Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оло эштең башы
Ауыл хужалығы министрлығында “Ғаилә малсылыҡ фермалары” һәм “Яңы эш башлаусы фермер” программалары буйынса конкурстың еңеүселәренә сертификат тапшырылды. Программаларҙа ҡаралған 302 миллион һумды үҙ эшен асҡан 114 йүнсел һәм ғаилә малсылыҡ фермаларының 34 башлығы бүлеште.

Республиканың ауыл хужалығы ми­нистры Николай Коваленко тәбрикләү һүҙендә фермерҙар хеҙмәтенең иҡтисад өсөн әһәмиәтен билдәләне. Әле Башҡорт­остан­дағы тулайым ауыл хужалығы продук­цияһының 15 миллиард һум самаһы, йәғни 10 проценты тиерлек уларға тура килә. Һуңғы биш йылда икеләтә үҫеш күҙәтелә. Былтыр фермер хужалыҡтарында иген етештереү артҡан, уңыш 800 мең тоннанан ашыу тәшкил иткән. Шулай уҡ һыйыр малдары һаны, һөт етештереү ҙә 15 проценттан ашыуға үҫкән.
2012 йылдан алып үҙ эшен асҡан фермерҙарға ярҙамға һәм ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә 900 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. 505 фермер хужалығы грант алған. Әйтергә кәрәк: республика ошо өлкәгә йүнәлтелгән аҡса күләме буйынса тәүге дүрт төбәк иҫәбенә инә.
Һуңғы биш йылда төбәктә меңдән ашыу яңы фермер хужалығы ойошторолған. Быйыл грант өсөн конкурста ҡатнашырға 483 фермер теләк белдергәйне. Комиссия иң яҡшы 148 проектты һайлап алды. Улар араһында, ит һәм һөт йүнәлешендәгеләрҙән тыш, балыҡсылыҡ, емеш-еләк үҫтереү, питомниктар асыу буйынса проекттар ҙа бар.
Әйткәндәй, был программаларҙа бай­маҡтар әүҙем ҡатнаша. Быйыл улар тәҡдим иткән 43 проекттың 10-ы һайлап алынған. Белореттар ҙа ҡалышмай. Дәғүә итеүселәр араһында йәштәр ҙә, күп балалы ғаиләләр ҙә, ғүмер буйы ерҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас үҙ эшен асҡан өлкәндәр ҙә бар. Уларҙың барыһын да ергә, тыуған яҡҡа һөйөү, тырышып эшләү теләге берләштерә.
Ауыл хужалығы министрлығы һәм Ауыл хужалығы консультацияһы биреү үҙәге белгестәре өсөн эш конкурс менән генә тамамланмай. Өс йыл дауамында һәр хужалыҡ иғтибарҙа буласаҡ, пландың үтәлеше контролдә тотоласаҡ, кәрәк ваҡытта ярҙам күрһәтеләсәк. Николай Коваленко әйтеүенсә, “еңеүселәрҙе билдәләү – ҙур эштең башы ғына”.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә