Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Килде заман, инде шатлан, ҡурай, йәмле тауышың илгә яңғыраһын!”
“Килде заман, инде шатлан, ҡурай, йәмле тауышың илгә яңғыраһын!” “...Килде заман, инде шатлан, ҡурай,
Йәмле тауышың илгә яңғыраһын!
Ҡыуанып китһен урман, сәхрә, туғай,
Буҙ турғайҙар ҡыуанып һайраһын!
...Күкрәтеп, геүләп, һайрап, өзләп,
Килде, ҡурай, уйнар миҙгелең.
Яҡты уйҙар һалып, дәртен ҡуҙғап,
Күккә ашыр йөрәктәр һиҙгерен!”
– тигән юлдар бар бөйөк Шәйехзада Бабичтың “Ҡурайҡайға” тигән шиғырында. Эйе, башҡорттоң милли музыка ҡоралының ғүмере оҙон булырына, көйө һис ҡасан тынмаҫына, хатта быуаттар үткән һайын көслөрәк яңғырарына ныҡлы ышанған ата-бабабыҙ.

Урал тауҙарын үҙ иткән ябай ғына көпшә үләндең моңон башҡа бер ниндәй музыка ҡоралы алмаштыра алмай кеүек. Һағышлы ла, дәртле лә ҡурайыбыҙ элек-электән халҡыбыҙҙың айырылмаҫ юлдашы, шатлығын уртаҡлашыусы, ҡайғыһын баҫыусы, серҙәрен тыңлаусы, дәрт-дарман өҫтәүсе дуҫы булған. Тәбиғәт балаһы тип танылған башҡорт, көпшә үләндең сихри моңон күңеленә һалып, йәшәүгә яңы көс туплаған, рухын, ихтыярын нығытҡан.
Байрам-мәжлестә генә түгел, эштә лә, яуҙа ла ҡурайынан айырылмаған ата-бабабыҙ.
“Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта
Уң ҡулында булыр ҡурайы”, –­
тигән һүҙҙәр генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Ғәбит, Ишмөхәмәт, Ҡобағош сәсәндәр, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев, Әҙһәм Исҡужин, Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Ишморат Илбәков, Рәсүл Ҡарабулатов, Азат Биксурин... Был исемлек, һис шикһеҙ, киләсәктә йәш оҫталар менән тулыланыр. Ни өсөн тигәндә, бөгөн дә ҡурай тоғро юлдашыбыҙ, ҡулдан төшөрмәҫ аманатыбыҙ булып ҡала. Уны данлап төрлө конкурстар, фестивалдәр үткәрелә, йәш быуынды ла музыка ҡоралының серҙәренә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, тиҙҙән, 3-4 июндә, Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы уҙғары­ласаҡ. Талантлыларҙы билдәләү, йәштәр күңелендә милли фольклорыбыҙға һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа изге маҡсаттарҙы алған байрамда ижади майҙансыҡ, семинар ойоштороу, оҫталарҙың сығышын баһалап, еңеүселәр һәм ҡунаҡтар ҡатнашлығында гала-концерт уҙғарыу ҡаралған.
Ҡурайсы-солистар араһындағы ярыш ике турға бүленеп, йәш буйынса өс категорияла үткәреләсәк. Улар үҙ теләге буйынса оҙон йә ҡыҫҡа көйҙәрҙе башҡара ала. Ансамблдәрҙең бәйгеһе иһә бер турҙа, ике йәш категорияһы буйынса ойошторола. Конкурсанттар традицион башҡарыу оҫталығына эйә булырға, уйнаған көйөнөң тарихын, легендаһын белергә тейеш.
Ҡурай байрамын ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте, республиканың Ҡурайсылар союзы.


Автор: Д. ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә