Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оноторға хаҡыбыҙ юҡ
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ Һуғыш… Ҡәһәр һуҡҡан ҡан ҡойғос һуғыш… Бер ғаиләне лә урап үтмәгән ул. Тарихта иң һәләкәтле Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуына быйыл 71 йыл тулды. Фашистик Германия менән дүрт йылдан ашыу барған һуғышта Совет халҡы күп ҡорбандар биреп, ҡайғы-хәсрәт кисереп еңеү яуланы. Йылдар үтһә лә, бик күп бәләләр килтергән, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғүмерҙәр өҙгән был һуғыш тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Бөйөк Ватан һуғышында еңеү ҡот осҡос юғалтыуҙар менән яуланған. Нисәмә кеше тыуған ерем, илем, ғаиләм һәм киләсәгем тип фронтҡа киткән һәм күпмеһе генә кире әйләнеп ҡайтҡан?! Бөгөн дә меңәрләгән һалдаттың яҙмышы асыҡланмаған, һаман да уларҙың ҡәберҙәрен эҙләү эштәре бара. Ошо тармаҡта үҙенең әүҙемлеге менән республикабыҙҙың Тәтешле ра­йоны айырылып тора.
Бында “Быуындар йөрәгендәге хәтер һәм ғорурлыҡ” федераль-патриотик проекты буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүгә бағышланған төрлө саралар, конкурстар, турнирҙар, акциялар уҙғарыла. Обелисктар һәм мемориаль таҡтаташтар асыла йә булғандары яңыртыла – Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм тыл хеҙмәтсәндәре исемдәрен мәңгеләштереүҙә күп көс түгелә.
Тәтешле районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм райондың төрлө мәктәптәрендә “Еңеү исемдәре” йүнәлеше эшләй: төрлө сайттарҙан хәбәрһеҙ юғалған яҡташтар тураһында мәғлүмәт туплау дауам ителә. Шул уҡ ваҡытта үлгән һалдаттарҙың туғандарын эҙләү бара.
– Бөгөн хәбәрһеҙ юғалған яугир яҡташтары­быҙҙың 158 ҡәбере табылған. Һәр һалдаттың исеме, ерләнгән урыны ентекләп өйрәнелә һәм “Берәү ҙә онотолмаған” тигән сайтҡа “Башҡортостан Рес­публикаһы. Тәтешле районы” бүлегенә индерелә. “Еңеү исемдәре” йүнәлешенең маҡсаты – яңы табылған исемдәрҙән Башҡортостан Республи­каһының Хәтер китабының өҫтәмә томдарын сығарыу, – ти райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, “Еңеү исемдәре” йүнәлешенең кураторы Айһылыу Шәриф­йәнова.
Һуғыш яланында ятып ҡал­ғандар, Ватанды һаҡлау­сылар тура­һында иҫтәлек быуын­дан быуынға күсә бара. Уларһыҙ беҙ­ҙең Еңеү ҙә, бөгөнгө көн һәм яҡты киләсәк тә булмаҫ ине.
Тыуған яҡ тарихында өйрә­нелмәгән биттәр етерлек әле. Ата-баба­ларҙан ҡалған аманатты, рухи байлыҡты, теле­беҙҙе, шәжәрә­беҙҙе, йола­ла­рыбыҙҙы һәм халыҡ тәжри­бәһен киләсәк быуынға ет­кереү бурысы беҙҙең йәш быуын иңенә ята.



Автор: Шәфҡәт ҒӘБИТОВ. Район: Тәтешле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә