Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөйөк Еңеүҙең башы
Мәскәү янындағы алышҡа 70 йыл тулды – 1941 йылдың 5 декабрендә совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә һәм фашистарҙы баш ҡаланан 100 – 250 километр йыраҡлыҡҡа алып ырғыта. Германияның II Бөтә донъя һуғышындағы тәүге ҡаты еңелеүе ине был. Рәсәй һәм уның баш ҡалаһы ошо иҫтәлекле ваҡиғаны киң билдәләп үтергә йыйына.
Был алыш тураһында күп яҙылды, шулай ҙа ҡайһы бер һорауҙар ҡала әле. Мәҫәлән, әгәр ҙә немецтар 1941 йылдың көҙөндә Мәскәүҙе алһа, нимә булыр ине? Баш ҡаланы генерал Власов ҡотҡарып ҡалған, ә Сталин был ваҡытта немецтар менән солох тураһында йәшерен һөйләшеү алып барған, тиеүҙәре дөрөҫмө? Хәрби тарихсы, “Антисуворов”, “Дубнонан алып Ростовҡа ҡәҙәр”, “Харьков өсөн алыш” һәм башҡа китаптарҙың авторы Алексей Исаев “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығының ошо хаҡтағы һорауҙарына яуап бирә.
– Мәскәү янындағы алыш II Бөтә донъя һуғышының бүтән бәрелеш-ҡыйралыштарынан ни яғы менән айырыла?
– Немецтарҙың танк ғәскәрен быға хәтлем булмағанса киң ҡулланыуы менән. 1940 йылда вермахт Францияның яҙмышын генерал Клейст етәкселек иткән ни бары бер танк төркөмө ярҙамында хәл итә. Беҙҙә лә 1941 йылдың йәйендә генерал Павловтың Көнбайыш фронтын фашистарҙың ике танк төркөмө ҡыйрата. Ә шул йылдың октябрендә Мәскәүгә танктарҙың бер юлы өс төркөмө һөжүм башлай. Һәр танк төркөмөнә 150 – 200-әр мең кеше инә.
– Вязьма менән Брянск эргәһендәге “Тайфун” операцияһының башында уҡ 688 меңдән ашыу совет һалдаты һәм офицеры әсирлеккә төшә. Көнбайыш фронты ғәмәлдә юҡҡа сыға. Шунан файҙаланып, немецтарҙың Мәскәүҙе октябрҙә үк алыуҙары мөмкин инеме?
– Юҡ, сөнки фашистарҙы совет ғәскәрҙәренең башҡа участкаларҙан ашығыс күсерелгән резервы туҡтата. Улар Ленинград янынан, Көньяҡ-Көнбайыш фронттан, Урта Азия хәрби округынан, Алыҫ Көнсығыштан килтерелә. Төп юғары командующий ставкаһының танк бригадалары рәүешендәге резервы ла эшкә ҡушыла. Фронт юҡҡа сыҡҡандан һуң дошман менән Мәскәү араһында ғәскәр булмаған тигән хәбәр – төптө ялған ул.
– Маршал Жуков үҙенең хәтирәләрендә “7 октябрь кисенә Мәскәүгә табан юл ғәмәлдә асыҡ ине” тип яҙҙы...
– Һүҙ уйнатыу ғына был. Хәлдең ни тиклем киҫкен булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн әйтелгәндер. Ҡамауҙа ҡалған совет ғәскәрҙәре кинәт юҡҡа сыҡһа һәм немецтарға уларҙы ошо “ҡаҙандарҙа” тар-мар итеү менән тотҡарланырға тура килмәһә, ул саҡта вермахт, һис шикһеҙ, Мәскәүгә табан ашығыр ине. Ләкин 7 октябрҙә лә немецтар юлында айырым частар булды. Мәҫәлән, Старчактың отряды. Подольск ҡалаһындағы пехота һәм артиллерия училищеларының, РСФСР Юғары Советы исемендәге училищеның курсанттарын да бик тиҙ ошо урынға күсерҙеләр. Һөҙөмтәлә Можайск оборона һыҙығына байтаҡ һандағы пехота һәм танктар килеп өлгөрҙө.
– Ә ни өсөн немецтар Мәскәүгә төньяҡтан яҡыныраҡ килә алды? Көньяҡтан һөжүм итеүсе Гудериан ғәскәрен Туланы ала алмау тотҡарлағандыр, бәлки?
– Көньяҡ йүнәлештән айырмалы рәүештә, төньяҡтан ике танк төркөмө һөжүм итә. Шуға күрә төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш яҡтарҙан һөжүм көслөрәк була. Уларҙың Мәскәүгә инеүенән ике сәбәп ҡотҡарып ҡала – Рокоссовский армияһының оҫта оборона тотоуы һәм немецтарҙың юлһыҙ урмандар аша үтергә мәжбүр булыуы. Йәғни улар Мәскәүгә Наполеон кеүек тура ынтылмай, ә уратып ҡамап алырға тырыша.
– Бының үҙ логикаһы бар – немецтар оҙайлы урам һуғыштарына эләгергә теләмәй, совет баш ҡалаһын “ҡыҫҡыс”ҡа алырға ғына маташа.
— Эйе, логика бар, ләкин ул фашистарҙы танк ҡулланыу ауыр булған урындарға юлыҡтыра. Бындай ерҙә танктарға ҡаршы аҙ көс менән дә оборона тоторға мөмкин. Мәҫәлән, зениткаларҙы тура атыуға ҡуйырға һәм һөжүм итеүселәрҙе танкһыҙ ҡалдырырға була.
– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: Мәскәү алышының икенсе фазаһы беренсе фазаның, йәғни оборона осороноң, бөтөн уңышын юҡҡа сығарып ҡуйманымы? Сталин Ҡыҙыл Армияның көсөн артыҡ юғары баһаланы һәм барлыҡ фронттарҙа тип әйтерлек һөжүмгә күсергә ҡарар итте. Шул арҡала һөжүм ҡанға тонсоғоп туҡтай...
– Немецтар иҫенә килгәнсе фронтты Мәскәүҙән мөмкин тиклем алыҫҡараҡ алып ташлау – контрһөжүмдең маҡсаты шул була. Ул маҡсатына ирешә: дошман баш ҡаланан йөҙҙәрсә километрға арыраҡ күсерелә. Ғәҙәттә, совет контрһөжүменең тағы бер мөһим факторын иҫәпкә алмайҙар. Мин бронетехниканың ремонт фондын күҙ уңында тотам. Танкты һуғышта ҡыйратһалар, уны тиҙ генә йүнәтеп, тағы сафҡа ҡуйырға мөмкин. Ләкин фронт күскән хәлдә ул дошманға трофей булып эләгә. 1941 йылдың йәйендәге алыштарҙа совет механизацияланған корпустары шулай немецтарға эләгә, ә 1943 йылда Курск янында фашистарҙың танк дивизиялары, киреһенсә, совет яғының табышына әйләнә. Һуғыш булып үткән майҙан – һәр саҡ еңеүсенеке. Мәскәү яны алышынан һуң да Ҡыҙыл Армия дошман танктары, БТР-ҙары һәм автомашиналарынан бай трофей йыйып ала. Техника бит һуғыш барғанда ғына ватылып ҡалмай, унан тыш та туҡтарға мөмкин. Мәҫәлән, двигателе эшләмәйенсә. Хәтерегеҙҙәлер, бер туған Вайнерҙарҙың “Шәфҡәтлелек эраһы” тигән романында Жеглов етәкселегендәге оперативниктар “Опель-Блиц” автобусында йөрөй. Уны ла Мәскәү янындағы алышта немецтар ташлап киткән булған.
– 1941 һәм 1945 йылдарҙа Сталин, имештер, өс тапҡыр солох төҙөргә тырышып ҡараған. Был хаҡта ни әйтә алаһығыҙ?
– Яҙыусы Владимир Карповтың китаптарында мин дә уҡыным был турала, ләкин улар архив документтары менән раҫланмай. Бигерәк тә немецтар менән килешергә маташыуҙы 1942 йыл башындағы хәл-ваҡиға итеп күрһәтеүҙәре аптырата. Был осорҙа Ҡыҙыл Армия дошманды Мәскәү янынан алып ырғыта, ә Сталин, имештер, немец ғәскәрҙәрен СССР территорияһынан ҡыуып сығарыуҙы 1942 йылғы планға индереп үк ҡуйған, армияға шундай бурыс йөкмәтелә.
– Георгий Владимов “Генерал һәм уның армияһы” исемле китабында генерал Власовты Мәскәүҙе ҡотҡарыусы тип атай. Хатта Сәйәсәт идаралығы ҡушыуы буйынса “Сталин полководецы” тигән китап та бар, тиҙәр. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ҡайһы бер мемуарсылар Власовтың 20-се армияға командалыҡ итеүенә шикләнә. Имештер, ул был осорҙа сирләгән, ә армия штаб начальнигы Сандалов етәкселегендә булған. Немецтарҙы Мәскәү янында тар-мар итеүҙә Власовтың ысын роле ниндәй?
– Власов резерв армияларының береһе булған 20-се армияға етәкселек итә, ләкин Мәскәү янындағы контрһөжүмдә был армияның хәл иткес әһәмиәте юҡ. Бында төп көс Мәскәүҙе төньяҡтан обороналаусы генерал Кузнецов армияһына төшә. Ә баш ҡаланан көньяҡта, Тула эргәһендә, контрһөжүмдең нигеҙен генерал Голиковтың 10-сы армияһы тәшкил итә. Шуға күрә генерал Власовты Мәскәүҙең ҡотҡарыусыһы итеп күрһәтергә тырышыу – әҙәпһеҙлек. Ул фәҡәт командармдарҙың береһе генә. Мәскәүҙе, немецтарҙың һөжүмен туҡтатып, Рокоссовскийҙың 16-сы армияһы ҡотҡарып ҡалды. Ҡаты ҡуллы һәм күпмелер дәрәжәлә хатта аяуһыҙ бәғерле генерал Жуковты ла Мәскәүҙе ҡотҡарыусы тип атарға була. Ундай мәлдә тап шундай холоҡло кеше кәрәктер ҙә инде. Хәҙергесә әйтһәк – кризис менеджеры.
20-се армия етәкселегенә килгәндә, мин Оборона министрлығының Подольскиҙағы Үҙәк архивында ошо армияның документтарын ҡарап сыҡтым. Уларҙа барыһында ла баштан уҡ – 1941 йылдың ноябренән алып – Власовтың ҡултамғаһы тора. Декабрь тамамланғансы шул уҡ ҡултамға. Мин был кешенең 4-се механизацияланған корпус командиры, 20-се армия командующийы вазифаларындағы ҡултамғаларын сағыштырып ҡараным – улар бер үк.
Ләкин Сандаловтың ҡыҙы минең был тикшеренеүҙәрем һөҙөмтәһенә ҡарата ныҡ үпкә белдерҙе: “Атайым бер ҡасан да алдамаған”, – ти. Атаһы уға 1941 йылдың ноябрь аҙағынан декабрь башына саҡлы Власовтың сирләүе, тылда ғына ятыуы һәм фәҡәт Сандалов яҙған приказдарға ҡул ғына ҡуйып тороуы тураһында һөйләгән. Ысынлап та шулай булғанмы – быны хәҙер тикшереп ҡарау мөмкин түгел. Ләкин документтарға, әйткәнемсә, Власовтың ҡултамғалары ҡуйылған.
– Ә 33-сө армияның аяныслы яҙмышында Жуковтың ролен нисек баһаларға була? Ржев-Вязьма операцияһындағы уңышһыҙ һөжүмдән һуң ҡамауға эләккәс, был армияның етәксеһе Ефремов атылып үлә...
— 1942 йылдың ғинуарында Вязьманы азат итеү буйынса үтә ҡатмарлы операцияға етәкселек итеүҙе Ефремовҡа йөкмәтеп, Жуков, минеңсә, ҙур хата яһай. Был бурысты ул үҙенең урынбаҫары генерал Захаровҡа ҡушһа, яҡшыраҡ булыр ине. Быныһы Ефремовҡа ҡарағанда көслөрәк ихтыярлы бит. Жуков Ефремовҡа: “Үҙеңде күрһәтеү мөмкинлеге бар”, – тип яҙған. Ләкин Ефремов шул мөмкинлектән файҙалана алмай. Тығыҙ сафтар менән Вязьмаға йылдам бараһы урынға Ефремов үҙенең 33-сө армияһын һөжүм һыҙығы буйлап “эсәк” итеп һуҙған. Әгәр ҙә ул саҡта Вязьма азат ителһә, дошмандың “Үҙәк” армиялар төркөмөнөң транспорт системаһына бик ҡаты удар яһалыр ине. Ләкин фронттың теге яғында ла иҫәрҙәр ултырмай шул. Һөҙөмтәлә Ефремов Вязьма эргәһендә ике танк дивизияһы менән осраша, уларҙы немецтар ҡаланан төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ҡуйып өлгөргән була. Сағыштырыу өсөн әйтәм: әгәр ҙә 1942 йылдың ноябрендә Сталинград алышында немецтар Калачтың төньяғына һәм көньяғына ебәрерлек ике танк дивизияһы тапһа, Паулюс армияһын ҡамауға алған данлыҡлы “Уран” операцияһы уңышһыҙ тамамланыр ине.
– 1941 йылдың 6 сентябрендә Гитлер “Төньяҡ” армиялар төркөмө командующийы фельдмаршал Леебҡа, барлыҡ танктарҙы һәм ҙур һандағы ғәскәрҙе алып, мөмкин тиклем тиҙерәк Мәскәүгә һөжүм башларға бойора. Тимәк, дошмандың төп көсөн үҙенә йәлеп итеп, баш ҡала Ленинградты ҡотҡарып ҡалған?
– “Тайфун” операцияһы башланыуға бының туранан-тура ҡағылышы юҡ. Генерал Гепнерҙың танк армияһы Мәскәүгә һөжүмде унһыҙ ҙа ныҡ көсәйтә. Ленинградтың яҙмышы 1941 йылдың июль – авгусындағы Лужа оборона һыҙығында хәл ителә. Ленинградтар үҙҙәрен үҙҙәре ҡотҡарҙы тип әйтергә була. Хатта, киреһенсә, Ленинград резервтарының Мәскәүгә ярҙамы тейә. Ә бит ошо резерв ғәскәр ҡамауҙа ҡалған Ленинградҡа, бәлки, 1941 йылда уҡ коридор аса алыр ине.
– Мәскәү янындағы алышта юғалтыуҙар айырмаһы бик ҙур: беҙҙең яҡтан 1 806 123 кеше һәләк булған, ә немецтарҙан – 581 900. Был хәлде нисек аңлатырға?
– Беҙ сәнәғәт предприятиеларын эвакуациялау шарттарында һуғыштыҡ – сәбәбе шул. 1941 – 1942 йылдарҙағы ҡышҡы кампанияла совет артиллерияһы снарядҡа ҡытлыҡ кисерҙе. Немецтар беҙҙең гаубицаның бер атыуына бер нисәшәр атыу менән яуап бирә ине. Танктар ҙа беҙҙә бик аҙ булды. 1942 йылдың ғинуар башына совет ғәскәрҙәрендә иң таралған танк төрө – еңел “Т-60”. Ауыр һәм уртаса танктар сафтан сығып бөткәйне, уларҙы йүнәтеү һүлпән барҙы. Ҡыҙыл Армияның танк дивизиялары, корпустары йәки армиялары рәүешендәге махсус механизацияланған көстәре лә булманы. Мәскәү янында беҙ артынан пехота ярҙам итеп барған танктар менән генә еңеп сыҡтыҡ. Был иһә ҡылыс болғаған дошманға ҡаршы хәнйәр тотоп һуғышҡан кеүек була инде.
Шуны аңларға кәрәк: Мәскәү алышы – ул саҡта әле ныҡ көслө вермахт менән ғәйәт киң фронттағы үтә ҙур күләмле операция.
– 1812 йылда Мәскәү дошман ҡулына тапшырыла, ләкин был урыҫ ғәскәрҙәренең һуғышыу кимәлен түбәнәйтә алмай. Киреһенсә, хәл Наполеон армияһына ҡаршы үҙгәрә. Немецтар 1941 йылда Мәскәүҙе алһа, нимә булыр ине?
— 1812 йылдан айырмалы рәүештә, Мәскәү тимер һәм автомобиль юлдары киҫешкән мөһим “төйөнгә” әйләнә. Шуға күрә баш ҡаланы юғалтыу СССР-ҙың транспорт әйләнешен юҡҡа сығарыр, бәйләнештәр өҙөлөү арҡаһында Ленинградты ла немецтарға бирергә тура килер ине. Шуға күрә Мәскәүҙе дошманға ҡалдырыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.
Р. ШӘРИФУЛЛИН әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873