Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығына арнап Өфөлә үткәрелгән тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. – Былтыр Башҡортостанда Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы байрам саралары тейешле кимәлдә үтте, – тине төбәк етәксеһе. – Мәҫәлән, баш ҡалалағы Еңеү паркында тыл эшсәндәренең ҡаһарманлығы сағылдырылған скульптур композиция барлыҡҡа килде, Ҡырмыҫҡалы районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды, бөтә ҡала-райондарҙа обелисктар, стелалар һәм мемориалдар төҙөкләндерелде.
Рөстәм Хәмитов фашист илбаҫарҙарын ҡыйратыуға республиканың тос өлөш индереүе хаҡында һөйләне, Башҡортостанда тыуып үҫкән батырҙарҙың исемдәрен иҫкә алды. 1939 – 1945 йылдарҙа Ҡораллы Көстәр сафына республиканан 700 меңдән ашыу кеше саҡырылған. Башҡорт АССР-ы биләмәһендә ойошторолған хәрби частар һәм берләшмәләр Мәскәү, Ленинград һәм Сталинград ҡалалары янындағы, Курск дуғаһындағы һәм Днепрҙағы, Белоруссиялағы һәм Балтик буйындағы һуғыштарҙа, Европа халыҡтарын азат итеүҙә ҡатнашҡан. 322 меңдән ашыу кеше яуҙан әйләнеп ҡайтмаған.
Тантаналы йыйылышта ҡатнашыусылар бер минутҡа тын ҡалып яугирҙәрҙе иҫкә алды.
– Наградалар батырҙарын әле булһа эҙләп таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йылдарҙа хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн орден-миҙалдарға тәҡдим ителгән ветерандарҙың күбеһе арабыҙҙа юҡ инде, – тине республика Башлығы. – Ошо көндәрҙә Мәләүез районынан 90 йәшлек ветеран Александр Сусловҡа өсөнсө дәрәжә Дан ордены тапшырылды. 1944 йылда Венгриялағы алыштар барышында ул, наградаға күрһәтеү ҡағыҙында яҙылғанса, дошман урынлашҡан ергә бәреп инеп, граната ярҙамында пулемет расчетын ҡыйратҡан, беҙҙекеләрҙең уңышлы һөжүмен һәм мөһим рубежды алыуын тәьмин иткән. 72 йыл үткәс кенә юғары наградаһы геройҙы эҙләп тапты. Оборона министрлығының Үҙәк архивы һәм кадрҙар идаралығы тапшырылмаған наградаларҙың электрон базаһын төҙөй. Ошо мөһим проектта әүҙем ҡатнашырға кәрәк.
Әйткәндәй, Рәсәй Президентының Дәүләт наградалары идаралығы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа ваҡытында тапшырылмаған Ҡыҙыл Йондоҙ орденын, шулай уҡ Оборона министрлығы архивынан, Дәүләт архивынан уның тураһындағы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлына бәйле материалдарҙы республикабыҙҙың Милли музейына бирергә ҡарар итте. Бөгөн беҙҙең менән сафта 3 131 фронтовик, 39 964 тыл эшсәне атлай. Уларҙың күбеһе 90 йәштән өлкәнерәк. Ҡаһармандарға даими иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү мөһим.
Республика етәксеһе ветерандарҙың барыһына ла адреслы ярҙам күрһәтелеүе хаҡында һөйләне. 18 меңдән ашыу ветеран диспансерлаштырыу үткән. Быйыл был сараға тағы ла 20 меңгә яҡын кеше йәлеп ителәсәк. Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына, фронтовиктарға һәм уларҙың тол ҡатындарына торлаҡ биреү дауам итә, уларҙың фатирҙары, йорттары төҙөкләндерелә.
* * *
9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.
Республика етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалды. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң, төбәк Башлығы бер минутҡа тын ҡалып Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алды. Шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, Дан мемориалының Геройҙар аллеяһындағы генерал-майорҙар Миңлеғәле Шайморатов һәм Таһир Кусимов бюстарына, тыл эшсәндәре һәйкәленә сәскә һалынды.
Төбәк Башлығы тантаналы марш менән үткән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты кадеттарын сәләмләне, паркта ветерандар һәм баш ҡала халҡы менән аралашты.
* * *
Октябрь проспектынан “Үлемһеҙ полк” дөйөм Рәсәй акцияһында ҡатнашыусылар тантаналы марш менән үтте. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары, шул иҫәптән уҡыусылар, яугир-интернационалистар, чернобылселәр, спортсылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандарының һәм яҡындарының һүрәттәрен күтәргәйне.
Башта “Үлемһеҙ полк” акцияһында 20 мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ тип күҙалланғайны, әммә Өфө урамдарына 50 меңдән ашыу кеше сыҡты. Ҙурайтылған рәсемдәрҙә фронтовиктар, тыл эшсәндәре, Ленинград блокадаһын кисергәндәр, концлагерҙар тотҡондары, партизандар йөҙө сағыла. Ҡаһармандарҙың яҡындары хәрби йырҙар йырланы, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Тантаналы маршты “БЮТ” телеканалы тура эфирҙа күрһәтте.
Өфөләге “Үлемһеҙ полк” колоннаһының башында Рәсәйҙең дәүләт реликвияһы, 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Совет халҡының һәм Ҡораллы Көстәренең фашистик Германияны еңеү символы булған Еңеү байрағы барҙы. Уның артынан сарала ҡатнашыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының өс флагын, Өфө Үлемһеҙ полкы байрағын да күтәреп үтте.
“Үлемһеҙ полк” – граждандарҙың 2012 йылда барлыҡҡа килгән һәм бөтә илгә таралған йәмәғәт башланғысы ул.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика ветерандарын Еңеү көнө менән тәбрикләне. Ҡотлауҙа былай тиелә:
“Ҡәҙерле ветерандар! Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығы айҡанлы ихлас ҡотлайым.
Был байрам – ҡаһарманлыҡ һәм хәрби дан, татыулыҡ һәм әхлаҡи көс, халҡыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ ныҡлығы һәм юғары ватансылығы символы ул. Еңеү көнөндә махсус ҡотлауҙарыбыҙ һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар! Һеҙҙең ҡаһарман быуынығыҙ фронттарҙа, завод-фабрикаларҙа, баҫыуҙарҙа һәм госпиталдәрҙә Еңеүҙе яҡынайтты, унан һуң, һуғыш емергән ҡала, ауылдарҙы аяҡҡа баҫтырып, илде төп донъя державалары иҫәбенә сығарҙы. Тыуған илебеҙ хаҡына ғүмерен ҡорбан иткәндәрҙең исемдәре хәтерегеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Ысын күңелдән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, байрам кәйефе теләйем! Бөйөк Еңеү көнө менән!”