– Күрәһегеҙме, беҙҙең юлдар нисек тигеҙ! – тип маһайыуҙан туҡтаманы район үҙәгенән Ҡашҡаға еткәнсе хакимиәттең водителе Йәүҙәт ағай Хафизйәнов. – Беләм инде: ҡалала бындайҙы йыш осратып булмай. Командировкаға барғанда соҡор-саҡырҙан арып ҡайтам. Ә беҙҙә – елеп йөрө, рәхәтләнеп йәшә!
Көр күңелле, һүҙгә әүәҫ Йәүҙәт ағай заманында, фатир бирәбеҙ тиһәләр ҙә, Өфөлә ҡалмауы, әммә быға һис тә үкенмәүе, тыуған ерендә рәхәтләнеп ғүмер итеүе хаҡында кинәнеп һөйләне. Ысынлап та, юлдар һәйбәт бында, үтеп барғанда күренгән ауылдарҙа – күркәм йорттар, социаль учреждениелар, ҙур-ҙур баҡсалар, мәсеттәр...
Пермь крайы сигендә ятҡан Ҡашҡаға етер-етмәҫтән иһә ундағы ике ҡатлы мөһабәт бина күҙгә салынды. Мәктәп икән. Төпкөлдә ятҡан аҫаба башҡорт ерендәге тамырҙарыбыҙ ни ҡәҙәр тәрән, ныҡ, ҡаҡшамаҫ! Уҡыу йорто тап шуны ғорур иҫбатлай.
– Ауылыбыҙға 1640 йылда нигеҙ һалынған, – тип бәйән итте мәктәп директоры Ришат Ғәлиәкбәров. – Дүрт быуатлыҡ тарихында ниҙәр генә кисермәгән, ниндәй генә ваҡиғаларға шаһит булмаған ул! Алыҫ түгел, анау тауҙың артында – карателдәр тарафынан яндырылған Һөйәнтүҙҙең нигеҙе. Мәғлүм булыуынса, уның янында яңы ауыл – Солтанбәк – һалынған. Минең атай шунда тыуып үҫкән. Яндырып та, тамырҙарын көлгә ҡалдырырға тырышып та, рухын һындырыу мөмкин булмаған көслө тоҡомдоң аманатына ярашлы, халҡы өсөн янып йәшәне, ғүмерен мәғарифҡа бағышланы. Ошо мәктәптә 20 йыл директор булып, белем усағын ғына түгел, ауылды нығытыуға, йәштәрҙе илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтереүгә күп көс һалды. Был ике ҡатлы мәктәп тап атайым эшләгән осорҙа, 1985 йылда, төҙөлдө. Ул ваҡытта уҡыусылар 800-ҙән ашыу ине!
Юғары белемле физик-математик Ришат Әзһәт улы, атаһының юлын дауам итеп, мәктәпкә 1999 йылда директор итеп тәғәйенләнә. Шул осорҙан алып уның тырышлығы менән бинала бихисап ремонт эше атҡарыла. Быйыл, мәҫәлән, мәктәптең фасады яңыртылған, ҡыйығы алмаштырылған. Әле, “Уңайлы мөхит” программаһына ярашлы, инвалид балалар өсөн шарттар тыуҙырыу эше дауам итә.
Матди-техник хәлде яҡшыртыу менән бер рәттән, Ҡашҡа мәктәбе коллективы белем биреүҙең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән программаларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Әйтәйек, “Инновациялы мәктәп” проектында еңеү яулап, компьютер кластары булдырыуға, интерактив таҡталар, спорт ҡорамалдары алыуға өлгәшкәндәр.
Уҡыу йортонда Ғөмбә, Билгеш, Әмир ауылдары балалары ла белем ала. Быйыл XI класты ун үҫмер тамамлаһа, I класҡа 20 малай һәм ҡыҙ киләсәк.
– Уҡыусыларҙың йыл да күбәйә барыуы һөйөндөрә, – ти директор. – Бында ауылда эш урындары булдырған йүнселдәрҙең, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәренең өлөшө ҙур. Ер бар икән – йыр бар, тиҙәр. Бөгөнгө шарттарҙа шулай төп иғтибарҙы ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтеү мөһимлеген аңлаһаҡ, башҡа тармаҡтар ҙа имен булыр.
...Мул һыулы Төй йылғаһы ярындағы ҡарағайлы бейек тауҙарҙың ғорурлығы аҫаба халыҡ күңеленә лә күскән. Үткәндәрҙең һабағын онотмайынса, аманатҡа хыянат итмәйенсә, үҙ ерендә үҙе хужа булып йәшәй көслө ихтыярлы милләттәштәребеҙ.