Республикабыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор: улар, аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен, минутын файҙаланып, киләһе уңышҡа нигеҙ һала.Саҡмағош районының «Октябрь» кооперативы баҫыуҙарында ла машина, трактор тауыштары тынмай. Предприятиеның биш мең гектар ере тәрбиәле, буш ятҡан майҙандарҙы осратмаҫһың. Былтыр 700 гектарҙа сәселгән ужым культуралары, белгестәр билдәләүенсә, матур ҡышлаған, өҫтәмә эштәр талап ителмәй. Әле көндәр аяҙ торғас, сәсеү ырамлы бара. Игенселәр бойҙай, һоло, арпа, ҡарабойҙай баҫыуҙарында эште тиҙ арала тамамларға ниәтләй. Бынан тыш, шәкәр сөгөлдөрө, сенаж өсөн кукуруз да үҫтереләсәк.
– Халыҡтың тырышлығына аптырарһың: һәр ҡайһыһы дөйөм эш өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, уңғанлыҡ күрһәтә, – ти хужалыҡ рәйесе Альберт Мусин. – Шөкөр, яҙғы сәсеү барышында бер ниндәй ҡыйынлыҡҡа тарыманыҡ. Техникабыҙ көйлө эшләй, сөнки яуаплы осорға әҙерлек ҡыш буйына барҙы.
Әйткәндәй, бында техника паркын яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр. Әле тағы заявка бирелгән, тиҙҙән кооператив баҫыуҙарын ҡеүәтле тракторҙар иңләй башлаясаҡ. Сәсеүгә алдан уҡ минераль ашлама, элиталы орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары ла һатып алғандар. «Яғыулыҡ көҙөн ашлыҡты урып-йыйыуға ла етерлек», – ти механизаторҙар.
Бында әле йәмғеһе 140 кеше мәшғүл, ҡыҙыу осорҙа ваҡытлыса хеҙмәткәрҙәр ҙә йәлеп ителә икән. Яланда ике тапҡыр бушлай туҡланыу ойошторолған. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, шуға сит тарафтарға бәхет эҙләп юлланыусылар һирәк. Йәштәр ололар менән бер рәттән игенселектә генә түгел, малсылыҡта ла ихлас эшләй.
Етәкселек алдынғы механизаторҙарҙан аталы-уллы Рәлис һәм Радик Ҡоҙашевтарҙы, Ильяс Әмирхановты, Илшат Аллаяровты, Илшат Тимашевты, водителдәр Эльвир Шакировты, Урал Хажиевты, Радик Исламовты һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алды.
* * *
«Үҙәк» МТС-ының Илеш филиалы баҫыуҙарында ла эш гөрләй. Йәмғиәттең 12 мең гектар ере бар, бынан тыш, Баҡалы районына ҡараған өс меңдән ашыу гектарҙы ла эшкәртәләр. Бында Рәсәйҙә етештерелгән ауыл хужалығы техникаһына өҫтөнлөк бирәләр. Яҙғы баҫыу эштәре тотҡарлыҡһыҙ һәм ваҡытында башҡарылһын өсөн яғыулыҡ, орлоҡ алдан хәстәрләнгән.
Хужалыҡта 200-гә яҡын кеше эш менән тәьмин ителгән. Юғары белемле кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, йәштәрҙең дә ауылды ташлап китмәүенә ҡыуана етәкселек. Филиал директоры Рим Шәмсетдинов белдереүенсә, Үрге Йәркәйҙәге 86-сы лицейҙы тамамлаусыларҙың күбеһе бында килә икән.
– Эш һорағандарҙы кире бороп сығармайбыҙ, һәр береһе беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Хеҙмәт хаҡының юғары булыуы ла күптәрҙе ылыҡтыра, – ти Рим Фәнис улы. – Хеҙмәткәрҙәр алдында бурыс юҡ, ваҡытында иҫәпләшергә тырышабыҙ.
Механизаторҙар Әнис Шәйхазиев, Фларис Шакиров, Илүс Хәбетдинов, Ғәзизйән Ғабдрахманов, водителдәр Рәфис Әмирғолов, Фларис Имамов, Илмир Мостафин һәр саҡ алдынғылар рәтендә.