Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай
Күптән түгел генә илебеҙҙә Чернобыль һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алыу көнө булды. Ул осорҙа бындай фажиғәләр буйынса эш итеү тәжрибәһе булмаған күпме кеше үҙен аямайынса башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарырға тырышҡан. Тәү сиратта эшкә, әлбиттә, хәрбиҙәр, Оборона министрлығының оператив төркөмдәре, хоҡуҡ һаҡлау структуралары вәкилдәре йәлеп ителгән. Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙың күбеһе арабыҙҙа күптән юҡ инде. Әммә ҡаһармандарҙың иҫтәлеге халыҡ хәтеренән юйылмай.
Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында Өфөнөң Киров районындағы “Чернобыль” союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, отстав­ка­лағы полковник Суран Дәүләтбаев һәм инвалид­тарҙың “Союз-Чернобыль” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, отставкалағы подполковник Николай Киселев менән осрашыу булды. Сара башланғас та йыйылған ха­лыҡ, бер минутҡа тын ҡалып, һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
– Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Өфөнән генә биш меңдән ашыу кеше ҡат­наш­ҡан. Әле уларҙың меңгә яҡы­ны ғына иҫән. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, йылдан-йыл кәмей баралар, – тине Суран Зәй­нулла улы, тәьҫораттары ме­нән уртаҡлашып. – Ул осор­ҙа барыбыҙ ҙа ҡушылғанды эшләнек, эҙемтәләр хаҡында уйланманыҡ.
– Мин вертолетсы инем, – тип һөйләшеүгә ҡушылды Николай Семенович. – Зыянлы нур таралған төбәктә дезактивация менән шөғөл­ләндем. Яҡшы әҙерлек ме­нән килеүебеҙгә, граждандар оборонаһы сараларын, хәр­би тактиканы өйрәнеүе­беҙгә ҡарамаҫтан, бында күргән­дәребеҙҙән ҡотобоҙ осто, юға­лып ҡалдыҡ. Шулай ҙа ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәнек, кешеләрҙе эвакуацияланыҡ.
Ветерандар был көндә хәтирәләрен уртаҡлашып ҡына ҡалманы, иҫтәлеккә китаптар ҙа бүләк итте. Өфө юридик институты курсанттары иһә ветерандарға ла, уҡыу йорто начальнигы, полиция генерал-майоры Фәим Мөхәмәтшинға ла фәһемле осрашыу өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.



Автор: Ю. СӘЛИМГӘРӘЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә