Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ерҙең хужалары – үҙебеҙ
Ерҙең хужалары – үҙебеҙ – Күрәһегеҙме, беҙҙең юлдар нисек тигеҙ! – тип маһайыуҙан туҡтаманы район үҙәгенән Ҡашҡаға еткәнсе хакимиәттең водителе Йәүҙәт ағай Хафизйәнов. – Беләм инде: ҡалала бындайҙы йыш осратып булмай. Командировкаға барғанда соҡор-саҡырҙан арып ҡайтам. Ә беҙҙә – елеп йөрө, рәхәтләнеп йәшә!


Көр күңелле, һүҙгә әүәҫ Йәүҙәт ағай заманында, фатир бирәбеҙ тиһәләр ҙә, Өфөлә ҡалмауы, әммә быға һис тә үкенмәүе, тыуған ерендә рәхәтләнеп ғүмер итеүе хаҡында кинәнеп һөйләне. Ысынлап та, юлдар һәйбәт бында, үтеп барғанда күренгән ауылдарҙа – күркәм йорттар, социаль учреждениелар, ҙур-ҙур баҡсалар, мәсеттәр...
Ерҙең хужалары – үҙебеҙПермь крайы сигендә ятҡан Ҡашҡаға етер-етмәҫтән иһә ундағы ике ҡатлы мөһабәт бина күҙгә салынды. Мәктәп икән. Төпкөлдә ятҡан аҫаба башҡорт ерендәге тамыр­ҙа­рыбыҙ ни ҡәҙәр тәрән, ныҡ, ҡаҡ­шамаҫ! Уҡыу йорто тап шуны ғорур иҫбатлай.
– Ауылыбыҙға 1640 йылда нигеҙ һалынған, – тип бәйән итте мәктәп директоры Ришат Ғәлиәкбәров. – Дүрт быуатлыҡ тарихында ниҙәр генә кисермәгән, ниндәй генә ваҡиғаларға шаһит булмаған ул! Алыҫ түгел, анау тауҙың артында – карателдәр тарафынан яндырылған Һөйәнтүҙҙең нигеҙе. Мәғлүм булыуынса, уның янында яңы ауыл – Солтанбәк – һалынған. Минең атай шунда тыуып үҫкән. Яндырып та, тамырҙарын көлгә ҡалдырырға тырышып та, рухын һындырыу мөмкин булмаған көслө тоҡомдоң аманатына ярашлы, халҡы өсөн янып йәшәне, ғүмерен мәғарифҡа бағышланы. Ошо мәктәптә 20 йыл директор булып, белем усағын ғына түгел, ауылды нығытыуға, йәштәрҙе илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтереүгә күп көс һалды. Был ике ҡатлы мәктәп тап атайым эшләгән осорҙа, 1985 йылда, төҙөлдө. Ул ваҡытта уҡыусылар 800-ҙән ашыу ине!
Юғары белемле физик-математик Ришат Әзһәт улы, атаһының юлын дауам итеп, мәктәпкә 1999 йылда директор итеп тәғәйенләнә. Шул осорҙан алып уның тырышлығы менән бинала бихисап ремонт эше атҡарыла. Быйыл, мәҫәлән, мәктәптең фасады яңыртылған, ҡыйығы алмаштырылған. Әле, “Уңайлы мөхит” программаһына ярашлы, инвалид балалар өсөн шарттар тыуҙырыу эше дауам итә.
Матди-техник хәлде яҡшыртыу менән бер рәттән, Ҡашҡа мәктәбе коллективы белем биреүҙең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән программаларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Әйтәйек, “Инновациялы мәктәп” проектында еңеү яулап, компьютер кластары булдырыуға, интерактив таҡталар, спорт ҡорамалдары алыуға өлгәшкәндәр.
Уҡыу йортонда Ғөмбә, Билгеш, Әмир ауылдары балалары ла белем ала. Быйыл XI класты ун үҫмер тамамлаһа, I класҡа 20 малай һәм ҡыҙ киләсәк.
– Уҡыусыларҙың йыл да күбәйә барыуы һөйөндөрә, – ти директор. – Бында ауылда эш урындары булдырған йүнселдәрҙең, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселә­ре­нең өлөшө ҙур. Ер бар икән – йыр бар, тиҙәр. Бөгөнгө шарттарҙа шулай төп иғтибарҙы ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтеү мөһимлеген аңлаһаҡ, башҡа тармаҡтар ҙа имен булыр.
...Мул һыулы Төй йылғаһы ярындағы ҡарағайлы бейек тауҙар­ҙың ғорурлығы аҫаба халыҡ күңе­ленә лә күскән. Үткәндәрҙең һабағын онотмайынса, аманатҡа хыянат итмәйенсә, үҙ ерендә үҙе хужа булып йәшәй көслө ихтыярлы милләттәштәребеҙ.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА. Район: Асҡын районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә