Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай10.05.2016
Күптән түгел генә илебеҙҙә Чернобыль һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алыу көнө булды. Ул осорҙа бындай фажиғәләр буйынса эш итеү тәжрибәһе булмаған күпме кеше үҙен аямайынса башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарырға тырышҡан. Тәү сиратта эшкә, әлбиттә, хәрбиҙәр, Оборона министрлығының оператив төркөмдәре, хоҡуҡ һаҡлау структуралары вәкилдәре йәлеп ителгән. Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙың күбеһе арабыҙҙа күптән юҡ инде. Әммә ҡаһармандарҙың иҫтәлеге халыҡ хәтеренән юйылмай.
Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында Өфөнөң Киров районындағы “Чернобыль” союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, отставкалағы полковник Суран Дәүләтбаев һәм инвалидтарҙың “Союз-Чернобыль” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, отставкалағы подполковник Николай Киселев менән осрашыу булды. Сара башланғас та йыйылған халыҡ, бер минутҡа тын ҡалып, һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
– Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Өфөнән генә биш меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Әле уларҙың меңгә яҡыны ғына иҫән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл кәмей баралар, – тине Суран Зәйнулла улы, тәьҫораттары менән уртаҡлашып. – Ул осорҙа барыбыҙ ҙа ҡушылғанды эшләнек, эҙемтәләр хаҡында уйланманыҡ.
– Мин вертолетсы инем, – тип һөйләшеүгә ҡушылды Николай Семенович. – Зыянлы нур таралған төбәктә дезактивация менән шөғөлләндем. Яҡшы әҙерлек менән килеүебеҙгә, граждандар оборонаһы сараларын, хәрби тактиканы өйрәнеүебеҙгә ҡарамаҫтан, бында күргәндәребеҙҙән ҡотобоҙ осто, юғалып ҡалдыҡ. Шулай ҙа ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәнек, кешеләрҙе эвакуацияланыҡ.
Ветерандар был көндә хәтирәләрен уртаҡлашып ҡына ҡалманы, иҫтәлеккә китаптар ҙа бүләк итте. Өфө юридик институты курсанттары иһә ветерандарға ла, уҡыу йорто начальнигы, полиция генерал-майоры Фәим Мөхәмәтшинға ла фәһемле осрашыу өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.