Һыу – йәшәү сығанағы, уның халыҡ хужалығы өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тәбиғи байлыҡты белеп файҙаланыу, юғары сифатын һаҡлау, был йүнәлештә заманса объекттар төҙөү көнүҙәк социаль-иҡтисади бурыс булып тора. Саҡмағош һыу менән тәьмин итеү предприятиеһының эшмәкәрлеге тап шул мөһим маҡсатҡа йүнәлтелгән.Районда элек-электән һыу ҡәҙерен беләләр. Был төбәктең үҙенсәлегенән дә, халыҡтың йүнселлегенән дә киләлер, моғайын. Әлеге предприятие үткән быуаттың 70-се йылдарында торлаҡ-коммуналь предприятиеһы һәм төҙөкләндереү комбинаты базаһында ойошторола. Эш 16 километр оҙонлоҡтағы һыу үткәргестән башлана. Бөгөн инде ойошма – райондың өстән бер өлөшөн хеҙмәтләндергән ҡеүәтле предприятие. Коллектив ер тәрәнлектәренән һыу сығарып, селтәрҙәр аша ҡулланыусыларға еткерә, тышҡы ҡоролмалар һуҙа, ремонтлай, яңы төҙөлгән һыу үткәргестәрҙе һәм объекттарҙы дөйөм селтәргә тоташтырыуға техник шарттарҙы раҫлай, ағынтыны сығара.
Предприятие туғыҙ артезиан скважинаһын берләштергән ике һыу йыйғысты файҙалана. Йәнә Саҡмағош ауылы биләмәһендәге 12 скважинаны, 69 километрға яҡын оҙонлоҡтағы селтәрҙе, 86 колонканы хеҙмәтләндерәләр. Шул рәүешле Саҡмағош һәм Иҫке Ҡалмаш ауылдары халҡы һәм ундағы предприятиелар тәбиғи эсемлек менән тәьмин ителә. Бынан тыш, Көҫәкәй, Аблай, Яңы Балтас ауылдары урамдарындағы 30 километрға яҡын һыу үткәргестәр ҙә ошо ойошма ҡарамағында. Күренеүенсә, эшмәкәрлек даирәһе ифрат киң. Шулай ҙа 40-лап кешенән генә торған коллектив бирешмәй, булдыҡлылығы менән алдыра.
Һыу стратегик әһәмиәткә эйә. Шуға ла предприятиела талаптар ныҡ юғары. Һыу запасын тотороҡло файҙаланыу һәм экологияны һаҡлау өсөн ҙур тырышлыҡ һалына. Селтәрҙәрҙе яңыртыу буйынса етди эш алып барыла. Мәҫәлән, үткән йылда һыу үткәргестәрҙе реконструкциялауҙы һәм халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе лә иҫәпкә алғанда, барлығы 16,8 миллион һумдан ашыу суммаға эш башҡарылған. Селтәрҙәрҙе яңыртыуҙа заманса йыһаздар һәм технологиялар ҡулланыла. Әлегәсә файҙаланылғандарын коррозияға сыҙам полипропилен торбаларға алмаштыралар. Һыу йыйыу башнялары, скважиналар һәм һыу бүлеү ҡойолары бөгөнгө техник һәм технологик талаптарҙан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренән сығып йыһазландырыла. Скважиналар тирәһендә санитар һаҡлау зоналары булдырылған.
Бөгөнгө шарттарҙа ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу мөһим. Ҡулланыусылар хәҙер үҙҙәре лә ошо талап менән иҫәпләшә, күптәр һыу иҫәпләү приборҙары урынлаштыра. Иҡтисади талаптар ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыуҙы, шулай уҡ хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләүҙе тәьмин итә.
Предприятиеның техник паркы ҙур һәм йылдан-йыл яңыра. Әйтәйек, һуңғы осорҙа ғына ул ҡеүәтле “Комоцу” мини-экскаваторҙары һәм башҡа төр заманса техника иҫәбенә тулыланған. Бындай яңырыу хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә, ремонт, төҙөлөш-монтаж эштәрен тиҙ юғары сифатлы башҡарыуға булышлыҡ итә. Шуға ла заказсылар уларға өҫтөнлөк бирә. Иң мөһиме – коллективтың тынғыһыҙ, тырыш хеҙмәте халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә юл аса. Бында һыу үҙенең тәме һәм химик, микробиологик үҙенсәлектәре буйынса бөтә талаптарға тура килә. Сифатына даими рәүештә лаборатор анализдар үткәрелеп тора.
Коллективҡа тәжрибәле, талапсан ойоштороусы Фән Гөлөмов етәкселек итә. Ул бер үк ваҡытта хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эш шарттары булдырыу, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу хаҡында ла хәстәрлек күрә. Ғөмүмән, коллективта тәбиғәт байлығы ла, халыҡ та ҡәҙерләнә.