Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мерәҫтең бәҫен һаҡлап
“Ирҙең бәхете – эштән һәм ғаиләһенән, – ти хеҙмәт ветераны Рауил Байрамғолов. – Мин икеһенән дә уңдым. Ғаиләмдән алынған күңел бөтөнлөгө хеҙмәткә көс бирҙе”.

Рауил Бәҙретдин улы Мерәҫ ауылында ишле ғаиләлә үҫә. Зиһенле, ныҡышмал малай бәләкәйҙән ҡул араһына инә, уҡыуҙа ла һынатмай. Алты-ете йәшлек сағында уҡ колхоз эшендә ярҙам иткәнен йылмайып иҫкә ала ул.
Тыуған ауылында башланғыс белем алғас, тиҫтерҙәре менән бергә Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се мәктәпкә уҡырға йөрөй башлай. Көн һайын ике араны йәйәү үтергә тура килһә лә, йәш мерәҫтәр бирешмәй. Уҡыуҙа яҡшы өлгәшеү менән бер рәттән түңәрәктәргә күпләп йөрөй улар. Айырыуса фото төшөрөү, ҡул эштәренә бәйле шөғөл­дәрҙе үҙ итәләр.
– Төрлө яҡтан килеп уҡыһаҡ та, бер-беребеҙ менән шул ҡәҙәр дуҫ, татыу булдыҡ, – ти Рауил Бәҙретдин улы. – Беҙҙе, ауылдыҡыларҙы, Баймаҡ ҡалаһы уҡыусылары ситкә типмәне. Киреһенсә, дәрестәр бөтөп, түңәрәк башланғанын көткән арала өйөнә алып ҡайтып, ашатып-эсереп ебәрә торғайнылар.
1959 йылда малай колхозға бесән әҙерләүҙә ярҙам иткәне өсөн фотоаппарат менән бүләкләнә. Дәртләнеп китеп, был шөғөлгә ныҡлап тотона. Тыуған ауылының һоҡланғыс тәбиғәте, эшсән халҡының тормош-көнкүреше сағылған фотоһүрәттәрен әле лә ҡәҙерләп һаҡлай.
Мәктәпте тамамлағас, тырыш егетте Мерәҫ бригадаһына саҡыралар. Армияға алынғанға тиклем туған колхозында эшләй ул. Артабан Бело­руссияның Гомель ҡалаһында хәрби бурысын үтәй, ҡайтҡас, ауыл хужалығы институтында ситтән тороп белем ала. Шул арала райондың “Октябрь байрағы” гәзите редакцияһында фото­хәбәрсе булып эшләргә өлгөрә.
Юғары уҡыу йортоноң өсөнсө курсын тамамлағас, егетте “Урал аръяғы” мал һимертеү совхозына зоотехник итеп тәғәйенләйҙәр. Һынатмай Рауил Бәҙретдин улы, тырышып эшләй. Артабан дипломлы йәш белгес яңы барлыҡҡа килгән тармаҡҡа ауыл хужалығы продукттарын һатып алыу һәм уның сифаты буйынса дәүләт инспекторы вазифаһына күсерелә, 1991 йылда етәксе итеп үрләтелә.
Билдәле булыуынса, шул йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһының сифатын яҡшыртыу йәһәтенән яңы дәүләт стандарттары, инструкциялар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, һөт һауылғандан һуң ун градусҡа тиклем һыуытылып тапшы­рылырға тейеш була. Хаҡ өс сортҡа бүлеп түләнә. Ул ваҡытта райондың 46 һөтсөлөк ферма­һының ни бары 12-һе генә яңы дәүләт стандарттары талаптарына әҙер булып сыға. Башҡала­ры­ның был тәңгәлдә нисек эш алып барыуын инспекторҙар ныҡлы контролдә тота.
Бында Рауил Байрамғоловтың ғәҙеллеге, талапсанлығы ныҡ ярҙам итә. Башҡаларҙың һүҙенә төшмәгән, ярам­һаҡланмаған, эшенә яуаплы ҡараған етәксегә еңелдән булмай. Ләкин кешелеклелеге, башлағанын аҙағына тиклем еткереү һәләте, дөрөҫ баһа биреүе арҡаһында барыһын да уңышлы атҡара. Эшенең оҫтаһына әүерелгән талапсан етәксене 1995 йылда республика Президенты ҡарамағындағы Дәү­ләт-контроль комитетына көньяҡ-көн­сығыш төбәк буйынса (Сибай һәм Бай­маҡ ҡалалары, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондары) инспектор итеп тәғәйенләйҙәр. Хаҡлы ялға сыҡ­ҡансы ошо бурысты лайыҡлы атҡара Рауил Бәҙретдин улы. Маҡтау ҡағыҙ­ҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Ҡатыны Гөлсара Искәндәр ҡыҙы ғүмер буйы Баймаҡ лицей-интернатында биология һәм химия фәндәрен уҡыта. Ике бала үҫтерәләр. Улдары Рәмил – районда билдәле эшҡыуар, Гөлфирә БДУ-ның Сибай институтында эшләй, биология фәндәре кандидаты, профессор.
Хаҡлы ялдағы өлкәндәр баҡсасылыҡ, йәшелсәселек менән ихлас шөғөлләнә. Ихаталары яҙҙан көҙгә ҡәҙәр шау сәскәгә күмелеп, тирә-йүнгә йәшәү дәрте өҫтәй. Олатай-өләсәйенә ярҙамға ейәндәре Илнур менән Ильяс та йүгереп килеп етә.



Автор: К. ИГЕБАЕВА. Район: Баймаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә