Күптән түгел Башҡортостандан бер төркөм йәштәр Европаның иң бейек тауына – Эльбрусҡа юлланып, унда республика флагын күккә сөйҙө. Әкиәттәгеләй фотоһүрәттәрҙе ҡарауы ғына еңел, ысынбарлыҡта иһә тауға менгәндә егеттәр ауырлыҡтар менән көрәшеп, һуңғы көстәрен туплап алға ынтыла, ҡаршылыҡтарға бирешмәй. Иң мөһиме, ҡуйған маҡсаттарына ирешәләр.Руслан Ғәлимйәнов, Айнур Хәйруллин, Иҙел Бохарбаев 1 майҙа Мәскәүҙән ҡуҙғала һәм 20 сәғәттәй ваҡыт эсендә Ставрополь ҡалаһына барып етә. “Төндө ошонда үткәрергә булдыҡ. Мәскәүҙә ағастар бөрөләнеп кенә оҙатып ҡалһа, бында бар тереклек сәскә атҡан, алма, сейә, сирень бөрккән хуш еҫтән башың әйләнерлек. Ҡабарҙа-Балҡарҙың баш ҡалаһы Нальчикка етергә лә күп ҡалманы, алда төньяҡ Кавказдың аҡ “кәпәс”тәре күренә лә башланы”, тип сәйәхәтте ентекле тасуирлап бара Иҙел “Бәйләнештә”ге төркөмдә.
Нальчик ҡалаһына килеп еткәс, урындағы халыҡтың алсаҡлығы, ҡунаҡсыллығы һоҡландыра уларҙы. Артабан юлдары Адыл Су тарлауығындағы “Очаг” приютына илтә. Бында төркөм бәләкәй генә йылы өйҙәрҙә төпләнә. Алда ике көн дауамында мөғжизәле тауҙар буйлап сәйәхәт итеү планлаштырыла.
Гумачи менән Койавганаушҡа йәштәр барлыҡ кәрәк-ярағы менән артыла. Дәртле баҫып “Йәшел ҡунаҡхана”ға барып етәләр, унда Сызрань, Пятигорск ҡалаларынан туристар менән танышалар. Бында Башҡортостан йәштәрен ихлас ҡаршы алып, ҡайҙан, кемдәр икәнлеген һорашып, ашатып, эсереп, сәйәхәттәрен имен дауам итеүҙәрен теләп, файҙалы кәңәштәр биреп оҙатып ҡалалар. Ғөмүмән, юлда осраған һәр кем шат йылмайып сәләмләй, уңыштар теләй, ошо күренештән күңелгә йылы бөркөлә, атлауы ла еңеләйә, тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша егеттәр.
Ниһайәт, Иҙел, Айнур, Руслан йүнәлеште Эльбрус түбәһенә табан ала. Бейеклеге 3800 метр булған Гара-баши исемле ерҙә будкала төпләнәләр. Тышта сатлама һыуыҡ, сығып йөрөрлөк түгел, ҡарҙы иретеп, ҡайнатып сәй эсәләр.
Артабан йәштәр ажғырып торған буранда 4500 метр бейеклеккә күтәрелеүгә өлгәшә – Пастухов ҡаяларына яҡынлаша. Елдең көслөлөгө шул тиклем, хатта күк менән ерҙең сиктәрен күрерлек булмай.
Иртәгәһенә Башҡортостан сәйәхәтселәре Эльбрус тауының түбәһенә етергә ашҡына. Бының өсөн улар төнгө сәғәт 2-лә уянып, ҡарҙан сәй яһап, бутҡа менән туҡланғас, барлыҡ кәрәк-яраҡты төйнәп, артабан артыла. Ҡуйы томан, аяҡ аҫтындағы ҡар быяла кеүек шығырлап ята. “Тәүге 400 метрҙы дәртле генә үттек, беҙгә хатта, спортсыларһығыҙмы әллә, тип аптырап ҡараусылар байтаҡ булды”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша сәйәхәтселәр. Пастухов ҡаяларына барып еткәс, финик ҡушып сәй эсеп алып, һоҡланғыс таң ҡаршылайҙар.
Алда иң хәүефле урын – Ҡыйыш кәштә көтә. Был өлөш киңлеге 20 сантиметрлыҡ һуҡмаҡтан ғибәрәт, саҡ ҡына яңылыш баҫһаң, упҡынға осаһың. Күҙ алдында ике турист шунда ауа, бәхеткә күрә, уларҙы ҡотҡарыусылар сығарып ала. Бер ҡатын иһә, ҡалтырауынан, 10 аҙым һайын иҫтән яҙа. Бынан алда ғына Эльбрусҡа артылған ике кешенең ошо упҡынға ҡолап һәләк булыуы хаҡында ишетеү ҙә Башҡортостан сәйәхәтселәренә ҡаршылыҡ кеүек күренмәй. Алға ҡуйылған маҡсатҡа хыянат итеү – рухыбыҙға килешмәгән һыҙат. Ажғырған буран да, үтә хәүефле урындар ҙа яҡташтарыбыҙҙы ҡаушатмай – 20 метр һайын туҡтап ял итә-итә, саңғы таяғына тотоноп тау түбәһенә етәләр. Ниһайәт, башҡортостандар Европаның иң бейек тауы башында иркен тын алып, еңеү шатлығынан республика флагын күтәрә.
Иҙел БОХАРБАЕВ:– Бала саҡтан тәбиғәт, хайуандар донъяһы, динозаврҙар тураһында тапшырыуҙар ҡарарға яраттым. Донъялағы иң бейек түбәгә – Эверест тауына менергә хыялландым. Ғөмүмән, сәйәхәт итергә, яңы ерҙәрҙе өйрәнергә, асыштар яһарға яратам. Сығышым менән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынанмын. 2010 йылда ошондағы 2-се урта мәктәпте тамамлап, Мәскәү ҡалаһында тау инженеры йүнәлеше буйынса юғары белем алдым. Артабан аспирантураға уҡырға индем. Әле метро төҙөү станцияһында механик булып эшләйем.
Күптән түгел дуҫым Айнур Эльбрусҡа менергә тәҡдим иткәс, ҡуш ҡуллап ризалаштым. Төркөмөбөҙҙөң “Юлаусылар” тигән исеме лә бар, төрлө составта сығып китәбеҙ, шулай ҙа төп ағзалар бер сәфәрҙән дә ҡалмай.
Эльбрусҡа менеү – ул ауыр, күп көс һәм тырышлыҡ талап иткән эш. Был ниәтте тормошҡа ашырғас, кисергән шатлыҡлы тәьҫораттарҙы әйтеп кенә аңлатырлыҡ түгел. Әлбиттә, түбәгә артылыу еңел бирелмәне. Йөрәк, ҡан баҫымы ауырыуҙары булған, һыуыҡты ауыр кисергән кешеләргә тауға барырға кәңәш итмәҫ инем.