Йүгерҙек! Аҡса артынан...17.05.2016
28 майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының 250 йыллыҡ юбилейы уңайынан ярыммарафон үтә. Унда һәр кем ҡатнаша ала.
Был үҙенсәлекле сараның йүгереү дистанциялары ҡәҙимгесә түгел: 2, 10 һәм 21,1 саҡрым, “ярыммарафон” тип нарыҡланыуы ла шунан килә. Төп ойоштороусыһы булған “Өфө марафоны” ойошмаһы вәкилдәре белдереүенсә, бындай ирекле спорт күренеше республиканың баш ҡалаһында, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта күптән үткәрелә. Тик дистанциялары ғына башҡасараҡ. Шул уҡ ваҡытта әлегеләй сараларҙа халыҡҡа билдәле спорт һәм сәнғәт әһелдәре менән бергә йүгереү мөмкинлеге тәтей. Мәҫәлән, Олимпиада, Донъя кубогы “йондоҙҙары” Максим Чудов менән Антон Бабиков – ярыммарафондарҙың йыш ҡунағы. Әйткәндәй, егеттәрҙең Стәрлетамаҡҡа ла килеүе көтөлә.
Марафондың көндәлегенә ярашлы, ул ҡаланың Ленин проспектында үтәсәк. Йүгереүселәр өсөн “тиҙ ярҙам” хеҙмәте, туҡланыу, ял итеү урындары ойоштороласаҡ.
Әйтеп үтеүебеҙсә, ярыммарафонда сәләмәтлек торошо ҡәнәғәтләнерлек булған һәр кем ҡатнаша ала. Мәҫәлән, башҡа ҡалала үткән марафондарҙа ике айлыҡ сабый ҙа, 80 йәште үткән инәй-бабайҙар ҙа теркәлгән. Баланы иһә әсәһе арбала этеп йөрөткән.
Ойоштороусылар белдереүенсә, иң йәш һәм өлкән йүгереүсене махсус бүләктәр көтә. Ә тәүге баҫҡысҡа күтәрелеүселәр 100 мең һумдан ашыу приз алып ҡыуанасаҡ. Уны отор өсөн ярыммарафондың махсус сайтында теркәлергә һәм 21,1 саҡрымды иң беренсе булып йүгереп үтергә кәрәк. Марафонда ҡатнашыу өсөн иғәнә түләргә кәрәк буласаҡ. Ойоштороусылар акцияла кәм тигәндә мең кешенең ҡатнашыуын күҙаллай.