Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Көләс һыуҙар – Фатирымда кеше тотам. Үҙемә, ҡартайған көнөмдә булһа ла, өй һатып алдым, – тине апай. – Эй-й, шәп хәҙер: кишер, ҡыяр, по­мидор – бөтәһе лә үҙемдеке. Мунса-а… Ҡыуанып туймайым. – Шатлығы һүҙҙәренә генә түгел, күҙ­ҙәренә лә сыҡҡан бының. – Ә тегеләрҙән торған өсөн күп һо­ра­майым, йүнле түгел бит. Шул бая­ғы район үҙәктәрендәге ғәҙәти этаж­кала инде. Душы-мушы юҡ. Бәҙрәф тышта. – Ҡәнәғәт йөҙө үҙ­гә­рә төштө. Тыштағы ҙур йоҙаҡлы бәҙрәф тураһында һөйләгәнендә сикәнгәнен дә йәшерә алманы. Йоҙаҡламай ҙа әмәл юҡтыр инде – ышыҡ эҙләп кем генә барып инмәй. Ауылдарҙан дауаханаға, ба­ҙарға, ҡағыҙ-мағыҙ юлларға ла күп киләләр. – Һыуға урам аша­һын­дағы колонкаға йө­рөргә. – Быны әйткәндә ҡа­тындың сибек яурындары күҙгә күренеп баҫыл­ғандай тойолдо, гүйә, әле лә тулы биҙрәләрҙе көйәнтәһеҙ күтә­реп килә. Үҙәгенә үткәндер инде был эш. Етмәһә, машиналар туҡтауһыҙ уҙа, уларына юл биреп көтөп то­рорға кәрәк. Буш биҙрә менән те­геләй сығып барғанда осра­ғандар риза түгел әле өҫтәүенә.
Көләс һыуҙарӘ миңә, киреһенсә, еңел, һәйбәт, рәхәт булып китте. Шулай, сәбәп­һеҙгә тигәндәй, күңел яҡтырған саҡтар бул­ғылай бит. Хәйер, был юлы миңә билдәле – ошондай уҡ, ләкин икенсе бер райүҙәктәге, һыуалғыстарға бәйле хәти­рәләр балҡытып ебәрҙе уны. Әйтерһең, эшләмәй торған урам фонары йылмайып тоҡанды.
Барған һайын күрәм мин уларҙы. Күрәм, сөнки ҡара­йым. Үҙгәр­гәндәр, әлбиттә, хәҙер: матур итеп рәшәткә менән уратып алынғандар, сағыу-сағыу төҫтәргә буял­ғандар, ҡулсатырҙай ғына ҡыйыҡ аҫтындалар.
Һәм, ғәжәп, һаман да шу­ларҙан эйелеп һыу эске килә. Хатта ғинуар һыуығы менән ноябрь рашҡыһын­да ла. Һауытҡа ла ҡоймайынса. Фильтр аша һөҙмәйенсә. Бала саҡтағы шикелле: һис ниндәй химиянан, таяҡса-маяҡсаларҙан ҡурҡмай.
Тик үҙемде үҙем туҡтатам, кешенең яңылыш уйлауы бар. Шулай ул: малай-ша­лайға яраған ир-егеткә тыйыла. Етмәһә, хәҙер бит һыуҙы магазиндан алалар. Элек әкиәттәрҙә яҙылған нәмә килде алдыбыҙға – һыу аҡсаға һатыла.
Көләс һыуҙарМиңә ул заманда район үҙәге яман оҡшай торғайны. Ҙур ауыл үҙенең магазиндары, ашхана кәтлите менән ылыҡтырҙы. Беҙҙең ауылда кәтлит эшләп булашманылар, дөрөҫ шөғөл тип баһалан­маны ул, итте сарыфлау тип һаналды. Әүрәткес нәмәләр бынан тыш та күп ине, әлбиттә. Ғөмүмән дә, хәҙер генә бит ул мине ауыл, төпкөл тәбиғәт мөйөшө тартып, алыҫтан ҡул болғап, әйҙүкләп тик тора, ә ул саҡта күңел киңерәк офоҡтарға, сағыу утлы ҡалаларға ымһынды һәм ынтылды.
Күберәк йәй көнө барҙым. Тротуар буйлап йөрөү ҡыҙыҡ ине, асфальтты ошонда ғына күргән ҡытыршы табандарым быны үҙебеҙҙең ишек алдын­дағы йомшаҡ сиҙәмдән яҡшы­раҡҡа сығарҙы. Бала инем шул. Тағы әллә ниндәй, быға­са кисерелмәгән, яңы тойғо­лар килтерҙе миңә ул көндәр, хәҙер тәғәйен атай ҙа алмайым.
Танкетка кейә инем, әйт­кәндәй. Ә уны бик һирәктәр кейҙе. Эләкмәгәндән түгел: берҙән, өйрәнел­мә­гәйне, икенсенән, йүнле нәмә тип һаналманы. Нисек һаналһын инде – ҡала түгел дә баһа был. Бында тәбиғәттең холҡо уҫал – ямғыр яуып, аяҡ аҫ­тында бутҡа яһанымы, нисә генә аҙым баҫырһың икән ул тишек-тошоҡ нәмәң, йәғни заманса сабатаң менән. Ләкин быға бик иғтибар итмәнем. Минең башҡалар һымаҡ бул­ғым да килмәй ине, дөрөҫөн әйткәндә, үҙемсә инем.
Тик ауылдан, ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа йөк машинаһына элә­геп, саҡ килеп етелә тор­ғайны. Рейс автобусына өмөт итмәһәң дә була, лыҡын тулы ул гел. Көтәһең дә тораһың инде туҡталышта, көн буйы ҡояшта ҡурылаһың. Будканан да файҙа әҙ. Ярыҡ-марыҡ ул – кешеләр ҡыш өшөгәндәр, аптырағас, таҡталарын сөйө-ние менән бергә һурғылап, шунда, эстә үк, усаҡ яҡҡан­дар. Ут стенаны ла ялмаған. Һүндергәндәр, тик шундуҡ түгел.
Кузовтан ырғып төшәһең дә, өҫ-ба­шыңды ҡаҡҡылағас, шул һыуал­ғыстарҙың бере­һенә ашығаһың. Оҙаҡ эсәһең. Сөнки өйҙәгесә, сүмес менән һоҫоп алғандағы ише, ғолт-ғолт килеп сыҡмай: баҫым көслө, яртыһынан күбеһе ситкә һибелә. Һыуыҡтан урт­тарың ҡурыша, телең боҙ­бармаҡҡа әйләнә. Тештәрең был хәтлемдән сатнашып бөткән­дер инде, оҙаҡламай ҡойолоп та тө­шөрҙәр. Ләкин тиҙҙән яңынан ирейһең һәм тағы эйеләһең. Ситкә сәс­рәгән һыу шишмәгә әйләнгән инде, башы ана ҡайҙа барып еткән. Әммә бының өсөн һиңә һүҙ әйтеүсе юҡ.
Һәм ошо, ҡойона-ҡойона, рәхәт­ләнеп һыу эсеү район үҙәгенең тәүге ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүе лә ине, юғиһә туғандарымдың өйөнә тиклем оҙаҡ атлайһы әле. Кескәй ашҡаҙаным, аҙымдарым ыңға­йына сайҡалып, дәртле булҡылдаған һыу менән тулмаған ул, ә батыр, ҡа­һарман көсө менән лыҡын. Минең хатта туңдырма аша­ғым килмәй. Анауы леспромхоз магазинында гел һатыл­ған алма һуты ла кәрәкмәй. Аҡсам бар ул, яңылыш уй­ламағыҙ. Әҙмелер-күпмелер һәр ваҡыт бар. Әсәйем бирә. Ул мине яңғыҙы көтә, атай ташлап сығып киткән, һәм минең башҡаларҙан, атай­лыларҙан, кәм йәшәмәүемде, юҡ, етешерәк йәшәүемде теләй. Шундай ғәрсел, сәмсел кеше ул минең әсәйем.
Студент сағымда ла был колонкалар мине мең ҡот­ҡарҙы. Асыҡҡан саҡтарымда ла ҡорһаҡты ваҡытлыса алдаштырырға эшкинде. Асығыла ла ине шул – башта поезда туҡылдау, аҙаҡ ту­ҙанлы юлда автобуста һике­рәнләү ҡанды самаһыҙ мул, ҡоротҡанса һемерҙе. Ошонда һыуһыныңды ҡан­дырып, ебенеп-һибенеп ала­һың да ғүмереңде тағы оҙайтаһың.
Яуапһыҙ һөйөүҙән ҡан­һыраған сей яраң һыҙлауын да баҫа ине улар. Йәйге айлы төндә, донъялағы иң бәхетһеҙ зат ҡиәфәтендә Ағиҙелдә батып үлергә әҙер сағыңда, шул һыуалғыстар, рәхмәт төш­көр­ҙәре, алдыңда бер-бер артлы баҫа ла баҫалар. Шым ғына йыуата улар һине, тормоштоң әлеге ҡыҙҙан ғына торма­ғанын аңлатырға тырыша. Һылыу, әлбиттә, ул, һүҙ ҙә юҡ, ләкин ундайҙар тағы бар ул, күп ул, мотлаҡ осрарҙар, артыҡ бошонма, тип йөрәк утыңа шифалы тамсыларын пышылдатып һибәләр.
– Ҡайғырма, – ти ана, бе­реһе, тротуарҙа ҡапыл ҡал­ҡып сығып, – уны яманлама ла. Бүтән берәүгә күңеле ны­ғыраҡ яталыр. Мә, һыуымды уртла.
Уртлайһың. Йәнә, йәнә, йә­нә… Һәм, мөғжизә үк бул­ма­һа ла, яҡшыраҡ булып китә, хәл инә. Аҫылмалы күперҙән йылғаға ырғығы ла бик килмәй инде.
Бына шуға күрә лә яҡын улар күңелемә, ныҡ яҡын­дар!.. Тере йән кеүектәр. Бөгөнгө ялтыр, матур, уңай­лы, әммә йәнһеҙ, телевизорға ышанһаң, үҙҙәренән бөрсөк тә эсергә ярамаған кран­дарҙан айырмалы рәүештә, шулайҙар.
Үҙ холоҡло, үҙ яҙмышлы тегеләр. Һыу ҙа һәр бере­һен­дә айырым бер хуш тәм ме­нән ине һымаҡ һәм әле лә шулайҙыр.
…Тағы шул йәйҙәргә бер әй­ләнгем, сәсрәтә-сәсрәтә ябай, әммә тәме телемдән, мо­­ғайын, мәңге китмәҫ сихри көләс һыуҙы эскем килеп китте.


Автор: Рәсүл СӘҒИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 1

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә