Еңеүҙең емештәрен ҡәҙерләп һаҡлайыҡ06.05.2016
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле туғандар! Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығы алдынан сәләмләүемә ифрат шатмын.
9 Май – барыбыҙ өсөн дә ғәйәт әһәмиәтле көн. Әле еребеҙҙә ныҡлы баҫып тороуыбыҙ, балалар үҫтереүебеҙ, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡороп йәшәүебеҙ өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөрана ҡылырға, Бөйөк Еңеүҙе яулауға үҙ өлөшөн индергән ата-бабабыҙға, тыл хеҙмәтсәндәренә сикһеҙ рәхмәтле булырға бурыслыбыҙ, хөрмәтле йәмәғәт.
“Беҙ ерҙе һеҙгә йәшәү өсөн урын иттек, унда бөтөн шарттар, ризыҡ бар”, – тигән аят-кәримәләр әйтелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Эйе, донъяла төрлө халыҡ ғүмер итә. Кемдер урманлы яҡта, бәғзеләр таулы урында, өсөнсөләр океандағы утрауҙа... Йәшәгән ере ниндәй генә булмаһын, һәр кем уны ярата, тыуған иле хаҡында күңелендә матур хис-тойғо йөрөтә. “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. Был яратыу тойғоһо, әлбиттә ки, һоҡланыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Әҙәм балаһы тыуған ерен һаҡларға, яҡларға, тәртиптә тоторға, унда күркәм ғүмер итергә, балалар үҫтерергә, төйәгенең бөгөнгөһө, иртәгәһе өсөн ҙур яуаплылыҡ тойорға тейеш.
Беҙҙең халыҡ борон-борондан ошо хәҡиҡәткә таянып йәшәгән. Еренә ҡурҡыныс янай икән, уны һаҡлау, яҡлау өсөн яу сапҡан, ситтәр ҡулына бирмәгән. Мәҫәлән,
“Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, –
тигән билдәле юлдарға ғына ла күп мәғәнә һалынған.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙә диндең өлөшө ҙур, хөрмәтле йәмәғәт. Уға, социалистик ҡоролошло илдә булһа ла, Икенсе донъя һуғышы башланыу менән ҙур иғтибар бүленә башлаған. Ниндәйҙер ауырлыҡ, хәүеф, ҡурҡыныс тыуһа, әҙәм балаһы шунда уҡ Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрә бит. Раббыбыҙҙан юғарыраҡ көс юҡлығы тап шундай ваҡыттарҙа беленә лә. Мәғлүм булыуынса, герман һуғышы башланғас, илебеҙ башлығы барлыҡ дин етәкселәрен саҡырып алып кәңәшләшкән, ерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн барса мөмкинлекте файҙаланыу кәрәклеген әйткән. Маҡсатҡа ярашлы “Ҡөрьән Кәрим”де, башҡа дини китаптарҙы баҫып сығарырға рөхсәт ителгән. Был, әлбиттә, еңеүгә ынтылған кешелеккә рухи аҙыҡ булған. Һуғыш йылдарында донъя күргән матбуғат баҫмаларында ла дингә ҙур урын бүленгән. Совет власының тыйыуына ҡарамаҫтан, мосолмандарҙың күбеһе Аллаһ Тәғәләнән именлек һорап Ҡөрьән уҡыған, хәйер биргән, ғибәҙәт ҡылған. Башҡа диндәр вәкилдәре лә юғары көскә ышанысын юғалтмаған.
Бөйөк Еңеүҙең емештәрен ҡәҙерләп һаҡлаһаҡсы, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булһаҡ, янъялға сәбәп эҙләп йөрөмәйенсә, татыу йәшәргә тырышһаҡ, изгелек итһәк, иншаллаһ, именлектең тамыры нығыныр, тармаҡланыуын дауам итер. Шул уҡ ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең, тыл хеҙмәтсәндәренең ҡаһарманлығын онотмайыҡ. Уларҙың фиҙакәрлеге – илһөйәрлектең иң ҙур өлгөһө. Иҫәндәренең ҡәҙерен беләйек, баҡыйлыҡҡа күскән ҡаһармандарыбыҙҙың рухына тап төшөрмәйек, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.