Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йүгерҙек! Аҡса артынан...
28 майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының 250 йыллыҡ юбилейы уңайынан ярыммарафон үтә. Унда һәр кем ҡатнаша ала.

Был үҙенсәлекле сараның йүгереү дистанциялары ҡәҙимгесә түгел: 2, 10 һәм 21,1 саҡрым, “ярыммарафон” тип нарыҡланыуы ла шунан килә. Төп ойоштороусыһы булған “Өфө марафоны” ойошмаһы вәкил­дәре белдереүенсә, бындай ирекле спорт күренеше республиканың баш ҡалаһында, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта күптән үткәрелә. Тик дистанциялары ғына башҡасараҡ. Шул уҡ ваҡытта әлегеләй сараларҙа халыҡҡа билдәле спорт һәм сәнғәт әһелдәре менән бергә йүгереү мөмкинлеге тәтей. Мәҫәлән, Олимпиада, Донъя кубогы “йондоҙҙары” Максим Чудов менән Антон Бабиков – ярыммара­фондарҙың йыш ҡунағы. Әйткәндәй, егеттәрҙең Стәрлетамаҡҡа ла килеүе көтөлә.
Марафондың көндәлегенә ярашлы, ул ҡаланың Ленин проспектында үтәсәк. Йүгереүселәр өсөн “тиҙ ярҙам” хеҙмәте, туҡланыу, ял итеү урындары ойоштороласаҡ.
Әйтеп үтеүебеҙсә, ярыммарафонда сәләмәтлек торошо ҡәнәғәтлә­нер­лек булған һәр кем ҡатнаша ала. Мә­ҫәлән, башҡа ҡалала үткән мара­фон­дарҙа ике айлыҡ сабый ҙа, 80 йәш­те үткән инәй-бабайҙар ҙа теркәлгән. Баланы иһә әсәһе арбала этеп йөрөткән.
Ойоштороусылар белдереүенсә, иң йәш һәм өлкән йүгереүсене махсус бүләктәр көтә. Ә тәүге баҫҡысҡа күтәрелеүселәр 100 мең һумдан ашыу приз алып ҡыуанасаҡ. Уны отор өсөн ярыммарафондың махсус сайтында теркәлергә һәм 21,1 саҡрымды иң беренсе булып йүгереп үтергә кәрәк. Марафонда ҡатнашыу өсөн иғәнә түләргә кәрәк буласаҡ. Ойоштороу­сылар акцияла кәм тигәндә мең кешенең ҡатнашыуын күҙаллай.




Автор: Р. ҒӘБДРӘШИТОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә