Йәшәү минимумы күпме?17.05.2016
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2016 йылдың беренсе кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 8691 һум күләмендә билдәләнде.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул – 9205, пенсионерҙарға – 7061, балаларға 8856 һум тәшкил итә. Йәшәү минимумы дәүмәле өс ай һайын төбәктә ҡулланыу кәрзине һәм “Башҡортостанстат”тың аҙыҡ-түлеккә, башҡа тауарҙарға, хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡтары кимәле тураһындағы мәғлүмәттәре нигеҙендә билдәләнә.
Үҙ иркең менән тапшырһаң...
Башҡортостан Хөкүмәте законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм боеприпастарҙы үҙ ирке менән тапшырған граждандарға бүләкләү күләмен арттырмаҡсы.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, хәрби ҡоралдың бер берәмеге өсөн 10 меңдән 25 мең һумғаса бүләкләү ҡаралған. Мәҫәлән, пистолет йәки револьвер өсөн – 10 мең һум, винтовка йәки карабинға – 15 мең, миномет, гранатомет йәки пулемет өсөн – 25 мең, автомат өсөн 20 мең һум билдәләнгән. Исемлектә шулай уҡ ҡулдан яһалған ҡорал, боеприпастар, шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатыу ҡорамалдары бар. Йөҙ грамм тротил һәм аммонит өсөн – биш мең, патрондың бер данаһы өсөн 30 һум түләнә.
Рәсми теркәлергә кәрәк
Республикала йылдан-йыл законһыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны арта.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ваҡытта Интернет селтәре аша өйҙәрендә төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәрҙән бик күп тәҡдимдәр баҫыла. Әммә уларҙың бер өлөшө генә һалым органдарында шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән. Төрлө хеҙмәт күрһәтеүҙән, әйберҙәр һатыуҙан тотороҡло килем алған граждандар бындай бизнестың законһыҙ булыуын һәм уның өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралғанлығын уйлап та бирмәй.
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ошо йылдың апрелендә генә Өфөнөң Октябрь районында ун биш эшҡыуар законһыҙ рәүештә парикмахер, маникюр, пассажир һәм йөк ташыу, торлаҡты ҡуртымға биреү кеүек хеҙмәттәр күрһәткәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Федераль дәреслектәр исемлегенә
индерелде
Мәғариф һәм фән министрлығының бойороғо менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре федераль исемлеккә индерелде.
Документҡа ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының этномәҙәни һәм төбәк үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған, граждандарға туған телендә белем алыу хоҡуғы биргән дәреслектәр араһында, аккредитация үтеп, “Әлифба”, башҡорт теле һәм әҙәбиәте лә урын алды. Был әсбаптар хәҙер башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытылған мәғариф учреждениеларында файҙаланыласаҡ. Дәреслектәр етди тикшерелгән, белгестәр тарафынан уҙғарылған этномәҙәни һәм дини эскпертизанан һуң ыңғай баһа алған. Бынан тыш, Федераль мәғариф министрлығы бойороғонда татар, алтай телдәре тураһында ла телгә алына.
Йырлап йөрөрлөк булһын
Быйыл 91 саҡрымлыҡ муниципаль-ара әһәмиәттәге Дүртөйлө – Нефтекама юлын төҙөкләндереү күҙаллана. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы
буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте ошо турала хәбәр итте.
Әле республикалағы төп заказсы – Юл хужалығы идаралығының милкендә ошо юлдың 84 километры иҫәпләнә. 84 – 88-се саҡрымдар – “Башнефть” компанияһыныҡы. Әле был участканы республика милкенә тапшырырға әҙерләйҙәр. 88 – 91-се саҡрым Нефтекама ҡалаһының муниципаль милкенә ҡарай.
Дүртөйлө – Нефтекама юлы Ҡалтасы, Краснокама, Дүртөйлө райондары аша үтә. Әлеге миҙгелдә юлдың 58 километры, шул иҫәптән Нефтекамаға инә торған участка төҙөкләндереләсәк. Әйткәндәй, быйыл, территориаль заказға ярашлы, төбәктә 600 саҡрымдан ашыу юлды ремонтлау күҙаллана.