Районда Рәсәйҙәге граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының республика кимәлендәге команда-штаб күнекмәләре үтте. Сарала “Башҡортостан” милли паркы, Стәрлетамаҡ урман хужалығы һәм башҡа ойошмалар ҡатнашты.Сараның маҡсаты — урман яныуы теркәлгән осраҡта уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә идара итеү тәжрибәһен үҫтереү, халыҡты хәүеф сығанаҡтарынан һаҡлау кимәлен яҡшыртыу, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм граждандар оборонаһы эштәрен дөрөҫ ойошторорға өйрәнеү, етешһеҙлектәрҙе асыҡлау.
Алдан билдәләнгән планға ярашлы, иртәнсәк райондың Озерки ауылы эргәһендә оператив штаб урынлаштырылды. Күнекмәгә етәкселек иткән Башҡортостан урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы Марат Латипов менән Янғындарҙы һүндереү һәм алдан иҫкәртеү үҙәге етәксеһе Рудик Ғилманшин, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Күгәрсен, Ғафури, Бәләбәй, Әлшәй, Архангел, Ишембай урмансылыҡтары вәкилдәре, Воскресенск урман участкаһы арендаторы, “Башҡортостан” милли паркы, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы, Шевченко, Денис ауыл советтары хакимиәттәре, полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре әҙерлек кимәлен тикшерҙе, техника паркы менән танышты.
Артабан хәүефһеҙлек инструктажы үткәрелгәндән һуң янғын һүндереү буйынса тактик күнекмәләр башланды. Сценарийға ярашлы, Стәрлетамаҡ урмансылығы биләмәһендә ут сығыуы теркәлә, Мәләүез районы буйынса берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр ителә. Хәлде асыҡлау маҡсатында комиссия рәйесе тарафынан янғын урынына оператив төркөм ебәрелә. Район хакимиәте башлығы бойороғо нигеҙендә урындағы граждандар оборонаһы көстәре өсөн юғары әҙерлек режимы иғлан ителә. Стәрлетамаҡ урмансылығының янғын һүндереүселәре, артабан милли парктың, унан һуң Воскресенск урман участкаһының мобиль төркөмдәре янғын урынына юллана. Ут менән көрәшергә көстәрҙең етмәүе арҡаһында Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, бөтөрөү буйынса Мәләүез районының территориаль звеноһы ярҙамға ҡушыла. Ул урында пилотһыҙ осоусы аппараттан янғындың тулыһынса һүндерелеүе тураһында хәбәр итә.
Туғыҙ гектар майҙанда уҙғарылған күнекмәгә заманса техника, вертолет, пилотһыҙ осоусы аппарат, 30 берәмек техника йәлеп ителде. Көнө буйы дауам иткән күнекмәләргә йомғаҡ яһап, Башҡортостандың урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов күнекмә барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә, уларҙы анализлауға иғтибарҙы арттырырға тәҡдим итте. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа һәм граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тәш хәлдәр һәм мобилизация эштәре буйынса бүлек начальнигы Олег Воробьевҡа сараны юғары кимәлдә ойоштороуҙа булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерелде.