Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Еңеүҙең емештәрен ҡәҙерләп һаҡлайыҡ
Башҡортостан мосолмандары­ның Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Әс-сәләмү-ғә­ләй­күм үә рәх­мәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөр­мәт­ле ту­ған­дар! Һеҙҙе Бөйөк Еңеү­ҙең 71 йыл­лығы алдынан сә­ләмлә­үемә ифрат шатмын.
9 Май – ба­рыбыҙ өсөн дә ғәйәт әһә­миәтле көн. Әле ере­беҙ­ҙә ныҡ­лы баҫып тороуыбыҙ, балалар үҫтереүебеҙ, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡороп йәшә­үебеҙ өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөрана ҡылырға, Бөйөк Еңеү­ҙе яулауға үҙ өлөшөн индергән ата-бабабыҙға, тыл хеҙмәтсәндәренә сикһеҙ рәхмәтле булырға бурыслыбыҙ, хөрмәтле йәмәғәт.
“Беҙ ерҙе һеҙгә йәшәү өсөн урын иттек, унда бөтөн шарттар, ризыҡ бар”, – тигән аят-кәримәләр әйтелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Эйе, донъяла төрлө халыҡ ғүмер итә. Кемдер урманлы яҡта, бәғзеләр таулы урында, өсөнсөләр океандағы утрауҙа... Йәшәгән ере ниндәй генә булмаһын, һәр кем уны ярата, тыуған иле хаҡында күңелендә матур хис-тойғо йөрөтә. “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тигән пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. Был яратыу тойғоһо, әлбиттә ки, һоҡ­ланыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Әҙәм балаһы тыуған ерен һаҡларға, яҡларға, тәртиптә тоторға, унда күркәм ғүмер итергә, балалар үҫтерергә, төйәгенең бөгөнгөһө, иртәгәһе өсөн ҙур яуаплылыҡ тойорға тейеш.
Беҙҙең халыҡ борон-борондан ошо хәҡиҡәткә таянып йәшәгән. Еренә ҡур­ҡыныс янай икән, уны һаҡлау, яҡлау өсөн яу сапҡан, ситтәр ҡулына бирмәгән. Мәҫәлән,
“Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, –
тигән билдәле юлдарға ғына ла күп мәғәнә һалынған.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙә диндең өлөшө ҙур, хөрмәтле йәмәғәт. Уға, социалистик ҡоролошло илдә булһа ла, Икенсе донъя һуғышы башланыу менән ҙур иғтибар бүленә башлаған. Ниндәйҙер ауырлыҡ, хәүеф, ҡурҡыныс тыуһа, әҙәм балаһы шунда уҡ Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрә бит. Раббыбыҙҙан юғарыраҡ көс юҡлығы тап шундай ваҡыттарҙа беленә лә. Мәғлүм булыуынса, герман һуғышы башланғас, иле­беҙ башлығы бар­лыҡ дин етәкселәрен саҡырып алып кә­ңәш­ләшкән, ерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн барса мөмкинлекте файҙаланыу кәрәклеген әйткән. Маҡ­сатҡа ярашлы “Ҡөрьән Кәрим”де, башҡа ди­ни китаптарҙы баҫып сығарырға рөхсәт ителгән. Был, әлбиттә, еңеүгә ынтылған кешелеккә рухи аҙыҡ булған. Һуғыш йыл­дарында донъя күргән матбуғат баҫмаларында ла дингә ҙур урын бүленгән. Совет власының тыйыуына ҡарамаҫтан, мосол­мандарҙың күбеһе Аллаһ Тәғәләнән именлек һорап Ҡөрьән уҡыған, хәйер биргән, ғибәҙәт ҡылған. Башҡа диндәр вәкилдәре лә юғары көскә ышанысын юғалтмаған.
Бөйөк Еңеүҙең емештәрен ҡәҙерләп һаҡлаһаҡсы, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бер-бере­беҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булһаҡ, янъялға сәбәп эҙләп йөрөмәйенсә, татыу йәшәргә ты­рышһаҡ, изгелек итһәк, ин­шаллаһ, именлектең тамыры нығыныр, тармаҡланыуын дауам итер. Шул уҡ ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙә­ренең, тыл хеҙмәтсәндәренең ҡаһар­ман­лығын онотмайыҡ. Уларҙың фиҙакәр­леге – илһөйәр­лектең иң ҙур өлгөһө. Иҫәндәренең ҡәҙерен беләйек, баҡый­лыҡҡа күскән ҡаһар­ман­дарыбыҙ­ҙың рухына тап төшөрмәйек, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә