Һуғыш… Ҡәһәр һуҡҡан ҡан ҡойғос һуғыш… Бер ғаиләне лә урап үтмәгән ул. Тарихта иң һәләкәтле Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуына быйыл 71 йыл тулды. Фашистик Германия менән дүрт йылдан ашыу барған һуғышта Совет халҡы күп ҡорбандар биреп, ҡайғы-хәсрәт кисереп еңеү яуланы. Йылдар үтһә лә, бик күп бәләләр килтергән, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғүмерҙәр өҙгән был һуғыш тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Бөйөк Ватан һуғышында еңеү ҡот осҡос юғалтыуҙар менән яуланған. Нисәмә кеше тыуған ерем, илем, ғаиләм һәм киләсәгем тип фронтҡа киткән һәм күпмеһе генә кире әйләнеп ҡайтҡан?! Бөгөн дә меңәрләгән һалдаттың яҙмышы асыҡланмаған, һаман да уларҙың ҡәберҙәрен эҙләү эштәре бара. Ошо тармаҡта үҙенең әүҙемлеге менән республикабыҙҙың Тәтешле районы айырылып тора.
Бында “Быуындар йөрәгендәге хәтер һәм ғорурлыҡ” федераль-патриотик проекты буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүгә бағышланған төрлө саралар, конкурстар, турнирҙар, акциялар уҙғарыла. Обелисктар һәм мемориаль таҡтаташтар асыла йә булғандары яңыртыла – Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм тыл хеҙмәтсәндәре исемдәрен мәңгеләштереүҙә күп көс түгелә.
Тәтешле районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм райондың төрлө мәктәптәрендә “Еңеү исемдәре” йүнәлеше эшләй: төрлө сайттарҙан хәбәрһеҙ юғалған яҡташтар тураһында мәғлүмәт туплау дауам ителә. Шул уҡ ваҡытта үлгән һалдаттарҙың туғандарын эҙләү бара.
– Бөгөн хәбәрһеҙ юғалған яугир яҡташтарыбыҙҙың 158 ҡәбере табылған. Һәр һалдаттың исеме, ерләнгән урыны ентекләп өйрәнелә һәм “Берәү ҙә онотолмаған” тигән сайтҡа “Башҡортостан Республикаһы. Тәтешле районы” бүлегенә индерелә. “Еңеү исемдәре” йүнәлешенең маҡсаты – яңы табылған исемдәрҙән Башҡортостан Республикаһының Хәтер китабының өҫтәмә томдарын сығарыу, – ти райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, “Еңеү исемдәре” йүнәлешенең кураторы Айһылыу Шәрифйәнова.
Һуғыш яланында ятып ҡалғандар, Ватанды һаҡлаусылар тураһында иҫтәлек быуындан быуынға күсә бара. Уларһыҙ беҙҙең Еңеү ҙә, бөгөнгө көн һәм яҡты киләсәк тә булмаҫ ине.
Тыуған яҡ тарихында өйрәнелмәгән биттәр етерлек әле. Ата-бабаларҙан ҡалған аманатты, рухи байлыҡты, телебеҙҙе, шәжәрәбеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һәм халыҡ тәжрибәһен киләсәк быуынға еткереү бурысы беҙҙең йәш быуын иңенә ята.