Оло эштең башы18.05.2016
Ауыл хужалығы министрлығында “Ғаилә малсылыҡ фермалары” һәм “Яңы эш башлаусы фермер” программалары буйынса конкурстың еңеүселәренә сертификат тапшырылды. Программаларҙа ҡаралған 302 миллион һумды үҙ эшен асҡан 114 йүнсел һәм ғаилә малсылыҡ фермаларының 34 башлығы бүлеште.
Республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко тәбрикләү һүҙендә фермерҙар хеҙмәтенең иҡтисад өсөн әһәмиәтен билдәләне. Әле Башҡортостандағы тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 15 миллиард һум самаһы, йәғни 10 проценты тиерлек уларға тура килә. Һуңғы биш йылда икеләтә үҫеш күҙәтелә. Былтыр фермер хужалыҡтарында иген етештереү артҡан, уңыш 800 мең тоннанан ашыу тәшкил иткән. Шулай уҡ һыйыр малдары һаны, һөт етештереү ҙә 15 проценттан ашыуға үҫкән.
2012 йылдан алып үҙ эшен асҡан фермерҙарға ярҙамға һәм ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә 900 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. 505 фермер хужалығы грант алған. Әйтергә кәрәк: республика ошо өлкәгә йүнәлтелгән аҡса күләме буйынса тәүге дүрт төбәк иҫәбенә инә.
Һуңғы биш йылда төбәктә меңдән ашыу яңы фермер хужалығы ойошторолған. Быйыл грант өсөн конкурста ҡатнашырға 483 фермер теләк белдергәйне. Комиссия иң яҡшы 148 проектты һайлап алды. Улар араһында, ит һәм һөт йүнәлешендәгеләрҙән тыш, балыҡсылыҡ, емеш-еләк үҫтереү, питомниктар асыу буйынса проекттар ҙа бар.
Әйткәндәй, был программаларҙа баймаҡтар әүҙем ҡатнаша. Быйыл улар тәҡдим иткән 43 проекттың 10-ы һайлап алынған. Белореттар ҙа ҡалышмай. Дәғүә итеүселәр араһында йәштәр ҙә, күп балалы ғаиләләр ҙә, ғүмер буйы ерҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас үҙ эшен асҡан өлкәндәр ҙә бар. Уларҙың барыһын да ергә, тыуған яҡҡа һөйөү, тырышып эшләү теләге берләштерә.
Ауыл хужалығы министрлығы һәм Ауыл хужалығы консультацияһы биреү үҙәге белгестәре өсөн эш конкурс менән генә тамамланмай. Өс йыл дауамында һәр хужалыҡ иғтибарҙа буласаҡ, пландың үтәлеше контролдә тотоласаҡ, кәрәк ваҡытта ярҙам күрһәтеләсәк. Николай Коваленко әйтеүенсә, “еңеүселәрҙе билдәләү – ҙур эштең башы ғына”.