Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәбиғәт сәскә ата, аллергия ҡаҡшата
Миҙгелле аллергия – организмдың билдәле бер ваҡытта килеп сыға торған реакцияһы. Ул конъюнктивит, ринит йә ҡурылдай быумаһы сифатында сағыла. Быға, ғәҙәттә, ағастарҙың, үләндәрҙең, ҡатмарлы сәскәле, ҡыяҡлы үҫемлектәрҙең һеркәһе, ҡайһы бер бәшмәктәрҙең споралары сәбәпсе була.

Миҙгелле йә башҡа төрлө аллергиянан яфаланған кешеләр төнөн йыш ҡына тыны ҡыҫылыуҙан уяна, йоҡлай алмай аҙаплана. Ошондай бер нисә төндән һуң невроз, ҡуҙғыусанлыҡ та оҙаҡ көттөрмәй. Аллергия, ғөмүмән, үҙенә етди иғтибар талап итә. Уны ваҡытында дауаламауҙың ҡурҡыныс һөҙөмтәгә килтереүе ихтимал. Ҡурылдай быумаһына етһә, уны бер-ике курс ярҙамында ғына бөтөрөү мөмкин түгел.
Сәскә һеркәләренең тәьҫире йөҙәткән аллергия халыҡты, ғәҙәттә, апрель урталарынан алып июль бөткәнгә тиклем һағалай. Артабан эстафетаны ҡатмарлы сәскәле үләндәр ала – улары тәүге ҡар яуғансы яфалай. Аллергияның әленән-әле ҡабатланып тороуы төрлө үҫемлектәрҙең билдәле бер осорҙа сәскә атыуынан ғибәрәт. Аллергендарҙың һауалағы концентрацияһы тәүлектең өлөшөнә ҡарамай. Сәскә атыу осоро айырыуса ауыр. Ҡайындың хәүефе, мәҫәлән, май аҙағына тура килә, артабан уның һеркә орлоҡтары кәмей. Хәйер, һеркәләре һауала ҡала әле.
Һеркәләрҙең концентрацияһы теге йәки был төбәктә күпләп урын алған үҫемлектәрҙән ғибәрәт. Әгәр һеҙ миҙгелле аллергияға дусар булып, япраҡлы ағастар, бигерәк тә ҡайын күпләп үҫкән урман-парк зонаһына яҡын тораһығыҙ икән, сәскә атҡан осорҙо ылыҫлы ағаслы зонала йәшәгәндәгенә ҡарағанда күпкә ауырыраҡ үткәрәсәкһегеҙ.
Аллергендар араһынан тәүге урында – ҡайын, унан ерек, сәтләүек, саған, дардар ағастары килә. Бар яҡлап та “рәнйетелгән” данлыҡлы тирәк иһә бөтөнләй аллергия булдырмай. Һәр хәлдә был ағасҡа аллергия булыуына зарланып мөрәжәғәт иткән пациенттар әлегә теркәлмәгән. Сәбәбе: тирәк мамығы өлгөргәндә – йәй башында – ҡыяҡлы үләндәр сәскә ата. Ә мамыҡтар ағастарҙа, ҡыяҡлыларҙа ҡалған һеркәләрҙе йыйып, уларҙы механик рәүештә күсерә. Аллергияның төп сәбәпсеһе – тап ошо һеркәләр.
Миҙгелле аллергияны дауалаусы дарыуҙар бер нисә төркөмгә бүленә. Гистаминға, аллергияға ҡаршы препараттар, ғәҙәттә, тамыҙып йә һиптертеп ҡулланыла, таблетка формаһын­дағылары ла була. Фармацевтика баҙарында бындай саралар бихисап, шуға күрә дарыуҙы ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Препараттарҙың икенсе төркөмө – крамондар – аллергик елһенеүҙе баҫа. Спрей кеүектәр, танауға йә күҙгә тамыҙа торғандары ла бар.
Өсөнсө төркөмгә ҡарағандар – бер урында йә системалы ҡулланылған глюкокортикостероид препараттар. Таблетка рәүешендәге гормональ дарыуҙарға башҡа төрлө дауалап булмағанда мөрәжәғәт итәләр.
Специфик иммунотерапия – һаҡлаусы антиматдәләр бүлеп сығарыуға нигеҙләнгән тағы бер дауалау ысулы. Уны, ғәҙәттә, аллергендар сәскә атмаған ваҡытта үткәрәләр. Бындай терапия ярҙамында дауаланыуҙа 30 – 40 инъекция алыу ҡаралған, һәм ул 50 йәшкә тиклем яһала. Аҙаҡ иммун системаһының “яуабы” файҙаһыҙыраҡ була. Тәүге тапҡырҙан һуң ыңғай һөҙөмтә тоймаһағыҙ, специфик иммунотерапияны йыл һайын үтергә мөмкин. Әгәр ҙә баштан уҡ яҡшы үҙгәреш һиҙһәгеҙ, бындай дауаланыуҙы оҙайлы ваҡытҡа “онотоп” тороғоҙ, һуңға табан, аллергия көсәйә ҡалһа, тағы бер ҡат курс алырһығыҙ.
Байтаҡ халыҡты бимазалаған миҙгелле аллергиянан (поллиноздан) ҡотолоу өсөн аэрозолдәр ҡулланыла. Әйтәйек, крамонлы аэрозолдәрҙе күпме талап ителһә, шунса файҙаланырға кәрәк. Бындай осраҡта уларға өйрәнеү, саманан тыш ҡулланыу хәүефе янамай. Ә бына топик стероидтарҙы ҡабул итеү хәл-торошҡа бәйле. Миҙгелле аллергик ринит булғанда телгә алынған дарыуҙар менән сәскә атыу осоронан 10 көн алдараҡ, артабан мәлендә, һуңынан тағы 10 көн файҙаланыу кәңәш ителә.
Үләндәр, ағастар, үҫемлектәр сәскә атҡанда аллергияға дусар булғандарға метеофакторҙар ҙа йоғонто яһай. Ямғырлы көндә, мәҫәлән, һауалағы һеркәләр күләме баҫыла төшә, ә елле, ҡоро һауа торошо, киреһенсә, хәлде ҡатмарлаштыра. Бина эсендә һеркә концентрацияһы урамдағыға ҡарағанда әҙерәк, шуға күрә аллергиктар йортта саҡта үҙен яҡшыраҡ тоя.
Поллинозды дауалау саралары байтаҡ. Бында климат мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. Әгәр кеше сәскә атыу мәле үткән төбәккә барып торһа, был “сирле” мәлде тыныс үткәреп ебәрәсәк. Аллергендар тәьҫиренә ҡаршы тороу өсөн өйҙә һауа таҙартҡыстар ҡуйыу, балаҫтарҙы даими таҙартыу йә иһә келәмде бөтөнләй ҡулланмау, йортто даими дымландырыу кәңәш ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә