Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү минимумы күпме?
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2016 йылдың беренсе кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 8691 һум күләмендә билдәләнде.

Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул – 9205, пенсионерҙарға – 7061, балаларға 8856 һум тәшкил итә. Йәшәү минимумы дәүмә­ле өс ай һайын төбәктә ҡулланыу кәрзи­не һәм “Башҡортостанстат”тың аҙыҡ-түлеккә, башҡа тауарҙарға, хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары кимәле тураһындағы мәғлүмәттәре нигеҙендә билдәләнә.

Үҙ иркең менән тапшырһаң...

Башҡортостан Хөкүмәте законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм боеприпастарҙы үҙ ирке менән тапшырған граждандарға бүләкләү күләмен арттырмаҡсы.

Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, хәрби ҡо­рал­дың бер берәмеге өсөн 10 меңдән 25 мең һумғаса бүләкләү ҡаралған. Мәҫәлән, пистолет йәки револьвер өсөн – 10 мең һум, винтовка йәки кара­бинға – 15 мең, миномет, гранатомет йәки пулемет өсөн – 25 мең, автомат өсөн 20 мең һум билдәләнгән. Исем­лектә шулай уҡ ҡулдан яһалған ҡорал, боеприпастар, шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатыу ҡорамалдары бар. Йөҙ грамм тро­тил һәм аммонит өсөн – биш мең, патрондың бер данаһы өсөн 30 һум түләнә.

Рәсми теркәлергә кәрәк

Республикала йылдан-йыл законһыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны арта.

Федераль һалым хеҙмәтенең Баш­ҡорт­остан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ваҡытта Интернет селтәре аша өйҙәрендә төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәрҙән бик күп тәҡдимдәр баҫыла. Әммә уларҙың бер өлөшө генә һалым органдарында шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән. Төрлө хеҙмәт күрһә­теүҙән, әйберҙәр һатыуҙан тотороҡло килем алған граждандар бындай биз­нестың законһыҙ булыуын һәм уның өсөн административ яуаплылыҡ ҡарал­ған­лығын уйлап та бирмәй.
Статистика мәғлүмәттәренән күрене­үен­сә, ошо йылдың апрелендә генә Өфөнөң Октябрь районында ун биш эшҡыуар законһыҙ рәүештә парикмахер, маникюр, пассажир һәм йөк ташыу, тор­лаҡ­ты ҡуртымға биреү кеүек хеҙмәттәр күрһәткәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Федераль дәреслектәр исемлегенә
индерелде


Мәғариф һәм фән министрлығының бойороғо менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре федераль исемлеккә индерелде.

Документҡа ярашлы, Рәсәй Федера­ция­һы субъекттарының этномәҙәни һәм төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған, граждандарға туған телендә белем алыу хоҡуғы биргән дәреслектәр араһында, аккредитация үтеп, “Әлифба”, башҡорт теле һәм әҙәбиәте лә урын алды. Был әсбаптар хәҙер башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытылған мәғариф учреждениеларында файҙала­ныласаҡ. Дәреслектәр етди тикшерелгән, белгестәр тарафынан уҙғарылған этномәҙәни һәм дини эскпертизанан һуң ыңғай баһа алған. Бынан тыш, Федераль мәғариф министрлығы бойороғонда татар, алтай телдәре тураһында ла телгә алына.

Йырлап йөрөрлөк булһын


Быйыл 91 саҡрымлыҡ муниципаль-ара әһәмиәттәге Дүртөйлө – Нефтекама юлын төҙөкләндереү күҙаллана. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы
буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте ошо турала хәбәр итте.

Әле республикалағы төп заказсы – Юл хужалығы идаралығының милкендә ошо юлдың 84 километры иҫәпләнә. 84 – 88-се саҡрымдар – “Башнефть” ком­панияһыныҡы. Әле был участканы республика милкенә тапшырырға әҙер­ләйҙәр. 88 – 91-се саҡрым Нефтекама ҡалаһының муниципаль милкенә ҡарай.
Дүртөйлө – Нефтекама юлы Ҡалтасы, Краснокама, Дүртөйлө райондары аша үтә. Әлеге миҙгелдә юлдың 58 километ­ры, шул иҫәптән Нефтекамаға инә торған участка төҙөкләндереләсәк. Әйткәндәй, быйыл, территориаль заказға ярашлы, төбәктә 600 саҡрымдан ашыу юлды ремонтлау күҙаллана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә