1974 йылында колхозда баш инженер булып башлап, һигеҙ йыл үткәс, “Совет”, Ленин исемендәге колхоздарға етәкселек итә. 2005 йылда “Юлдаш” хужалығын ойоштора.
Ғәли ағай төшөнкөлөккә бирелә торған кеше түгел. Хатта яғыулыҡҡа хаҡтың юғары булыуын да, башҡа баҙар шарттары ауырлығын да юмор аша һөйләй:
– Бер кредитты ҡаплайбыҙ ҙа яңынан алабыҙ. Кредит проценттары, яғыулыҡ, электр энергияһы хаҡы юғары, тик ауыл хужалығы продукцияһына ғына үҙҡиммәтенән әллә ни артыҡ түгел. Шуға мин ғорурланам – всү-тәки иҡтисадтың ошо өлкәләрен алға ебәреп ятыла, һуңғы һулыштан тырышып...
Йор һүҙле, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ етәксенең ҡул аҫтында эшләгән малсылары, игенселәре лә һыр бирмәй. Лилиә Сәғәҙәтованың заманса барлыҡ технологияларҙы ҡулланып етештергән ҡымыҙы ғына ла ни тора! Бейә һауыусы Рәйхана Исхаҡова, ат ҡараусы Фәлих Хәмбәлиев, механизаторҙар Фәнүс Шәйәхмәтов, Салауат Әхмәҙиев, сәсеү агрегатын хеҙмәтләндереүсе Илдар Мәхәмәтов, бар эштәрҙе ойоштороусы Искәндәр Туҡтановтарҙы атап үтеп, исемлекте артабан да дауам итергә булыр ине.
Һүҙ аҙағында тағы ла шуны өҫтәге килә: “Юлдаш”та йылҡысылыҡты үҫтереүгә, унан табыш алыуға ныҡлы аҙым яһалған. Тотош районда был тармаҡҡа иғтибар ҙур. Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы урынбаҫары Артур Туҡтыбаев әйтеүенсә, әлеге көндә барлығы биш меңдән ашыу баш ат иҫәпләнә. Ҡымыҙ етештереү ҙә арта. Шуныһы ҡыуаныслы: шәхси ярҙамсыл хужалыҡтар уға ныҡлы тотонған.