Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡ бул: киберенәйәтсе!
Һаҡ бул: киберенәйәтсе! Заман кешеһенә “Тормошоңдо компьютерһыҙ күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы?” тигән һорау менән мөрәжәғәт итеп, уға ыңғай яуап алыу бик икеле. Әлбиттә, йәше 70 – 80-де ҡыуған оло быуын вәкилдәре кеҫә телефоны йә компьютерһыҙ йәшәй алһа ла, 10-50 йәштәге һәр кем көнкүрешен заман техникаһынан тыш төҫмөрләмәй. Һәр яңы көн тиерлек онлайндан башлана, туған-таныштарҙы төрлө байрамдар менән тәбрикләү, хәл-әхүәлен һорашыу, яңылыҡтар уртаҡлашыу, кейем-һалымға, аҙыҡ-түлеккә, башҡа кәрәк-яраҡҡа заказ биреү, теге йәки был мәғлүмәт табыу, йыр-кино эҙләү – һәммәһе лә компьютер тигән заман ҡулайламалары ярҙамында башҡарыла. Әммә буш сыр ҡапҡанда ғына булғандай, бындай техника аша атҡарылған һәр аҙымыбыҙҙы хәүеф-хәтәр һағалап тороуын да оноторға ярамай. Йылдың тәүге өс айында шәхси компьютерҙарын Интернет аша “ағыулау” осрағына йыш дусар итеүселәр һаны буйынса Рәсәй башҡа илдәр араһында тәүге урында килә.


“Касперский лабораторияһы” мәғлү­мәттәренә ярашлы, быйыл беренсе өс айҙа илдәге файҙаланыусыларҙың яҡынса өстән бер өлөшө (36,3%) хакерҙар һөжүменә тарыған. Рейтингта Рәсәйҙән һуң Ҡаҙағстан, Ҡытай, Азербайжан, Украина килә.
Әйтергә кәрәк, киберхәүефһеҙлек өлкәһендә элегерәк бер йыл дауамында күҙәтелгән ваҡиғалар быйыл тәүге өс ай эсендә үк булып өлгөргән. Һуңғы киң масштаблы һөжүмдәрҙең береһе – ул танылған электрон почтаның иң популяр сервистарындағы 272 миллиондан ашыу аккаунттың урланыуы (“аккаунт” һүҙе инг­лиз теленән “иҫәп”, “кешенең банк иҫәбенең һаны” тип тәржемә ителә, йәғни “теге йәки был системала ҡулланыусыны асыҡлау өсөн мәғлүмәт тупланмаһы”).
Социаль селтәрҙәрҙе генә алып ҡарайыҡ. Унда һәр кем үҙенең “битен” булдырып, уны үҙе белгән серһүҙ ярҙамында асып инә. Әммә ҡайһы саҡта тап ошо серһүҙҙе ҡулланып, хакерҙар төрлө мутлыҡтар ҡыла ла инде. Нин­дәйҙер кеше исеменән уның дуҫтарына “Сәләм! Хәлдәр нисек? Уңайһыҙ булһа ла, йомошомдо әйтәйем инде. Тиҙ арала шунса күләмдә аҡса кәрәк ине...” тигәнерәк йөкмәткеле, ысынға бик оҡшаш хәбәр ебәреп, әҙәм затының бер ҡатлылығынан файҙаланып, килем алыу­сылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киң таралыу алды. Күптәр, дуҫын йә туған-танышын ауыр хәлдә ҡалдырмайым тип, байтаҡ аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡты. Аҙаҡ иһә “ярҙам”ға мохтажмын тигән аккаунт хужаһының бөтөнләй хәбәр яҙмауын, был хаҡта белмәүен дә асыҡлау бигерәк ҡыҙғаныс. Ошондайыраҡ күренештең ҡорбаны булмаҫ өсөн теге йәки был шикле хәл тыуа ҡалһа, кешенең үҙенә шылтыратып белешеү отошлораҡ.
Алда телгә алынған, хакерҙар ҡулына төшкән сервистар араһында киң таралған “Mail” почта сервисы ла бар. Ундағы 57 миллион серһүҙҙең, логиндың урланған булыуы ихтимал. Мәғлүмәти хәүефһеҙлек белгестәре һүҙҙәренсә, был һөжүм – Рәсәй хакерҙарының мутлығы, һуңғылары иһә урланған аккаунттарҙың логиндарын, серһүҙҙәрен һатыуға сығарып та өлгөргән.
Украиналағы энергетика тармағындағы предприятиеларға ҡарата киберһөжүм – йылдың шау-шыулы бер тарихы. Ваҡиға былтыр уҡ булһа ла, һөҙөмтәһе күптән түгел асыҡланды. Хәл түбәндәгесә була: хакерҙар Көнбайыш Украинала электр энергияһын таратыу системаларының эшен туҡтатыуға өлгәшә. Быйыл да бындай һөжүмдәргә ялыу итеүҙәр юҡ түгел.
Хәҙер киберһөжүмдең яңы объекттары барлыҡҡа килгән. Улар – медицина учреждениелары. Йылдың башынан бер нисә клиниканы “троян” программалары менән ағыулап, унда теркәлгән барлыҡ мәғлүмәттәрҙе шифрлап, ә элекке – уҡып, танып булырлыҡ – хәлгә ҡайтарыу өсөн ойошмаларҙан аҡса талап итеп йонсота әлеге лә баяғы хакерҙар. Һуңғы осорҙа көнкүрештең күп тармаҡтарында мәғлү­мәтте теркәү компьютер аша башҡарыла, һаҡлау ҙа – шундағы “хәтер”ҙә. Зыян күргәндәр араһында “MedStar” селтәренә ҡараған 10 клиника ла бар. Бәхеткә күрә, барлыҡ мәғлүмәтте шантажһыҙ, аҡса түләмәйенсә кире ҡайтарыуға өлгәшелгән. Ә бына Калифор­ниялағы бер госпиталгә иһә үҙендә тупланған кәрәкле белешмәләргә яңынан эйә булыр өсөн 17 мең доллар аҡсаһын сығарып һалырға тура килгән.
Элегерәк бәләкәй балаларҙы Мәскәй әбей, Шүрәле менән ҡурҡытһалар, бөгөн заманлаштырылған кескәйҙәребеҙ өсөн “хакер” төшөнсәһе күпкә тәьҫирлерәк кеүек. “Хакер” инглиз телендәге “hacker”, “to hack” һүҙҙәренән, йәғни “тумырыу”, “тураҡлау”, “киҫкеләү” мәғәнәһендә тәржемә ителә. Борон компьютерға бәйле мәсьәләләрҙе үҙенсәлекле юл менән сискән юғары кимәлдәге белгесте шулай тип атағандар. Икенсе төрлө әйткәндә, “компьютер гений”ы булған, программа­ларҙағы хаталарҙы, өҙөклөктәрҙе тиҙ һәм яҡшы итеп йүнәткән ул. Замана үҙгәрә бара, “хакер” һүҙенең мәғәнәһе лә башҡасараҡ – компьютер программаларын емереүсе кеүек ҡабул ителә. Әкиәттәге тылсымсылар яман һәм яҡшы күңелле булған кеүек, хакерҙар ҙа һәйбәткә (аҡ) һәм насарға (ҡара) бүленә.
Күптән түгел, ай башында ғына, ошо ҡара хакерҙар финанс тармағында “эшмәкәрлек” йәйелдерәсәге хаҡында иғлан иткән. Йәнәһе лә улар 30 көн дауамында донъя буйлап таралған үҙәк банктарҙың сайттарына һөжүм итәсәк. “Һөйөнсө”һөн хакерҙар Интернеттағы киң билдәле канал аша еткергән. Грецияның Үҙәк банкы һөжүмгә дусар булған да инде.
“Артабан имен йәшәр өсөн Интернеттан бөтөнләй баш тар­тырға, ундағы хеҙмәтлән­дереүҙән файҙаланмаҫҡамы ни?” тигән һорау күптәрҙең мейеһенән йүгереп үткәндер... “Хакер­ҙарҙың хәүеф-хәтәренә тары­маҫ өсөн, электрон почта аша килгән, ниндәйҙер документ ҡушып ебәрелгән хаттарҙы, әгәр ҙә ныҡлы ихтыяж бул­маһа, фәҡәт кемдәндер көт­мәй­һегеҙ икән, асып тормағыҙ. Бигерәк тә төрлө һылтанмалар аша шикле тойолған сайттарға, веб-серверҙарға юллан­мағыҙ. Хат йә хәбәр аша үҙегеҙ йә банк карточкағыҙ тураһында шәхси мәғлүмәт, банк иҫәбен ебәр­мәгеҙ, тип кәңәш итә белгестәр.
Әгәр ҙә һеҙгә Интернет аша түләргә кәрәк икән, уны фәҡәт банк­тың сайтында башҡарығыҙ. Һәм мотлаҡ иҫәбендә 1000 һумдан да артыҡ аҡса булмаған махсус карта йә иҫәп ярҙамында. Серһүҙ уйлағанда ла ябай һандарҙан йә һүҙҙән торғанды түгел, ҡатмар­лы­рағын һайлағыҙ. Мәҫәлән, клавиатураны инглиз­сәгә әйлән­дереп, ниндәй­ҙер русса оҙон һүҙ йә фраза йыйығыҙ. Уның ҡарауы, ошо рәүешле ауырайтылған сер­һүҙгә хакерҙарҙың, бәлки, теше үтмәҫ. Барлыҡ мобиль телефон­дарығыҙҙа ла, компью­терығыҙҙа ла, башҡа ҡулайла­маларығыҙҙа ла антивирус программаларын ҡуйыу ҡамасау­ламаҫ, хәүеф-хәтәрҙән аралар.
Бөгөн һәр икенсе кеше үҙе өсөн ҡәҙерле фото-, видеоматериалдарын, башҡа кәрәкле мәғлүмәттәрен виртуаль киңлектә һаҡлап тоторға күнеккән. Бер яҡтан, уңайлы кеүек. Икенсенән, электрон фор­мат­­тағы барлыҡ “донъяңдың” ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бөтөнләй юйылыуы йә урланыуы ихтималлығын да онотмаһаҡ ине. “Хәтирәләрҙе” махсус флешкаға йә хәтер-картаһына яҙҙырып һаҡлау күпкә ышаныслыраҡ.
Компьютерҙы боҙоп ингән, мәғлүмәт­тәрҙе рөхсәтһеҙ юҡ иткән, зарарлы про­г­раммалар төҙөгән һәм таратҡан өсөн, ҡануниәткә ярашлы, ҡаты яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала. Бындай ғәмәлдәр хәрби енәйәттәргә тиңләштерелә, тиергә лә мөмкин. Рәсәйҙә иһә хакерҙарға ҙур штраф һалына, шулай уҡ уларҙы Енәйәт кодексының ике статьяһы буйынса иректән мәхрүм итеүҙәре лә ихтимал.



Автор: Г. ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар

Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар 16.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар...

Тотош уҡырға 19

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай 16.05.2025 // Йәмғиәт

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан 16.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды 16.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды...

Тотош уҡырға 24

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ 16.05.2025 // Йәмғиәт

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ...

Тотош уҡырға 24

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була 16.05.2025 // Йәмғиәт

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була...

Тотош уҡырға 19

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде...

Тотош уҡырға 24

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды 15.05.2025 // Йәмғиәт

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды...

Тотош уҡырға 26

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде...

Тотош уҡырға 20

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә 15.05.2025 // Йәмғиәт

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә...

Тотош уҡырға 20