Мерәҫтең бәҫен һаҡлап11.05.2016
“Ирҙең бәхете – эштән һәм ғаиләһенән, – ти хеҙмәт ветераны Рауил Байрамғолов. – Мин икеһенән дә уңдым. Ғаиләмдән алынған күңел бөтөнлөгө хеҙмәткә көс бирҙе”.
Рауил Бәҙретдин улы Мерәҫ ауылында ишле ғаиләлә үҫә. Зиһенле, ныҡышмал малай бәләкәйҙән ҡул араһына инә, уҡыуҙа ла һынатмай. Алты-ете йәшлек сағында уҡ колхоз эшендә ярҙам иткәнен йылмайып иҫкә ала ул.
Тыуған ауылында башланғыс белем алғас, тиҫтерҙәре менән бергә Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се мәктәпкә уҡырға йөрөй башлай. Көн һайын ике араны йәйәү үтергә тура килһә лә, йәш мерәҫтәр бирешмәй. Уҡыуҙа яҡшы өлгәшеү менән бер рәттән түңәрәктәргә күпләп йөрөй улар. Айырыуса фото төшөрөү, ҡул эштәренә бәйле шөғөлдәрҙе үҙ итәләр.
– Төрлө яҡтан килеп уҡыһаҡ та, бер-беребеҙ менән шул ҡәҙәр дуҫ, татыу булдыҡ, – ти Рауил Бәҙретдин улы. – Беҙҙе, ауылдыҡыларҙы, Баймаҡ ҡалаһы уҡыусылары ситкә типмәне. Киреһенсә, дәрестәр бөтөп, түңәрәк башланғанын көткән арала өйөнә алып ҡайтып, ашатып-эсереп ебәрә торғайнылар.
1959 йылда малай колхозға бесән әҙерләүҙә ярҙам иткәне өсөн фотоаппарат менән бүләкләнә. Дәртләнеп китеп, был шөғөлгә ныҡлап тотона. Тыуған ауылының һоҡланғыс тәбиғәте, эшсән халҡының тормош-көнкүреше сағылған фотоһүрәттәрен әле лә ҡәҙерләп һаҡлай.
Мәктәпте тамамлағас, тырыш егетте Мерәҫ бригадаһына саҡыралар. Армияға алынғанға тиклем туған колхозында эшләй ул. Артабан Белоруссияның Гомель ҡалаһында хәрби бурысын үтәй, ҡайтҡас, ауыл хужалығы институтында ситтән тороп белем ала. Шул арала райондың “Октябрь байрағы” гәзите редакцияһында фотохәбәрсе булып эшләргә өлгөрә.
Юғары уҡыу йортоноң өсөнсө курсын тамамлағас, егетте “Урал аръяғы” мал һимертеү совхозына зоотехник итеп тәғәйенләйҙәр. Һынатмай Рауил Бәҙретдин улы, тырышып эшләй. Артабан дипломлы йәш белгес яңы барлыҡҡа килгән тармаҡҡа ауыл хужалығы продукттарын һатып алыу һәм уның сифаты буйынса дәүләт инспекторы вазифаһына күсерелә, 1991 йылда етәксе итеп үрләтелә.
Билдәле булыуынса, шул йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһының сифатын яҡшыртыу йәһәтенән яңы дәүләт стандарттары, инструкциялар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, һөт һауылғандан һуң ун градусҡа тиклем һыуытылып тапшырылырға тейеш була. Хаҡ өс сортҡа бүлеп түләнә. Ул ваҡытта райондың 46 һөтсөлөк фермаһының ни бары 12-һе генә яңы дәүләт стандарттары талаптарына әҙер булып сыға. Башҡаларының был тәңгәлдә нисек эш алып барыуын инспекторҙар ныҡлы контролдә тота.
Бында Рауил Байрамғоловтың ғәҙеллеге, талапсанлығы ныҡ ярҙам итә. Башҡаларҙың һүҙенә төшмәгән, ярамһаҡланмаған, эшенә яуаплы ҡараған етәксегә еңелдән булмай. Ләкин кешелеклелеге, башлағанын аҙағына тиклем еткереү һәләте, дөрөҫ баһа биреүе арҡаһында барыһын да уңышлы атҡара. Эшенең оҫтаһына әүерелгән талапсан етәксене 1995 йылда республика Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-контроль комитетына көньяҡ-көнсығыш төбәк буйынса (Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондары) инспектор итеп тәғәйенләйҙәр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо бурысты лайыҡлы атҡара Рауил Бәҙретдин улы. Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Ҡатыны Гөлсара Искәндәр ҡыҙы ғүмер буйы Баймаҡ лицей-интернатында биология һәм химия фәндәрен уҡыта. Ике бала үҫтерәләр. Улдары Рәмил – районда билдәле эшҡыуар, Гөлфирә БДУ-ның Сибай институтында эшләй, биология фәндәре кандидаты, профессор.
Хаҡлы ялдағы өлкәндәр баҡсасылыҡ, йәшелсәселек менән ихлас шөғөлләнә. Ихаталары яҙҙан көҙгә ҡәҙәр шау сәскәгә күмелеп, тирә-йүнгә йәшәү дәрте өҫтәй. Олатай-өләсәйенә ярҙамға ейәндәре Илнур менән Ильяс та йүгереп килеп етә.