Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күнекмәләр һөҙөмтә бирә
Күнекмәләр һөҙөмтә бирә Районда Рәсәйҙәге граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының республика кимәлендәге команда-штаб күнекмәләре үтте. Сарала “Башҡортостан” милли паркы, Стәрлетамаҡ урман хужалығы һәм башҡа ойошмалар ҡатнашты.

Сараның маҡсаты — урман яныуы тер­кәлгән осраҡта уның эҙемтәләрен бө­тө­рөүгә идара итеү тәжрибәһен үҫ­тереү, халыҡты хәүеф сығанаҡтарынан һаҡлау кимәлен яҡшыртыу, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм граждандар оборонаһы эштәрен дөрөҫ ойошторорға өйрәнеү, етешһеҙлектәрҙе асыҡлау.
Алдан билдәләнгән планға ярашлы, иртәнсәк райондың Озерки ауылы эргә­һендә оператив штаб урынлаштырылды. Күнекмәгә етәкселек иткән Баш­ҡортостан урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш­ҡорт­остандағы баш идаралығы начальнигы Марат Латипов менән Янғындарҙы һүндереү һәм алдан иҫкәртеү үҙәге етәк­сеһе Рудик Ғилманшин, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәм­сет­динов, Күгәрсен, Ғафури, Бәләбәй, Әлшәй, Архангел, Ишембай урмансы­лыҡ­тары вә­килдәре, Воскресенск урман участ­каһы арендаторы, “Башҡортостан” милли паркы, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы, Шевченко, Денис ауыл советта­ры хакимиәттәре, полиция һәм медици­на хеҙмәткәрҙәре әҙерлек кимәлен тик­шерҙе, техника паркы менән танышты.
Артабан хәүефһеҙлек инструктажы үткәрелгәндән һуң янғын һүндереү буйынса тактик күнекмәләр башланды. Сцена­рийға ярашлы, Стәрлетамаҡ урмансылығы биләмәһендә ут сығыуы теркәлә, Мәләүез районы буйынса берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр ителә. Хәлде асыҡлау маҡса­тында комиссия рәйесе тарафынан янғын урынына оператив төркөм ебәрелә. Район хакимиәте башлығы бойороғо нигеҙендә урындағы граждандар оборонаһы көстәре өсөн юғары әҙерлек режимы иғлан ителә. Стәр­летамаҡ урмансылығының янғын һүнде­реүселәре, артабан милли парктың, унан һуң Воскресенск урман участ­каһының мобиль төркөмдәре янғын урынына юллана. Ут менән көрәшергә көстәрҙең етмәүе арҡаһында Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, бөтөрөү буйынса Мәләүез районының территориаль звеноһы ярҙамға ҡушыла. Ул урында пилотһыҙ осоусы аппараттан янғындың тулыһынса һүндерелеүе тураһында хәбәр итә.
Туғыҙ гектар майҙанда уҙғарылған күнекмәгә заманса техника, вертолет, пилотһыҙ осоусы аппарат, 30 берәмек техника йәлеп ителде. Көнө буйы дауам иткән күнекмәләргә йомғаҡ яһап, Башҡортостандың урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов күнекмә барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә, уларҙы анализлауға иғти­барҙы арттырырға тәҡдим итте. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсет­диновҡа һәм граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тәш хәлдәр һәм мобилизация эштәре буйынса бүлек начальнигы Олег Воробьевҡа сараны юғары кимәлдә ойоштороуҙа булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерелде.





Автор: Гүзәлиә МӨХТӘРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә