Һәр төбәк үҙенсәлекле кешеләре менән йәмле һәм көслө. Берәүҙәр сәмсел, ярһыу булып танылһа, икенселәр – ғорурлыҡ, тәүәккәллек өлгөһө, өсөнсөләр йыр-моңға маһир, дүртенселәр кәсепкә шәп...
Асҡынды төйәк иткәндәрҙең сифаттары хаҡында уйлағанда иһә күңелгә иң беренсе “тәрән аҡыл, сыҙамлылыҡ” тигән һүҙҙәр килә. Бай һәм ҡатмарлы тарихлы ерҙә тамырланған халыҡ ипле, күндәм. Улар ыҙғышмай, ғауғалашмай, барыһы ла үҙеңә бәйле икәнен белеп, баш баҫып эшләй. Шул уҡ ваҡытта йөрәктәрендә ялҡын асҡындарҙың – ихтыяр көсөн һынмаҫ рух нығытҡан.
Ошондай һыҙатлыларҙың сағыу өлгөһө – Ҡушкүл ауылында тыуған ир-уҙаман Фаат Фәтхуллин. Хеҙмәт юлын колхозсы сифатында башлап, ғүмер буйы урындағы етәкселектә эшләгән, әле район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары бурысын атҡарған Фаат Нурулла улы тәү сиратта Асҡынының патриоты булып ҡала.– Тыуған еремдән бер ваҡытта ла айырылманым, – ти ул. – Асҡын минең өсөн – ерҙең кендеге, тормош уның тирәләй әйләнә кеүек. Күпте күргән һәм кисергән, ләкин баш эймәгән, үҙе булып ҡалған ата-бабабыҙҙың рухы изге төйәгебеҙгә еректереп йәшәтә.
– Ә бала, үҫмер сағығыҙҙа ҡайҙалыр юлланыу, ҡаланы яулау хыялы булманымы?
– Төпкөлдә ятҡан бәләкәй генә ауылдағы алты балалы ғаиләлә үҫкәнгәлер, бәләкәйҙән тыуған төйәгемдең “уң ҡулы” булырға теләнем. Атайыбыҙ йәшләй баҡыйлыҡҡа күскән, уның һыны өҙөк-өҙөк кенә күҙ алдымда һаҡлана. Алты бала менән яңғыҙ ҡалған әсәйебеҙ (ул, Аллаға шөкөр, әле иҫән, йәй 90 йәш туласаҡ) көнө-төнө эшләне, беҙ ҙә бәләкәйҙән хеҙмәткә егелдек. Һигеҙ йәшемдә салғы тотоп, өйҙәге “бесәнсе”ләр сафына баҫтым. Йорттағы бурыстарҙы атҡарыуҙан тыш, колхозда ярҙам иттек, көтөү көттөк. Ҡырҙағы игенселәргә, мал аҙығы әҙерләүселәргә һыбай аҙыҡ-түлек, һыу ташый торғайныҡ. Ошолай эш белеп, йәмғиәт “ҡаҙаны”нда ҡайнап үҫкәнем өсөн әсәйемә, ауылдаштарыма ҙур рәхмәтлемен.
Унынсы класты тамамлағас, уҡыуымды һөнәрселек училищеһында дауам иттем. Унда хәрби водитель булырға әҙерләнеләр. Ҙур маҡсаттар, сикһеҙ дәрт менән илде һаҡлауға китергә йөрөгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хыялым селпәрәмә килде. Арыш сәскәндә аяғымды сәскескә ҡыҫтырҙым. Шулай армияға барыр урынға икенсе төркөм инвалидлыҡҡа дусар итте яҙмыш. Юҡ, зарланмайым, шулай тейеш булғандыр...
Йөрөрлөк хәлгә еткәс, Солтанай мәктәбендә эш башланым. Бөрө дәүләт педагогия институтын, унан Башҡортостан дәүләт аграр университетын ситтән тороп тамамланым. Ауыл хакимиәтенә эшкә саҡырҙылар, депутат итеп һайланылар, артабан – райондың комсомол ойошмаһы, партия органдары, хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлеге... 2007 йылдан иһә башлыҡтың социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһындамын.
Ғөмүмән, әйткәнемсә, Асҡындан бер ҡайҙа ла сыҡманым. Ситкә китеү, ҡаланы “яулау” кеүек маҡсаттар булманы миндә.
– Тимәк, кеше тыуған еренән айырылырға тейеш түгел, тиһегеҙме?
– “Ҡайҙа тыуғанһың, шунда кәрәкһең” тигән әйтем бар. Дөрөҫтөр. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа, айырыуса милләтебеҙҙең яҙмышы хаҡында уйланғанда, был һүҙҙәрҙе киңерәк мәғәнәлә аңларға кәрәклегенә төшөнә барам. Тыуған еребеҙҙәге тамырҙар шул урында ғына нығынырға түгел, ә ситкә лә таралырға тейештер. Ошо уйымды раҫлағандай, һуңғы йылдарҙа йәштәребеҙҙең байтағы Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, сит илдәргә белем алырға юллана, шунда эшләп киткәндәр ҙә күбәйә. Һәләттәре, теләктәре бар икән, әйҙә, юғарыға үрләһендәр! “Башҡорт – тәбиғәт балаһы” тип, бөтөнөбөҙ ауылда төпләнергә тейешме ни? Беҙҙең милләт вәкилдәренең башҡа тармаҡтарҙа – сәйәсәттә, иҡтисадта, хоҡуҡ өлкәһендә, сәнәғәттә – эшләргә нимәһе етмәй? Етә көсөбөҙ ҙә, аҡылыбыҙ ҙа. Ғилемле, талантлы йәштәребеҙ быны ныҡлы иҫбатлай ҙа.
Ошо мәсьәлә хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Берҙәм дәүләт имтиханының милләтте үҫтереү өсөн биргән мөмкинлеге хаҡында әйтеп үтеү зарурҙыр. Эйе, был һынау төрөн бәғзеләр “ҡаҡҡылай”, “һуҡҡылай”, элекке системаға ҡайтыу кәрәклеген белдерә... Беренсенән, башлаған эште бер ваҡытта ла ергә һалып тапарға ярамай, камиллаштырырға кәрәк. Закон тарафынан ҡушылған икән, йөкләмә мотлаҡ үтәлергә тейеш. Икенсенән, әйтеп үткәнемсә, БДИ милләтте үҫтереүгә юл аса. Элек ауыл балалары араһынан бик һирәктәр ҡалаға юллана алһа, хәҙер бит был күрһәткес байтаҡҡа күбәйҙе. Мәҫәлән, хәтерләйһегеҙҙер, күптән түгел Мәскәүҙәге башҡорт ҡыҙҙары араһында гүзәллек бәйгеһе үткәрелде. Быға ҡәҙәр баш ҡалала шундай конкурстар ойоштора ала инекме?
Беҙгә БДИ тапшырасаҡ уҡыусыларыбыҙҙы рухлы, илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләү мөһим. Ошо бурысты атҡара алһаҡ, йәштәребеҙ, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, милләтен хәстәрләүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуясаҡ. Шуға ла, минеңсә, ата-әсә балаһын БДИ менән ҡурҡытмаҫҡа, ә бәләкәй кластарҙан алып үтелгән һәр теманы ныҡлы үҙләштереү кәрәклеген аңлатырға, үҙ көсөң менән белем алыуҙың әһәмиәтенә төшөндөрөргә тейеш. Бынан уҡыусыға ла, милләткә лә тик файҙа булыр.
– Илһөйәрлек тигәндән, асҡындарҙың рухлылығы, үткәндәренә ҡарата ихтирамы һоҡландыра...
– Беҙҙең халыҡ күпте күргән. Ата-бабаларыбыҙ 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан, районыбыҙҙан Салауат Юлаев ғәскәрҙәре үткән, ихтилал баҫтырылғанда ауылдарыбыҙ яндырылған... Тарихы ҡанлы булғанға ла халҡыбыҙҙың татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа ынтылышы көслө. Иң мөһиме – донъя тыныс торһон, башҡа ауырлыҡтар иһә бер ни түгел, сыҙарлыҡ. Шуға, мәҫәлән, уҙған быуат аҙағында колхоз-совхоздарҙың тарҡалыуын да халҡыбыҙ тыныс кисерҙе, тиҙ арала хәлде яйға һалыу юлын тапты. Үҙ көсөңә ышанып, таянып йәшәргә кәрәклеген белә асҡындар. Үткәндәрен онотмайҙар, унан һабаҡ алалар. Был тәрбиә өлгөһөн йәш быуынға тапшырыу эше лә яҡшы ойошторолған.
– Үҙ көсөнә таянып йәшәгән асҡындар йүнселлектең ниндәй йүнәлештәрен үҙ итә?
– Әле районда 8 500 шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар. Халыҡ күпләп мал аҫрай, умарта тота, йәшелсә үҫтерә, ағас эше менән шөғөлләнә. Әлбиттә, тәбиғәттең ҡырыҫлығы сәбәпле, ҡайһы бер йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырып булмай. Мәҫәлән, игендең барлыҡ төрҙәрен дә үҫтереү мөмкинлеге юҡ. “Һыуыҡ булмаған осор” тигән термин бар бит, беҙҙең Асҡында уның ваҡыты – 88 көн, көҙгө тәүге ҡырауға тиклем. Ә яҡшы сортлы ҡаты бойҙайҙы тейешле кимәлдә үҫтереү өсөн йылы температуралы 120 көн кәрәк. Ужым культуралары, арыш ҡына һәйбәт өлгөрә беҙҙә.
Ғөмүмән, ауыл хужалығы – кешелекте тотоп торған тармаҡ ул. Ул эштән, үҫештән туҡтап ҡала икән, тормош һүнәсәк. Ни өсөн тигәндә, ауыл хужалығы – туйындырыусыбыҙ. Ә ас кешенең асыуы яман була.
Был ерҙәрҙә ата-бабабыҙ элек-электән арыш, ужым культуралары, туҡранбаш үҫтергән, бәрәңге сәскән, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Туҡранбашты сит төбәктәргә, илдәргә лә һатҡандар. Уҙған быуатта ла әле районда май-сыр заводы, йәшелсә киптереү комбинаты бар ине. Халыҡ уларға продукцияһын тапшырып, арыу уҡ табыш ала торғайны. Комбинатта, мәҫәлән, мең тоннаға хәтлем бәрәңге эшкәртелде. Кешеләр картуф үҫтереп аҡса табырға тырышты. Комбинатта яһалған крахмал, кеҫәл экспортҡа ла ебәрелде. Германияла хеҙмәт иткән егеттәребеҙ әле лә һөйләй. “Вагон бушатырға килгәйнек, үҙебеҙҙең Асҡындың ҡапсыҡтарын күреп, күҙҙәргә йәш төйөлдө”, – тиҙәр. Тулҡынландырғыс та шул!
Заманында райондың 70 мең гектарға яҡын һөрөнтө ере, 40 мең гектарҙан ашыу игенлеге бар ине. Хәҙер ул майҙандар бер нисә тапҡырға кәмене. Белеүебеҙсә, бындай хәл беҙҙә генә түгел. Ялҡаулыҡтың, эшләмәйенсә ашарға теләүҙең дә сағылышы барҙыр. Үҙебеҙ етештереү урынына ошо көнгәсә күпме ваҡыт ситтәрҙең аҙыҡ-түлеген ашап йәшәнек. Хатта бәрәңгене лә бит сит илдән килтергән осраҡтар күп булды! “Әҙергә – хәҙер” булып йәшәү эшсе һөнәрҙәренә, хеҙмәт тәрбиәһенә иғтибар кәмеүенә килтерҙе, балаларҙы “аҡһөйәк” итеп үҫтереүгә юл асты. Бына бит, күп нәмә ауыл хужалығына бәйле, хатта тәрбиә лә.
Үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай, әлбиттә. Алдағыһын уйларға, элекке хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк. Ауыл хужалығына, фермерҙарға иғтибарҙы арттырғанда байтаҡ проблеманы хәл итеү мөмкин буласаҡ, тип уйлайым. Балалар ҙа хеҙмәткә, һөнәргә өйрәнеп үҫер ине. Ғөмүмән, уларҙы эшкә ҡушыуҙан йәлләргә ярамай. Көсөнән килгәнде башҡарыу һис кемгә зыян итмәй. Хеҙмәт бит йәшәргә, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтә.
Балаларҙы башҡа ауылға йөрөтөп уҡытыуҙан да проблема яһамаһаҡ ине. Элек тә бит шулай булды, әммә был мәсьәлә ауырлыҡ кеүек күренмәне. Өҫтәүенә хәҙерге балаларға автобус бүленгән, әүәлге һымаҡ йәйәү йөрөмәйҙәр, заманса йыһазландырылған, ҡаланыҡынан һис ҡалышмаған мәктәптәрҙә белем алалар. Барына риза булайыҡ, йәш быуынды артыҡ иркәләтмәйек, тимәксемен.
– “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигәнде иҫтән сығармаҫҡа саҡыраһығыҙмы?
– Әҙәм балаһын хәрәкәт йәшәтә. Шул уҡ ауыл хужалығына әйләнеп ҡайтҡанда, ҙур тырышлыҡ менән үҙ продукциябыҙҙы етештереүгә тотонһаҡ, бихисап сирҙән дә арыныр инек, тим. Беренсенән, хәрәкәт итәһең, икенсенән, сифатлы аҙыҡ-түлек һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Һуңғы йылдарҙа, белеүегеҙсә, яман шеш ауырыуы артты. Уның төп сәбәбен мин туҡланған аҙығыбыҙҙың сифатында күрәм. Стрестарҙың күп булыуынан, ти ҡайһы берәүҙәр. Көсөргәнеш бит элек тә булған, халҡыбыҙ бер ҡасан да еңеллектә ғүмер итмәгән. Ә барыбер оҙаҡ йәшәгәндәр, сөнки үҙҙәре етештергән ризыҡ менән туҡланғандар, тәбиғәттең ҡәҙерен белгәндәр.
Ауырыуҙың сәбәбе сит ерҙәргә ял итергә күп йөрөүҙә лә булыуы ихтимал. Кешенең организмы үҙ еренең тәбиғәт шарттарына күнеккән. Уны башҡа ерҙән көсләп ләззәт алдырырға тырышыуҙың сиргә илтеүе ихтимал. Был мәсьәлә үҙебеҙҙә туризмды үҫтереү бурысын тағы ла киңәйтә.
– Бурыс тигәндән, Фаат Нурулла улы, бөгөнгө етәкселәр ниндәй булырға тейеш?
– Иң мөһиме – халыҡты аңлай белергә, проблемаларҙы бергә хәл итергә кәрәк. Ғөмүмән, етәксегә бер ҡасан да еңел булмаған. Шул уҡ ваҡытта һәр замандың үҙ ҡыйынлығы һәм үҙ матурлығы. Кешеләге яҡшы һыҙаттарҙы күреп, шуны өҫкә сығарырға тырышыу мөһим. Изгелек, дөрөҫлөк һәр ваҡыт еңә ул.
Етәксенең “Әйттем – бөттө! Фекеремде үҙгәртмәйәсәкмен” тигән принцибы дөрөҫ түгел, минеңсә. Хаталарыңды ваҡытында төҙәтә белеү мөһим. Дөрөҫ булмағанын белә тороп, һүҙеңде һүҙ итергә тырышыуҙы егетлек тип һанамайым. Дөйөм эштең уңышына ҡамасаулаған хеҙмәткәрҙе йәлләп тотоу ҙа яңылыш.
– Элек мәктәптә эшләгән кеше булараҡ, уҡыусылар менән осрашҡанда уларға ниндәй һабаҡ бирергә тырышаһығыҙ?
– “Һеҙ – райондың буласаҡ етәкселәре. Арағыҙҙа хакимиәт башлығы, уның урынбаҫарҙары, мәктәп директорҙары, предприятие етәкселәре ултыралыр”, – тиһәм, йәштәребеҙ тағы ла етдиләнеп китә.
– Кино йылына бәйле ниндәй хыялығыҙ бар?
– Асҡын ере хаҡында тарихи фильм төшөрөлһөн ине, тип теләйем. Бергәләп башҡарһаҡ, булдырыр инек!
– Милләтебеҙгә бәйле ниндәй хәҡиҡәткә таянаһығыҙ?
– Башҡортлоҡ телдә генә түгел, ә күңелдә, йөрәктә!
Д. ИШМОРАТОВА
яҙып алды.