“...Килде заман, инде шатлан, ҡурай,
Йәмле тауышың илгә яңғыраһын!
Ҡыуанып китһен урман, сәхрә, туғай,
Буҙ турғайҙар ҡыуанып һайраһын!
...Күкрәтеп, геүләп, һайрап, өзләп,
Килде, ҡурай, уйнар миҙгелең.
Яҡты уйҙар һалып, дәртен ҡуҙғап,
Күккә ашыр йөрәктәр һиҙгерен!”
– тигән юлдар бар бөйөк Шәйехзада Бабичтың “Ҡурайҡайға” тигән шиғырында. Эйе, башҡорттоң милли музыка ҡоралының ғүмере оҙон булырына, көйө һис ҡасан тынмаҫына, хатта быуаттар үткән һайын көслөрәк яңғырарына ныҡлы ышанған ата-бабабыҙ.Урал тауҙарын үҙ иткән ябай ғына көпшә үләндең моңон башҡа бер ниндәй музыка ҡоралы алмаштыра алмай кеүек. Һағышлы ла, дәртле лә ҡурайыбыҙ элек-электән халҡыбыҙҙың айырылмаҫ юлдашы, шатлығын уртаҡлашыусы, ҡайғыһын баҫыусы, серҙәрен тыңлаусы, дәрт-дарман өҫтәүсе дуҫы булған. Тәбиғәт балаһы тип танылған башҡорт, көпшә үләндең сихри моңон күңеленә һалып, йәшәүгә яңы көс туплаған, рухын, ихтыярын нығытҡан.
Байрам-мәжлестә генә түгел, эштә лә, яуҙа ла ҡурайынан айырылмаған ата-бабабыҙ.
“Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта
Уң ҡулында булыр ҡурайы”, –
тигән һүҙҙәр генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Ғәбит, Ишмөхәмәт, Ҡобағош сәсәндәр, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев, Әҙһәм Исҡужин, Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Ишморат Илбәков, Рәсүл Ҡарабулатов, Азат Биксурин... Был исемлек, һис шикһеҙ, киләсәктә йәш оҫталар менән тулыланыр. Ни өсөн тигәндә, бөгөн дә ҡурай тоғро юлдашыбыҙ, ҡулдан төшөрмәҫ аманатыбыҙ булып ҡала. Уны данлап төрлө конкурстар, фестивалдәр үткәрелә, йәш быуынды ла музыка ҡоралының серҙәренә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, тиҙҙән, 3-4 июндә, Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы уҙғарыласаҡ. Талантлыларҙы билдәләү, йәштәр күңелендә милли фольклорыбыҙға һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа изге маҡсаттарҙы алған байрамда ижади майҙансыҡ, семинар ойоштороу, оҫталарҙың сығышын баһалап, еңеүселәр һәм ҡунаҡтар ҡатнашлығында гала-концерт уҙғарыу ҡаралған.
Ҡурайсы-солистар араһындағы ярыш ике турға бүленеп, йәш буйынса өс категорияла үткәреләсәк. Улар үҙ теләге буйынса оҙон йә ҡыҫҡа көйҙәрҙе башҡара ала. Ансамблдәрҙең бәйгеһе иһә бер турҙа, ике йәш категорияһы буйынса ойошторола. Конкурсанттар традицион башҡарыу оҫталығына эйә булырға, уйнаған көйөнөң тарихын, легендаһын белергә тейеш.
Ҡурай байрамын ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте, республиканың Ҡурайсылар союзы.