Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Үлемһеҙ полк”: йылдар аша атлай ҡаһарманлыҡ
“Үлемһеҙ полк”: йылдар аша атлай ҡаһарманлыҡ Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығына арнап Өфөлә үткәрелгән тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

– Былтыр Башҡортостанда Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы байрам саралары тейешле кимәлдә үтте, – тине төбәк етәксеһе. – Мәҫәлән, баш ҡалалағы Еңеү паркында тыл эшсәндәренең ҡаһар­манлығы сағылдырылған скульптур композиция барлыҡҡа килде, Ҡырмыҫҡалы районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды, бөтә ҡала-райондарҙа обелисктар, стелалар һәм мемориалдар төҙөклән­дерелде.
Рөстәм Хәмитов фашист илбаҫар­ҙарын ҡыйратыуға республиканың тос өлөш индереүе хаҡында һөйләне, Баш­ҡорт­останда тыуып үҫкән батырҙарҙың исем­дәрен иҫкә алды. 1939 – 1945 йылдарҙа Ҡораллы Көстәр сафына республиканан 700 меңдән ашыу кеше саҡырылған. Башҡорт АССР-ы биләмәһендә ойош­торолған хәрби частар һәм берләшмәләр Мәскәү, Ленинград һәм Сталинград ҡалалары янындағы, Курск дуғаһындағы һәм Днепрҙағы, Белоруссиялағы һәм Балтик буйындағы һуғыштарҙа, Европа халыҡтарын азат итеүҙә ҡатнашҡан. 322 меңдән ашыу кеше яуҙан әйләнеп ҡайтмаған.
Тантаналы йыйылышта ҡатна­шыусылар бер минутҡа тын ҡалып яугирҙәрҙе иҫкә алды.
– Наградалар батырҙарын әле булһа эҙләп таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йылдарҙа хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн орден-миҙалдарға тәҡдим ителгән ветерандарҙың күбеһе арабыҙҙа юҡ инде, – тине республика Башлығы. – Ошо көндәрҙә Мәләүез районынан 90 йәшлек ветеран Александр Сусловҡа өсөнсө дәрәжә Дан ордены тапшырылды. 1944 йылда Венгриялағы алыштар барышында ул, наградаға күрһәтеү ҡағыҙында яҙылғанса, дошман урынлашҡан ергә бәреп инеп, граната ярҙамында пулемет расчетын ҡыйратҡан, беҙҙекеләрҙең уңышлы һөжүмен һәм мөһим рубежды алыуын тәьмин иткән. 72 йыл үткәс кенә юғары наградаһы геройҙы эҙләп тапты. Оборона министрлығының Үҙәк архивы һәм кадрҙар идаралығы тапшырылмаған наградаларҙың электрон базаһын төҙөй. Ошо мөһим проектта әүҙем ҡатнашырға кәрәк.
“Үлемһеҙ полк”: йылдар аша атлай ҡаһарманлыҡӘйткәндәй, Рәсәй Президентының Дәүләт наградалары идаралығы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа ваҡы­тында тапшырылмаған Ҡыҙыл Йондоҙ орденын, шулай уҡ Оборона министрлығы архивынан, Дәүләт архивынан уның тураһындағы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлына бәйле материалдарҙы рес­публикабыҙҙың Милли музейына бирергә ҡарар итте. Бөгөн беҙҙең менән сафта 3 131 фронтовик, 39 964 тыл эшсәне атлай. Уларҙың күбеһе 90 йәштән өлкәнерәк. Ҡаһармандарға даими иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү мөһим.
Республика етәксеһе ветерандарҙың барыһына ла адреслы ярҙам күрһәтелеүе хаҡында һөйләне. 18 меңдән ашыу ветеран диспансерлаштырыу үткән. Быйыл был сараға тағы ла 20 меңгә яҡын кеше йәлеп ителәсәк. Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына, фронтовиктарға һәм уларҙың тол ҡатындарына торлаҡ биреү дауам итә, уларҙың фатирҙары, йорттары төҙөкләндерелә.

* * *

“Үлемһеҙ полк”: йылдар аша атлай ҡаһарманлыҡ9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.

Республика етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалды. Рәсәй һәм Башҡортостан гимн­дары яңғырағандан һуң, төбәк Башлығы бер минутҡа тын ҡалып Бөйөк Ватан һу­ғы­шында һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алды. Шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, Дан мемориалының Геройҙар аллея­һын­дағы генерал-майорҙар Миңлеғәле Шайморатов һәм Таһир Кусимов бюстарына, тыл эшсәндәре һәйкәленә сәскә һалынды.
Төбәк Башлығы тантаналы марш менән үткән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дө­йөм белем биреү мәктәп-интернаты ка­деттарын сәләмләне, паркта ветерандар һәм баш ҡала халҡы менән аралашты.
* * *

Октябрь проспектынан “Үлемһеҙ полк” дөйөм Рәсәй акцияһында ҡатнашыусылар тантаналы марш менән үтте. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары, шул иҫәптән уҡыусылар, яугир-интернационалистар, чернобылселәр, спортсылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандарының һәм яҡындарының һүрәттәрен күтәргәйне.

“Үлемһеҙ полк”: йылдар аша атлай ҡаһарманлыҡБашта “Үлемһеҙ полк” акцияһында 20 мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ тип күҙ­алланғайны, әммә Өфө урамдарына 50 меңдән ашыу кеше сыҡты. Ҙурайтылған рәсемдәрҙә фронтовиктар, тыл эшсән­дәре, Ленинград блокадаһын кисер­гәндәр, концлагерҙар тотҡондары, партизандар йөҙө сағыла. Ҡаһармандарҙың яҡындары хәрби йырҙар йырланы, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Тантаналы маршты “БЮТ” телеканалы тура эфирҙа күрһәтте.
Өфөләге “Үлемһеҙ полк” колон­на­һы­ның башында Рәсәйҙең дәүләт релик­вияһы, 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Совет халҡының һәм Ҡо­раллы Көстәренең фашистик Гер­мания­ны еңеү символы булған Еңеү бай­рағы барҙы. Уның артынан сарала ҡат­на­шыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының өс флагын, Өфө Үлемһеҙ полкы байрағын да күтәреп үтте.
“Үлемһеҙ полк” – граждандарҙың 2012 йылда барлыҡҡа килгән һәм бөтә илгә таралған йәмәғәт башланғысы ул.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика ветерандарын Еңеү көнө менән тәбрикләне. Ҡотлауҙа былай тиелә:

“Ҡәҙерле ветерандар! Һеҙҙе Бөйөк Ватан һу­ғы­шында Еңеүҙең 71 йыллығы айҡанлы ихлас ҡотлайым.
Был байрам – ҡаһарманлыҡ һәм хәрби дан, татыулыҡ һәм әхлаҡи көс, халҡыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ ныҡлығы һәм юғары ватансылығы символы ул. Еңеү көнөндә махсус ҡотлауҙарыбыҙ һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар! Һеҙҙең ҡаһарман быуынығыҙ фронттарҙа, завод-фабрикаларҙа, баҫыуҙарҙа һәм госпиталдәрҙә Еңеүҙе яҡынайтты, унан һуң, һуғыш емергән ҡала, ауылдарҙы аяҡҡа баҫтырып, илде төп донъя державалары иҫәбенә сығарҙы. Тыуған илебеҙ хаҡына ғүмерен ҡорбан иткәндәрҙең исемдәре хәтерегеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Ысын күңелдән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, байрам кәйефе теләйем! Бөйөк Еңеү көнө менән!”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә