“Һәр халыҡ арҙаҡлы шәхестәре менән ғорурлана. Улар – тарихи ареналағы, кешелек донъяһындағы визит карточкаһы. XIX быуатта Башҡортостандағы мәғрифәтселек хәрәкәтенең алғы һыҙығында барған Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев – башҡорт халҡының шундай арҙаҡлы улдарының береһе”, – тип яҙҙы күренекле ғалим, әҙәбиәтсе Ғиниәт Ҡунафин.
Әйтер һүҙҙәр әле барҙыр Ысынлап та, мәғрифәт, мәҙәниәт кеүек өлкәләргә күҙ ташлаһаң, олуғ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың баҙыҡ һыны, тәрән аҡылы, шәхес юғарылығы, ватансыллығы тағы ла сағыуыраҡ балҡып киткәндәй. Уның яҡташы, киң билдәле ғалим, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың Ҡырмыҫҡалы районындағы Ибраһим ауылы халҡы алдында һөйләгән һүҙҙәре иҫкә төштө: “Мин, БДУ-ның тарих-филология факультетын тамамларға йөрөгән студент, диплом эше темаһы итеп алып, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ғилми, әҙәби һәм ижтимағи хеҙмәтен тикшерергә булдым. 1966 йылда ауылдаштар менән осрашып, ошо ниәтем менән уртаҡлаштым, ғалимдың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы киң билдәләү кәрәклеген билдәләнем. Был ваҡытта Өмөтбаевты күреп-белгән Фәтхетдин Мөхәмәтйәнов, Мөхәмәт Шайморатов, Ғәлимйән Байбулатов кеүек ауыл ҡарттары иҫән ине. “Юҡ менән булма, Тимер! Ул бит байҙар, муллалар нәҫеленән”, – тине аҡһаҡалдар бер тауыштан. Өлкәндәргә данлыҡлы ауылдашыбыҙҙың ғилми эшмәкәрлеге, шиғриәте, тотош ил, башҡорт халҡы мәнфәғәтендә башҡарған ижтимағи-сәйәси хеҙмәте тураһында ентекле һөйләп бирҙем. “Сәлим бабайҙың кемлеген аныҡ ҡына белмәйенсә нисек йәшәгәнбеҙ икән?” – тип аптырашта ҡалды Йомран халҡы...”
Был һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, үҙемдең бала саҡ хәтирәләрен дә килтереү урынлы булыр. Тыуған ауылым Бишауыл-Уңғарҙа Рәбиға исемле әбей йәшәне. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ейәнсәре булған ул. Ләкин өйҙәрендә бер кем дә олуғ ғалимдың исемен атаманы, шул заттан икәнен әйтмәне. Тимәк, тыйылған булған.
XX быуаттың 60-сы йылдарында ғалимдың фәнни һәм әҙәби эшмәкәрлеге, шиғриәте махсус өйрәнелә башлай. Мәҫәлән, профессор Әхнәф Харисов 1965 йылда донъя күргән “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” исемле хеҙмәтендә “Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев” тип аталған очерк баҫтыра. Алда әйтеп үтеүебеҙсә, ғалимдың күп яҡлы ижадын өйрәнеүгә ауылдашы, ул саҡтағы БДУ студенты Тимерғәле Килмөхәмәтов әүҙем тотона. Тикшеренеү эштәре, архив материалдары нигеҙендә, ауылдаштарының хәтирәләренә таянып, “Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев” тигән ҙур фәнни-популяр очерк яҙа. Был яҙма ғалимдың “Халыҡсанлыҡ көсө” исемле хеҙмәтендә донъя күрә. Очеркта автор Өмөтбаевтың ижадын, күләмле эшмәкәрлеген киң яҡтыртыуға өлгәшкән.
Тимерғәле Килмөхәмәтов – Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың бай мираҫын барлыҡ күңелен, ғилми оҫталығын егеп өйрәнгән ғалимдарҙың береһе. Был йәһәттән 20-нән ашыу ғилми очерк, бихисап мәҡәлә, уҡыу әсбаптары яҙҙы ул. Республикабыҙҙа, шул иҫәптән Ҡырмыҫҡалыла Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың 125, 150, 170 йыллыҡ юбилейҙарын юғары кимәлдә билдәләүҙе ойошторҙо, район етәкселеге менән берлектә мәғрифәтсебеҙҙең ҡәбер тирәһен яңыртыу эшен атҡарып сыҡты.
Әйтеп үтелгәнсә, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың әҙәби ижадын, күп яҡлы эшмәкәрлеген тәүгеләрҙән булып профессор Әхнәф Харисов өйрәнде. Уның билдәләүенсә, олуғ мәғрифәтсе – XIX быуат зыялыларынан башҡорттарға иң яҡын торған шәхес. Ғүмер буйы халыҡ араһында йәшәп, ябай хеҙмәт кешеләренең тормошон яҡындан белгән. Милли мәктәптәрҙә мәғрифәт эшен урыҫ телендәге дәреслектәрҙе тәржемә итеп уҡытыуҙан һәм төбәктең тарих, география китаптарын сығарыуҙан башларға кәрәк, тип иҫәпләгән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. Был фекерен Өфө өйәҙе земствоһының 1881 йылғы сессияһында ла белдергән “Белем биреүҙең иң дөрөҫ юлы – балаларға фәнде туған телендә уҡытыу”, – тигән. Мәғрифәтсенең ҡарашы бер быуаттан һуң да көнүҙәк булып ҡала.
Шәхестең ғилми һәм әҙәби мираҫын системалы өйрәнеүҙә, һис шикһеҙ, профессор Ғиниәт Ҡунафиндың “Йәдкәр” китабы ҙур әһәмиәткә эйә булды. Был хеҙмәттең М. Өмөтбаевтың 1887 йылда Ҡазанда баҫылған баҫмаһының исеме менән аталыуы тәбиғи. Ни өсөн тигәндә, Ғиниәт Сафиулла улы шул китаптағы шиғырҙарҙың, халыҡ ижады өлгөләренең, тәржемәләрҙең һәм публицистик яҙмаларҙың өлгөләрен индерә, тәфсирләй, аңлатма бирә. Шул рәүешле йыйынтыҡ киң ҡатлам уҡыусыларға, XIX быуат аҙағы – XX быуат башы арауығындағы башҡорт ғилеме менән ҡыҙыҡһынғандарға ифрат файҙалы сығанаҡ кимәленә күтәрелә.
Профессор Ғиниәт Ҡунафин мәшһүр мәғрифәтсенең ижади эшмәкәрлеген өйрәнеүҙе артабан да дауам итә. 2014 йылда ташҡа баҫылған “XIX – XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре” исемле ҙур күләмле хеҙмәтендә шәхестең мираҫын тағы лы киңерәк планда сағылдыра ул. Өмөтбаев ижад иткән дәүерҙең социаль-тарихи нигеҙҙәрен, идея-эстетик сығанаҡтарын, төп үҫеш тенденцияларын, поэтик әҫәрҙәренең йөкмәткеһен, жанр һәм стиль үҙенсәлектәрен заман юғарылығынан тороп яҡтыртыуға өлгәшә.
Олуғ шәхестең ғилми-әҙәби мираҫын өйрәнеүҙә академик Ғайса Хөсәйеновтың “Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев” тип аталған тарихи-биографик китабы ла айырым иғтибарға лайыҡ. Тимәк, бөйөк мәғрифәтсебеҙ энциклопедик-ғалим, тарихсы, этнограф, философ, социолог, дин белгесе, телсе, шағир, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ ғилмиәттә һәм әҙәбиәттә төплө өйрәнелгән. Киләсәктә социологтар, дин белгестәре, тәржемәселәр һәм башҡа өлкә белгестәре лә үҙ һүҙен әйтер тигән ышаныс бар.
Халыҡ һуҡмағын үлән ҡапламаҫМөхәммәтсәлим Өмөтбаев 1841 йылда хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында тыуа. Атаһы Ишмөхәмәт Ишеғол улы заманының алдынғы ҡарашлы ир-уҙаманы, арҙаҡлы кантон етәксеһе, абруйлы ғәскәр башлығы була. Есаул Өмөтбаев “III дәрәжә изге Станислав” ордены, “Ғәскәрҙә 25 йыл яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн”, “1853 – 1856 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” миҙалдары менән наградлана.
1852 йылда 11 йәшлек Мөхәммәтсәлимде атаһы Ырымбурҙағы Неплюев исемендәге кадет корпусына уҡырға бирә. Тимерғәле Килмөхәмәтов билдәләүенсә, мәғариф учреждениеһының маҡсаты азиаттарҙы урыҫтарға яҡынайтыу, үҙәктән алыҫта ятҡан провинцияла чиновниктар әҙерләү була. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев бында алты йыл да туғыҙ ай дауамында белем ала. Тарих, әҙәбиәт, арифметика, география, архитектура фәндәрен, ғәрәп, фарсы, француз телдәрен төплө өйрәнә.
1863 йылда иһә Йомран-Табын улысындағы донъяуи аралашсылар канцелярияһында писарь булып хеҙмәт юлын башлай. Унан Ҡырмыҫҡалы улысының старшинаһы итеп һайлана. Реформалар заманы булыуға ҡарамаҫтан, ауыр бурысты ун йыл дауамында намыҫлы атҡара һәм үҙ теләге менән отставкаға сыға.
Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә урыҫ теленән һәм арифметиканан һабаҡ бирә башлаған мөғәллимдең исеме халыҡ араһында таныла бара. 1883 йылдағы тарихи һәм этнографик эҙләнеүҙәрен иҫәпкә алып, уны Урыҫ география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһенә ағза итеп алалар. Тап шул осорҙа Александр Өсөнсөнө тәхеткә ултыртыу тантанаһында ҡатнашыу бәхете тейә Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевҡа.
Эшмәкәрлегенең иң сағыу мәле 1887 – 1888 йылдарҙа ваҡеф эштәре комиссияһында хеҙмәт итеү менән бәйле. Был осорҙа Өмөтбаев Санкт-Петербургта, һуңынан Ҡырымда йәшәй. Юғары хәрби дәрәжәле кешеләр, ғалимдар менән яҡындан аралаша, ғилми-әҙәби хеҙмәтенә өҫтәп, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша башлай. Мәҫәлән, земство йыйылыштарында башҡорт халҡы мәнфәғәтен яҡлап ҡыйыу сығыш яһай, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр килтерә. 1886 йылда Өфөнөң – 300, 1889 йылда А.С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған юбилей комиссияларында ең һыҙғанып эшләй.
1889 йылда, сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшау сәбәпле, титуллы кәңәшсе, орден, бер нисә миҙал кавалеры Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев отставкаға сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 39 йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн бик аҙ пенсия билдәләнә. Уны арттырыуҙы һорап батша власына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә, әммә яуап алмай. Ошондай мөнәсәбәт ревматизм ауырыуынан йонсоған Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың баҡыйлыҡҡа күсер сәғәтен яҡынайтмай ҡалмағандыр. 1907 йылдың 28 июнендә йөрәге тибеүҙән туҡтай шәхестең.
Туған халҡы уға ҡәҙер-хөрмәтте вафатынан һуң күрһәтергә ынтылғандыр. Ҡәбере Ибраһим ауылы зыяратының йөҙйәшәр ҡайындары ышығында. Хәтер ташын заманында зауыҡ менән эшләткәндәр. Бер быуаттан ашыу торһа ла, ғәрәп хәрефле яҙыуҙары еңел уҡыла, матур каллиграфия менән башҡарылған. Ҡәбер ташы алыҫтан уҡ күҙгә ташлана. Уға илтер халыҡ һуҡмағын, ғалимдың яратҡан шағиры А.С. Пушкин әйтмешләй, үлән ҡаплап китмәҫ, кеше юлы өҙөлмәҫ.
Хаттар нимә һөйләй?Әйтеп үтеүебеҙсә, ғалимдың шәхес булараҡ танылыуының иң сағыу осоро – 1887 – 1888 йылдар. Был арауыҡта Өмөтбаев башҡорттар араһынан сыҡҡан тәүге олуғ ғалим һәм киң билдәле йәмәғәт эшмәкәре сифатында Ҡырымда ваҡеф комиссияһы составында эшләй. Шул осорҙа ағаһы Фәхретдин, йәмәғәте Бибиғәбиҙә, улы Баязит, балалары Гөлсөм, Шаһисәрүәр, Мөхәмәтзакирҙарға исемләп яҙған хаттары Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы ҡулъяҙмалар фондында әле лә һаҡлана. Улар профессор М.Х. Нәҙерғолов етәкселегендә ғилми планда өйрәнелеп, хәҙерге башҡорт теленә тәржемә ителеп, 2006 йылда “XIX – XX быуат башы башҡорт прозаһы үрнәктәре” тигән исем менән донъя күрә. Хаттар, эпистоляр жанр булараҡ, әҙәбиәт, тел ғилеме өсөн ҡиммәтле сығанаҡ ҡына түгел, ә арҙаҡлы шәхестең туғандарына, тыуған иленә ҡарата йылы мөнәсәбәтен, донъяға ҡарашын аңлау йәһәтенән дә ифрат әһәмиәтле.
Мәҫәлән, М. Өмөтбаев 1887 йылдың 25 апрелендә Аҡъяр шәһәренән (Севастополь) яҙған хатында ҡайтҡанда Баҡсаһарайға Гаспринскийҙарға керәсәге хаҡында белдерә. Күренеүенсә, татар зыялыһы Исмәил Гаспринский (Гаспыралы, 1851 – 1914) менән осрашасағын хәбәр итә. Был ир-уҙаман төрки донъяһында киң билдәле сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре, педагог һәм нәшер итеүсе була. Баҡсаһарайҙа мәҙрәсә, Симферополдә, Мәскәүҙә урыҫ гимназияларын, Воронеж ҡалаһында хәрби училище тамамлай. 1871 – 1873 йылдарҙа Парижда йәшәй, урыҫ яҙыусыһы И.С. Тургеневтың секретары булып эшләй, унан Баҡсаһарай ҡалаһының башлығы итеп һайлана.
Гаспринский – “Тәрджемән” гәзитенең тәүге мөхәррире лә. Сәйәсмән ошо баҫма аша төрки халҡын берләштерергә теләй. Педагог булараҡ, мәҙрәсәләргә яңы уҡыу алымдарын индерә, “Иттифаҡ әл-мөслимин” ойошмаһын төҙөй, Бөтә Рәсәй мосолмандары съездарын уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Уның менән аралашыуы, һис шикһеҙ, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ни ҡәҙәр юғары ғилемле, киң ҡарашлы кеше булыуы хаҡында һөйләй.
М. Өмөтбаевтың йәнә бер хаты һөйөклө улы Баязит муллаға ихлас доғалар менән күндерелә. Һәр яҙманан күренеүенсә, ғалим эш хаҡын даими рәүештә ғаиләһенә ебәреп торған. Хаттарын матур поэтик өлгөләр менән тамамлар булған ул. Мәҫәлән,
...Һалмаһана, дуҫҡай, беләгеңде,
Талдыраһың нәҙек үҙәкте.
Уҙған ғүмерҙәрҙе уйлай-уйлай
Әле лә баҫып булмай йөрәкте.
Ҡарҙар ҙа бөтөр, боҙҙар китер,
Тимер юлдар яһалып етер.
Насип булһа, ҡайтҡан юлдарымды
Гел йөрәгем өҙөлөп көтөр.
Аҡмәсеттән 1887 йылдың 13 декабрендә улы Баязитҡа яҙған йәнә бер хатында үҙенең хәл-әхүәлен, сырхап тороуын хәбәр итә Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. “Кенәз өйҙә юҡ, Севастополдә” тигән юлдар ҙа бар яҙмала. Бында һүҙ билдәле тарихи шәхес, тамырҙары менән Сыңғыҙханға барып тоташҡан Эске ҡырғыҙ урҙаһы ханы, ҡаҙаҡ, Рәсәй империяһы генералы Йыһангир Буҡаевтың дуртенсе уланы Солтан хажи Ғөбәйҙулла Сыңғыҙхан хаҡында бара. Буласаҡ кенәз 1840 йылда тыуа, алты йәшендә Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусына тәрбиәгә бирелә. Тиҙҙән бер туған ағаһы Әхмәт-Гәрәй менән Рәсәй империяһының элиталы хәрби уҡыу йортона – Паж корпусына – ҡабул ителә. Унда данлыҡлы дворяндарҙың 10 – 15 йәшлек балалары ғына алыныр булған, батша вариҫтары ла шунда тәрбиәләнгән.
Уҡыу программаһына, теүәл һәм гуманитар фәндәрҙән тыш, фортификация, стратегия, артиллерия кеүек хәрби предметтар, фехтование, бейеү, һыбай йөрөү һымаҡ өҫтәмә дәрестәр ингән. Ғөбәйҙулла 1856 йылда Дон ғәскәренең казак лейб-гвардия полкы составында корнет дәрәжәһендә хәрби карьераһын башлай. Хәрби смотр мәлендә йәш офицерҙы император Александр II күреп ҡалып, үҙ янына флигель-адъютант итеп хеҙмәткә ала, яуаплы бурыстар йөкмәтә. 1877 – 1878 йылдарҙағы урыҫ-төрөк һуғышында полковник Ғөбәйҙулла Сыңғыҙхан армияла бығаса булмаған хәрби элемтә ғәскәрҙәрен булдыра. Хеҙмәте “Ҡыйыулыҡ өсөн” алтын ҡоралы һәм I дәрәжә Изге Анна ордены менән билдәләнә.
1860 йылда кенәз ике тапҡыр Башҡортостанда булып, алтын приискыларының эше менән таныша. Тәхеткә Александр III килгәс тә, батша ярандары араһында ҡала ул. “Барлыҡ азиат вәкилдәре” тигән эшкә яуаплы итеп ҡуйыла, иңен генерал-майор погоны биҙәй.
1885 йылдың 23 февралендә Рәсәй эске эштәр министрының ҡарары менән кенәз Ғөбәйҙулла Сыңғыҙхан ваҡеф комиссияһы рәйесе сифатында Ҡырымға оҙайлы командировкаға ебәрелә. Ағзалар итеп иң яуаплы, белемле, ғәрәп һәм фарсы телдәрен яҡшы белгән хоҡуҡ белгестәре, тәржемәселәр, каллиграфтар алына. Кенәздең үтенесе буйынса батша уларға юғары эш хаҡы билдәләй.
Ғөбәйҙулла Сыңғыҙхан араларына Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевты махсус телеграмма аша саҡыртып ала. Бының нигеҙендә икеһенең дә Неплюев кадет корпусында белем алыуы, яҡшы әҙерлекле булыуы яталыр. Өмөтбаев хаттарында Сыңғыҙханды һәр ваҡыт хөрмәтләп телгә ала.
Ваҡеф комиссияһы заманы өсөн үтә мөһим бурыс үтәгән. Мәғлүм булыуынса, ул дәүерҙә лә “күләгәле иҡтисад” ойошторола, мутлашыу, ришүәтселек осрап тора. Һәр яҡлап әҙерлекле Ғөбәйҙулла Сыңғыҙхан күсемле һәм күсемһеҙ мөлкәттең бөтөнләй иҫәпкә алынмағанын асыҡлай. Генерал ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ваҡеф милкен туплауҙың, уны мәктәп, мәҙрәсә, мәхәлләләр өсөн дөрөҫ тотоноу системаһын барлыҡҡа килтерә. Ә Ҡырымдағы руханиҙар, чиновниктар Петербургка кенәз өҫтөнән туҡтауһыҙ ялыу яҙа башлай. Һөҙөмтәлә 1889 йылдың декабрендә кенәз айырым ваҡеф комиссияһы рәйесе вазифаһынан бушатыла. Унан Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә. 1908 йылда йәнә Ҡырымға килә һәм оҙаҡ тормай баҡыйлыҡҡа күсә. Кенәз Ғөбәйҙулла Сыңғыҙхан – ҡаҙаҡтар араһынан сыҡҡан тәүге генерал (атаһы юғары чинды чиновник, хан булараҡ ала). Рәсәй армияһында уның исеме – бөйөк полководецтар иҫәбендә.
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың Ҡырымдан яҙған хаттарының байтағы берҙән-бер улы Баязитҡа исемләнгән. Ғалим ҡәҙерлеһенә уй- маҡсаттары тураһында белдергән, өгөт-нәсихәт уҡыған. Мәҫәлән, 1887 йылдың 13 декабрендә яҙған хатында былай тигән: “Ошбу йыл, Баязит, һиңә тейешлелер призывҡа бармаға. Ғафил ҡалма, улым. Аллаһ хәйерле итһен, амин”. Тағы бер хатында улына ошондай теләктәрен белдергән: “Йәнә үтенес шулдыр: зинһар, бинамаҙ йөрөмә, һәр аҡшам мәҙрәсәнең дәресенән ҡалма. Донъяла ғилемдән ләззәтле эш юҡ. Ғалимдың икмәге – китаптыр”.
Баязит Өмөтбаев, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың эҙләнеүҙәре буйынса, 1867 – 1925 йылдарҙа йәшәгән. Йомрандың указлы муллаһы, мәҙрәсә мөғәллиме. Атаһына оҡшап, зыялы зат. Уға ғилемде мәшһүр дин вә донъяүи ғилем эйәһе Ноғман хажи өйрәтә. Баязит мулла 1889 йылда изге Мәккәгә хаж сәфәре ҡыла. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев улынан бик ҡәнәғәт булғандыр, сөнки яҙмаларында: “...Икебеҙ яҡын тирәләге иң оҫта каллиграфтар. Баязит хажи рәсемгә һәм яҙыуға ғәйәт тә маһир булды”, – тип яҙа.
Бынан тыш, улы уңған ир-уҙаман, атаһының хужалығын алып барырҙай инсан булғандыр. Тимерғәле Килмөхәмәтов уны хәстәрлекле, миһырбанлы зат итеп һүрәтләй. Атаһының ревматизм сирен яландан, Йомран туғайынан йыйған үләндәр менән дауалаған, төнәтмә эсергән, доға-мөнәжәттәре менән күңелен хушландырған. Улынан, ейән- ейәнсәрҙәренән ҡәнәғәт, яҙмышына риза булып, һуҡранмай йәшәй бөйөк мәғрифәтсебеҙ. Баҡыйлыҡҡа күсер мәле яҡынлашҡас, Баязитты үҙе менән алып, мәңгелек йорто булаһы урынды күрһәтә: “Һин – минең берҙән-бер ир балам. Донъябыҙҙы, Өмөтбайҙар тоҡомонон дауам итәсәк кеше. Шуныһын да әйтәйем: олатайыңдың ҡәбере, ана, етемһерәп ята... Иҫтәлек яҙҙыртып, таш ултырт.” (“Даирә” гәзитенән).
* * *
Баязит мулла әйтелгән һүҙҙе тота: Ишмөхәмәт кантондың һәм атаһының ҡәберен ҡәҙерләп һаҡлаған, килешле итеп эшләнгән, соҡоп, матур каллиграфия менән яҙылған таш ҡуйҙыра. Ғалимдың күп һанлы вариҫтары халҡыбыҙға намыҫлы хеҙмәт итә, күренекле шәхестәр дәрәжәһенә күтәрелә. Был донъяла һәр кемдең үҙ йәдкәре ҡала. Әүәл мәшһүр заттарыбыҙ күберәк шуға ынтылып ғүмер иткән бит.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен ололау, хөрмәтләп иҫкә алыу, исемдәрен мәңгеләштереү – бик кәрәкле эш. Башҡортостан Фәндәр академияһында һәм Ҡырмыҫҡалы районында Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премиялар булдырыуы, Ибраһимда мәғрифәтсенең йорт-музейы уңышлы эшләүе, бюст ҡуйылыуы – барыһы ла оло ихтирам билдәһе.
Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың 175 йыллығын билдәләү алдынан ҡайһы бер фекерҙәремде лә әйтеп үтәйем. Ғилми-ғәмәли конференция телселәр һәм әҙәбиәтселәр ҡатнашлығында ғына булмаһын ине. Уның эшенә тарихсы, социолог, фольклорсы, педагог, философтарҙы, хоҡуҡ белгестәрен йәлеп итергә кәрәк, сөнки мәғрифәтсебеҙ был тармаҡтарҙың барыһында ла уңышлы эшләгән. Йәнә шундай тәҡдимем бар: мәшһүр ғалимдың исемен ғилми-тикшеренеү йә юғары уҡыу йорттарының береһенә бирһәк, иманлылыҡ һәм аң юғарылығы сағылышы булыр ине.
Фәнзил САНЪЯРОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, М. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты.