Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт егеттәре – Европаның иң бейек түбәһендә
Башҡорт егеттәре – Европаның иң бейек түбәһендә Күптән түгел Башҡортостандан бер төркөм йәштәр Европаның иң бейек тауына – Эльбрусҡа юлланып, унда республика флагын күккә сөйҙө. Әкиәттәгеләй фотоһүрәттәрҙе ҡарауы ғына еңел, ысынбарлыҡта иһә тауға менгәндә егеттәр ауырлыҡтар менән көрәшеп, һуңғы көстәрен туп­лап алға ынтыла, ҡаршылыҡтарға бирешмәй. Иң мөһиме, ҡуйған маҡсаттарына ирешәләр.

Руслан Ғәлимйәнов, Айнур Хәй­руллин, Иҙел Бохарбаев 1 майҙа Мәскәүҙән ҡуҙғала һәм 20 сәғәттәй ваҡыт эсендә Ставрополь ҡалаһына барып етә. “Төндө ошонда үткә­рергә булдыҡ. Мәскәүҙә ағастар бөрөләнеп кенә оҙатып ҡалһа, бында бар терек­лек сәс­кә атҡан, алма, сейә, сирень бөрккән хуш еҫтән башың әйләнер­лек. Ҡабарҙа-Балҡарҙың баш ҡалаһы Нальчикка етергә лә күп ҡалманы, алда төньяҡ Кавказ­дың аҡ “кәпәс”тәре күренә лә башланы”, тип сәйәхәтте ентекле тасуирлап бара Иҙел “Бәйләнештә”ге төркөмдә.
Нальчик ҡалаһына килеп еткәс, урындағы халыҡтың алсаҡлығы, ҡунаҡсыллығы һоҡлан­дыра уларҙы. Артабан юлдары Адыл Су тарла­уығындағы “Очаг” приютына илтә. Бында төркөм бәләкәй генә йылы өйҙәрҙә төпләнә. Алда ике көн дауамында мөғжизәле тауҙар буйлап сәйәхәт итеү планлаштырыла.
Гумачи менән Койавганаушҡа йәштәр барлыҡ кәрәк-ярағы менән артыла. Дәртле баҫып “Йәшел ҡунаҡхана”ға барып етәләр, унда Сызрань, Пятигорск ҡалаларынан туристар менән танышалар. Бында Башҡортос­тан йәштәрен ихлас ҡаршы алып, ҡайҙан, кемдәр икәнлеген һорашып, ашатып, эсереп, сәйәхәттәрен имен дауам итеүҙәрен теләп, файҙалы кәңәштәр биреп оҙатып ҡалалар. Ғөмүмән, юлда осраған һәр кем шат йылмайып сәләмләй, уңыштар теләй, ошо күренеш­тән күңелгә йылы бөркөлә, атлауы ла еңеләйә, тип тәьҫорат­тары менән уртаҡлаша егеттәр.
Ниһайәт, Иҙел, Айнур, Руслан йүнә­леште Эльбрус түбәһенә табан ала. Бейеклеге 3800 метр булған Гара-баши исемле ерҙә будкала төпләнә­ләр. Тышта сатлама һыуыҡ, сығып йөрөрлөк түгел, ҡарҙы иретеп, ҡайнатып сәй эсәләр.
Артабан йәштәр ажғырып торған буранда 4500 метр бейеклеккә күтәрелеүгә өлгәшә – Пастухов ҡаяларына яҡынлаша. Елдең көслө­лөгө шул тиклем, хатта күк менән ерҙең сиктәрен күрерлек булмай.
Иртәгәһенә Башҡортостан сәйә­хәтселәре Эльбрус тауының түбә­һенә етергә ашҡына. Бының өсөн улар төнгө сәғәт 2-лә уянып, ҡарҙан сәй яһап, бутҡа менән туҡланғас, барлыҡ кәрәк-яраҡты төйнәп, артабан артыла. Ҡуйы томан, аяҡ аҫтын­дағы ҡар быяла кеүек шығырлап ята. “Тәүге 400 метрҙы дәртле генә үттек, беҙгә хатта, спортсылар­һы­ғыҙ­мы әллә, тип аптырап ҡараусы­лар байтаҡ булды”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша сәйәхәтсе­ләр. Пастухов ҡаяларына барып еткәс, финик ҡушып сәй эсеп алып, һоҡланғыс таң ҡар­шылайҙар.
Алда иң хәүефле урын – Ҡыйыш кәштә көтә. Был өлөш киңлеге 20 сантиметрлыҡ һуҡмаҡтан ғибәрәт, саҡ ҡына яңылыш баҫһаң, упҡынға осаһың. Күҙ алдында ике турист шун­да ауа, бәхеткә күрә, уларҙы ҡотҡарыу­сылар сығарып ала. Бер ҡатын иһә, ҡалтырауынан, 10 аҙым һайын иҫтән яҙа. Бынан алда ғына Эльбрусҡа артылған ике кешенең ошо упҡынға ҡолап һәләк булыуы хаҡында ишетеү ҙә Башҡортостан сәйәхәтселәренә ҡаршылыҡ кеүек күренмәй. Алға ҡуйылған маҡсатҡа хыянат итеү – рухыбыҙға килешмә­гән һыҙат. Ажғырған буран да, үтә хәүефле урындар ҙа яҡташтары­быҙҙы ҡаушатмай – 20 метр һайын туҡтап ял итә-итә, саңғы таяғына тотоноп тау түбәһенә етәләр. Ниһайәт, баш­ҡортос­тандар Евро­паның иң бейек тауы башында иркен тын алып, еңеү шатлығынан республика флагын күтәрә.



Иҙел БОХАРБАЕВ:

Башҡорт егеттәре – Европаның иң бейек түбәһендә– Бала саҡтан тәбиғәт, хайуандар донъяһы, динозаврҙар тураһында тапшырыуҙар ҡарарға яраттым. Донъялағы иң бейек түбәгә – Эверест тауына менергә хыялландым. Ғөмүмән, сәйәхәт итергә, яңы ерҙәрҙе өйрәнергә, асыштар яһарға яратам. Сығышым менән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынанмын. 2010 йылда ошондағы 2-се урта мәктәпте тамамлап, Мәскәү ҡалаһында тау инженеры йүнәлеше буйынса юғары белем алдым. Артабан аспирантураға уҡырға индем. Әле метро төҙөү станцияһында механик булып эшләйем.
Күптән түгел дуҫым Айнур Эльбрусҡа менергә тәҡдим иткәс, ҡуш ҡуллап ризалаштым. Төркөмөбөҙҙөң “Юлаусылар” тигән исеме лә бар, төрлө составта сығып китәбеҙ, шулай ҙа төп ағзалар бер сәфәрҙән дә ҡалмай.
Эльбрусҡа менеү – ул ауыр, күп көс һәм тырышлыҡ талап иткән эш. Был ниәтте тормошҡа ашырғас, кисергән шатлыҡлы тәьҫораттарҙы әйтеп кенә аңлатырлыҡ түгел. Әлбиттә, түбәгә артылыу еңел бирелмәне. Йөрәк, ҡан баҫымы ауырыуҙары булған, һыуыҡты ауыр кисергән кешеләргә тауға барырға кәңәш итмәҫ инем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 14

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 11

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 13

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 18

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 14

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 17

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 16

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды