Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәбиғәт байлығын да, халыҡты ла ҡәҙерләйҙәр
Тәбиғәт байлығын да,  халыҡты ла ҡәҙерләйҙәр Һыу – йәшәү сығанағы, уның халыҡ хужалығы өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тәбиғи байлыҡты белеп файҙаланыу, юғары сифатын һаҡлау, был йүнәлештә заманса объекттар төҙөү көнүҙәк социаль-иҡтисади бурыс булып тора. Саҡмағош һыу менән тәьмин итеү предприятиеһының эшмәкәрлеге тап шул мөһим маҡсатҡа йүнәлтелгән.


Районда элек-электән һыу ҡәҙерен беләләр. Был төбәктең үҙенсәлегенән дә, халыҡтың йүн­селлегенән дә киләлер, моғайын. Әлеге предприятие үт­кән быуаттың 70-се йылдарында торлаҡ-коммуналь пред­прия­тиеһы һәм төҙөклән­дереү комбинаты база­һында ойошторола. Эш 16 километр оҙон­лоҡтағы һыу үткәргестән башлана. Бөгөн инде ойошма – райондың өстән бер өлөшөн хеҙмәтләндергән ҡеүәтле предприятие. Коллектив ер тәрән­лек­тәренән һыу сығарып, сел­тәр­ҙәр аша ҡулланыусыларға еткерә, тышҡы ҡоролмалар һу­ҙа, ремонтлай, яңы төҙөлгән һыу үткәргестәрҙе һәм объект­тарҙы дөйөм селтәргә тоташ­тырыуға техник шарттарҙы раҫлай, ағынтыны сығара.
Предприятие туғыҙ артезиан сква­жинаһын берләштергән ике һыу йый­ғысты файҙалана. Йәнә Саҡмағош ауылы билә­мәһендәге 12 скважинаны, 69 километрға яҡын оҙонлоҡтағы селтәрҙе, 86 колонканы хеҙ­мәт­ләндерәләр. Шул рә­үешле Саҡмағош һәм Иҫке Ҡалмаш ауылдары халҡы һәм ундағы предприятиелар тәбиғи эсемлек менән тәьмин ителә. Бынан тыш, Көҫәкәй, Аблай, Яңы Балтас ауылдары урамдарындағы 30 километрға яҡын һыу үткәргестәр ҙә ошо ойошма ҡарамағында. Күре­неүенсә, эшмәкәрлек даирәһе ифрат киң. Шулай ҙа 40-лап кешенән генә торған коллектив бирешмәй, булдыҡлылығы менән алдыра.
Һыу стратегик әһәмиәткә эйә. Шуға ла предприятиела талаптар ныҡ юғары. Һыу запасын тотороҡло файҙаланыу һәм экологияны һаҡ­лау өсөн ҙур тырышлыҡ һалына. Сел­тәрҙәрҙе яңыртыу буйынса ет­ди эш алып барыла. Мәҫә­лән, үткән йылда һыу үткәр­гестәрҙе рекон­струк­циялауҙы һәм халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт­тәр­ҙе лә иҫәпкә алғанда, бар­лығы 16,8 миллион һумдан ашыу суммаға эш башҡа­рылған. Сел­тәр­ҙәрҙе яңыр­тыуҙа заманса йыһаздар һәм технологиялар ҡулланыла. Әлегәсә файҙаланылғандарын коррозияға сыҙам полипропилен торбаларға алмаштыралар. Һыу йыйыу башнялары, сква­жиналар һәм һыу бүлеү ҡойолары бөгөнгө техник һәм технологик талаптарҙан, хә­үеф­һеҙлек ҡағиҙәләренән сы­ғып йыһазландырыла. Скважиналар тирәһендә санитар һаҡлау зоналары булды­рылған.
Бөгөнгө шарттарҙа ресурс­тарҙы һаҡсыл файҙаланыу мөһим. Ҡулланыусылар хәҙер үҙҙәре лә ошо талап менән иҫәпләшә, күптәр һыу иҫәпләү приборҙары урынлаштыра. Иҡтисади талаптар ресурс­тарҙы һаҡсыл файҙаланыуҙы, шулай уҡ хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләүҙе тәьмин итә.
Предприятиеның техник паркы ҙур һәм йылдан-йыл яңыра. Әйтә­йек, һуңғы осорҙа ғына ул ҡеүәтле “Комоцу” мини-экскаваторҙары һәм башҡа төр заманса техника иҫәбенә тулыланған. Бындай яңырыу хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә, ремонт, төҙөлөш-монтаж эштәрен тиҙ юғары сифатлы башҡарыуға бу­лыш­лыҡ итә. Шуға ла заказсылар уларға өҫтөнлөк бирә. Иң мөһиме – коллективтың тынғыһыҙ, тырыш хеҙмәте халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә юл аса. Бында һыу үҙенең тәме һәм химик, микробиологик үҙенсәлектәре буйынса бөтә талаптарға тура килә. Сифатына даими рәүештә лаборатор анализдар үткәрелеп тора.
Коллективҡа тәжрибәле, талапсан ойоштороусы Фән Гөлөмов етәк­селек итә. Ул бер үк ваҡытта хеҙ­мәткәрҙәргә уңайлы эш шарттары булдырыу, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу хаҡында ла хәс­тәрлек күрә. Ғөмүмән, коллективта тәбиғәт байлығы ла, халыҡ та ҡәҙерләнә.




Автор: Ғ. ХӘБИРОВ. Район: Саҡмағош районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә