Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ер ҡөҙрәте – ил ҡеүәте
Ер ҡөҙрәте –  ил ҡеүәте Республикабыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор: улар, аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен, минутын файҙаланып, киләһе уңышҡа нигеҙ һала.

Саҡмағош районының «Октябрь» кооперативы баҫыуҙарында ла машина, трактор тауыштары тынмай. Предприятиеның биш мең гектар ере тәрбиәле, буш ятҡан майҙандарҙы осратмаҫһың. Былтыр 700 гектарҙа сәселгән ужым культуралары, белгестәр билдәләүенсә, матур ҡышлаған, өҫтәмә эштәр талап ителмәй. Әле көндәр аяҙ торғас, сәсеү ырамлы бара. Игенселәр бойҙай, һоло, арпа, ҡарабойҙай баҫыуҙарында эште тиҙ арала тамамларға ниәтләй. Бынан тыш, шәкәр сөгөлдөрө, сенаж өсөн кукуруз да үҫтереләсәк.
Ер ҡөҙрәте –  ил ҡеүәте– Халыҡтың тырышлығына аптырарһың: һәр ҡайһыһы дөйөм эш өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, уңғанлыҡ күрһәтә, – ти хужалыҡ рәйесе Альберт Мусин. – Шөкөр, яҙғы сәсеү барышында бер ниндәй ҡыйынлыҡҡа тарыманыҡ. Техникабыҙ көйлө эшләй, сөнки яуаплы осорға әҙерлек ҡыш буйына барҙы.
Әйткәндәй, бында техника паркын яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр. Әле тағы заявка бирелгән, тиҙҙән кооператив баҫыуҙарын ҡеүәтле тракторҙар иңләй башлаясаҡ. Сәсеүгә алдан уҡ минераль ашлама, элиталы орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары ла һатып алғандар. «Яғыулыҡ көҙөн ашлыҡты урып-йыйыуға ла етерлек», – ти механизаторҙар.
Бында әле йәмғеһе 140 кеше мәшғүл, ҡыҙыу осорҙа ваҡытлыса хеҙмәткәрҙәр ҙә йәлеп ителә икән. Яланда ике тапҡыр бушлай туҡланыу ойошторолған. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, шуға сит тарафтарға бәхет эҙләп юлланыусылар һирәк. Йәштәр ололар менән бер рәттән игенселектә генә түгел, малсылыҡта ла ихлас эшләй.
Етәкселек алдынғы механизаторҙарҙан аталы-уллы Рәлис һәм Радик Ҡоҙашевтарҙы, Ильяс Әмирхановты, Илшат Аллаяровты, Илшат Тимашевты, водителдәр Эльвир Шакировты, Урал Хажиевты, Радик Исламовты һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алды.

* * *

«Үҙәк» МТС-ының Илеш филиалы баҫыуҙарында ла эш гөрләй. Йәмғиәттең 12 мең гектар ере бар, бынан тыш, Баҡалы районына ҡараған өс меңдән ашыу гектарҙы ла эшкәртәләр. Бында Рәсәйҙә етештерелгән ауыл хужалығы техникаһына өҫтөнлөк бирәләр. Яҙғы баҫыу эштәре тотҡарлыҡһыҙ һәм ваҡытында башҡарылһын өсөн яғыулыҡ, орлоҡ алдан хәстәрләнгән.

Хужалыҡта 200-гә яҡын кеше эш менән тәьмин ителгән. Юғары белемле кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, йәштәрҙең дә ауылды ташлап китмәүенә ҡыуана етәкселек. Филиал директоры Рим Шәмсетдинов белдереүенсә, Үрге Йәркәйҙәге 86-сы лицейҙы тамамлаусыларҙың күбеһе бында килә икән.
– Эш һорағандарҙы кире бороп сығармайбыҙ, һәр береһе беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Хеҙмәт хаҡының юғары булыуы ла күптәрҙе ылыҡтыра, – ти Рим Фәнис улы. – Хеҙмәткәрҙәр алдында бурыс юҡ, ваҡытында иҫәпләшергә тырышабыҙ.
Механизаторҙар Әнис Шәйхазиев, Фларис Шакиров, Илүс Хәбетдинов, Ғәзизйән Ғабдрахманов, водителдәр Рәфис Әмирғолов, Фларис Имамов, Илмир Мостафин һәр саҡ алдынғылар рәтендә.






Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Саҡмағош, Илеш райондары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә