Иң тәмле дауа – шоколад10.05.2016
Татлы аҙыҡтар араһында – иң бәхәсле, ә файҙалыларҙан иң тәмле аҙыҡ ул! Шоколад ашауҙың организмға тышҡы яҡтан да, эстән дә берҙәй ыңғай тәьҫир итеүе мәғлүм.
ЭСТӘН
* Тиренең шымалығын, һығылмалылығын тәьмин итеүсе флавоноидтар шоколадта күп. Әлеге тәмлекәсте көн һайын 30 грамм ашағанда, бер айҙан тирегеҙ 20 процентҡа тигеҙерәк булыр.
* Шоколадтың төп компоненты булған какао майы тирегә ультрафиолет нурҙарынан тәбиғи һаҡланыуҙа ярҙам итә. Тиренең ҡояшҡа ҡаршы көрәшен 10 процентҡа арттырыу өсөн аҙнаһына бер плитә әсе шоколад ашарға кәрәк.
* Тәмлекәс магнийға, калийға бай, унда шулай уҡ кальций, В төркөмө витаминдары, тимер күпләп бар. Быларҙың һәммәһе лә йөрәккә көсөргәнеште кәметә, мускулдарҙы һәм нервы системаһын нығыта.
* Какао майы тештәрҙе һаҡлағыс ҡаҫмаҡ бирә, уларҙы боҙолоуҙан һаҡлай. Әммә был шоколад ашағандан һуң тештәрҙе таҙартмаҫҡа тигәнде аңлатмай, бары тик щетка менән еңелсә генә йөрөтөп алһағыҙ, файҙалы пленка ҡупмаҫ.
* Бөйөк Британия ғалимдары иҫбатлауынса, ҡара шоколад ҡан тамырҙарында тромб барлыҡҡа килеүгә ҡаршы көрәшә.
* Һәр гүзәл зат вәкиленә көнөнә 20 – 50 грамм шоколад ашау файҙалы. Был фигураға, тән ауырлығына тәьҫир итмәйәсәк, күрем алды синдромын да еңеләйтәсәк, ти Америка диетологтары.
ТЫШТАН
* Нигеҙендә шоколад булған косметика киң билдәле, шулай ҙа төп әһәмиәт уның төҫөнә йә ҡуйылығына түгел, ә составындағы какао майы күләменә бирелә. Ул теүәл 50 процент булырға тейеш.
* Составында кофеин булғанлыҡтан, шоколадты целлюлитҡа ҡаршы киң ҡулланалар. Уның менән эшкәртелгәндән һуң “әфлисун тире” тигеҙләнеп ҡала.
* Таҙа какао майынан яһалған маска сәсте ныҡ һәм сағыу итер.
* Шоколад еҫе кәйефте күтәрә, тынысландыра. Ароматерапияла уны үтә нескә психикалы кешеләр өсөн ҡулланалар. Шоколадлы массаж да бик файҙалы тип танылған.
* Һөйәлдәрҙән, өйкәлгән урындарҙан ҡотолоу өсөн аяҡтарға шоколад ваннаһы эшләү килешә. Бер плиткә тәмлекәсте йылы һөттә иретеп, аяғығыҙҙы ошо шыйыҡсаға 15 минут тирәһе тығып ултырығыҙ.
* Составындағы теобромин менән теофиллин тиренән артыҡ һыуҙы, токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә. Шуға күрә шоколадлы косметиканың лифтинг ҡеүәте киң билдәле.