Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң тәмле дауа – шоколад
Татлы аҙыҡтар араһында – иң бәхәсле, ә файҙалыларҙан иң тәмле аҙыҡ ул! Шоколад ашауҙың организмға тышҡы яҡтан да, эстән дә берҙәй ыңғай тәьҫир итеүе мәғлүм.

ЭСТӘН
* Тиренең шымалығын, һығыл­малылығын тәьмин итеүсе флавоноидтар шоколадта күп. Әлеге тәм­лекәсте көн һайын 30 грамм аша­ғанда, бер айҙан тирегеҙ 20 про­центҡа тигеҙерәк булыр.
* Шоколадтың төп компоненты булған какао майы тирегә ультрафиолет нурҙарынан тәбиғи һаҡ­ланыуҙа ярҙам итә. Тиренең ҡояшҡа ҡаршы көрәшен 10 процентҡа арттырыу өсөн аҙнаһына бер плитә әсе шоколад ашарға кәрәк.
* Тәмлекәс магнийға, калийға бай, унда шулай уҡ кальций, В төркөмө витаминдары, тимер күпләп бар. Быларҙың һәммәһе лә йөрәккә көсөргәнеште кәметә, мускулдарҙы һәм нервы системаһын нығыта.
* Какао майы тештәрҙе һаҡлағыс ҡаҫмаҡ бирә, уларҙы боҙолоуҙан һаҡлай. Әммә был шоколад аша­ғандан һуң тештәрҙе таҙартмаҫҡа тигәнде аңлатмай, бары тик щетка менән еңелсә генә йөрөтөп алһағыҙ, файҙалы пленка ҡупмаҫ.
* Бөйөк Британия ғалимдары иҫбатлауынса, ҡара шоколад ҡан тамырҙарында тромб барлыҡҡа килеүгә ҡаршы көрәшә.
* Һәр гүзәл зат вәкиленә көнөнә 20 – 50 грамм шоколад ашау фай­ҙалы. Был фигураға, тән ауырлығына тәьҫир итмәйәсәк, күрем алды синдромын да еңеләйтәсәк, ти Америка диетологтары.

ТЫШТАН
* Нигеҙендә шоколад булған косметика киң билдәле, шулай ҙа төп әһәмиәт уның төҫөнә йә ҡуйылығына түгел, ә составындағы какао майы күләменә бирелә. Ул теүәл 50 процент булырға тейеш.
* Составында кофеин булған­лыҡтан, шоколадты целлюлитҡа ҡаршы киң ҡулланалар. Уның менән эшкәртелгәндән һуң “әфлисун тире” тигеҙләнеп ҡала.
* Таҙа какао майынан яһалған маска сәсте ныҡ һәм сағыу итер.
* Шоколад еҫе кәйефте күтәрә, тынысландыра. Ароматерапияла уны үтә нескә психикалы кешеләр өсөн ҡулланалар. Шоколадлы массаж да бик файҙалы тип танылған.
* Һөйәлдәрҙән, өйкәлгән урын­дар­ҙан ҡотолоу өсөн аяҡтарға шоколад ваннаһы эшләү килешә. Бер плиткә тәмлекәсте йылы һөттә иретеп, аяғығыҙҙы ошо шыйыҡсаға 15 минут тирәһе тығып ултырығыҙ.
* Составындағы теобромин менән теофиллин тиренән артыҡ һыуҙы, токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә. Шуға күрә шоколадлы косметиканың лифтинг ҡеүәте киң билдәле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә