Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ауылыбыҙ – Ерҙең кендегендә”
“Ауылыбыҙ – Ерҙең кендегендә” Илһөйәрлек, ватансылыҡ, хеҙмәт тәрбиәһе тураһында йыш һөйләйбеҙ хәҙер. Ә ошо сифаттарҙың “мәктәбе” булған өлкәндәрҙең һүҙенән, йәшәү рәүешенән ваҡытында ныҡлы һабаҡ алдыҡмы? Ысын тормош дәресе тап бөгөн кәрәк тә бит... Йыл да Еңеү көнө яҡынайғанда өләсәйем, тыл ветераны Сажиҙә Әбдрәшитованың яҙмышын, биргән тәрбиәһен йәнә бер ҡат йөрәгем аша үткәрәм.
...1921 йылғы ҡурҡыныс аслыҡ мәлен­дә ғаиләлә алтынсы бала булып ҡыҙсыҡ донъяға ауаз һала. “Артыҡ тамаҡ”ты һалҡын апрель таңында тупһаға сығарып ҡуялар. Йөрәктәрҙе ярырҙай тауыш менән ярһып илай сабый. Әсә йөрәге түҙмәй...
Бына шулай йәшәүгә хоҡуғын даулап ала өләсәйем. Аслыҡты еңеп, кешелектең ниндәй генә хәлдә лә дауам итергә тейешлеген төшөндөрөп, берәүгә лә ауыр­лыҡ төшөрмәйенсә буй еткерә, 17 йәшен­дә кейәүгә сыға, ике сабыйға ғүмер бирә. Әммә оҙаҡҡа һуҙылмай бәхете: Бөйөк Ватан һуғышы ҡубып, ире фронтҡа алына ла хәбәрһеҙ юғала, бәләкәстәре аслыҡ­тан, тиф ауырыуынан йән бирә...
Шулай ҙа бирешмәй ныҡлы ихтыярлы ҡатын – ҡайғыһын эш менән баҫа. Көнө-төнө совхозда бил бөгә, миҙгелдәр буйы һал ағыҙыуҙа ҡатнаша. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙың әсеһен дә күпләп татырға тура килә тол ҡатынға. Тап шул осорҙа бәхете тағы асылғандай була: икенсегә кейәүгә сыға. Ҡыҙҙары тыуып, йәнә әсәлек ләззәтенә сумған арала ире башҡа ҡатынға китә...
Һынауҙар һындырмай өләсәйемде, көс кенә өҫтәй. Ике бәләкәй ҡыҙын, өлкән йәштәге әсәһен хәстәрләп баға, хужа­лыҡта алыштырғыһыҙ һауынсы, һарыҡ көтөүсе була. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнә.
Миҙалдары иһә шул ҡәҙәр күп ине өләсәйемдең. Әммә уларҙы ла, орденын да күрһәтеп йөрөмәне, һандыҡ төбөндә һаҡланы. Яҙмышындағы ауырлыҡтар хаҡында ла һөйләмәне, иламаны, зар­ланманы. Мин иҫ белгәндә ул хаҡлы ялда ине, шулай ҙа буш ултырғанын күргәнем булманы.
Көн дә таң һарыһынан тороп эшкә тотонор ине өләсәйем. Иҙәндә, тышҡы һикәлтәләрҙә саң әҫәре юҡ, картуф баҡсаһында ҡый үләне күрмәҫһең, һарай һепереп таҙартылған. Мал өсөн йәнен бирерҙәй кеүек ине. “Әгәр өләсәйемде илгә етәксе итеп ҡуйһалар, һыйыр-һарыҡтар диванда ғына ятыр, ә халыҡ эргәләрендә хеҙмәтсе булып йөрөр ине”, – тип мәрәкәләп ала кесе ағайым.
Эйе, малдың ҡәҙерен белде ул. Аҡты әрәм итмәҫкә өйрәтте. Тәбиғәтте лә ныҡ яратты. Йәй емеш-еләк өлгөрөү менән беҙҙе эйәртеп урманға юлланыр ине. Әрәмәгә ингәс, муйылдың иң суғымын һай­лай ҙа шуның башына еңел генә үр­мә­ләп менеп китә. Емеште ҡуҙаҡлап өҙөп алып, йәйеп һалдырған әрмәккә төшөрә башлай. Беҙ иһә тиреп, биҙрәгә тултырабыҙ.
Муйылдан төшкәс, өләсәйем ағас еләге, ҡарағат араһына инеп китә, йылғала һыу инеп ала. Ҡайтышлай аҡланда мәтрүшкә, аҡ сәскә, меңъяпраҡ йыйырға тотона... Арыйым, иларға етешәм. Ике ҡулына ике биҙрә емеш-еләк тотҡан, биленә шифалы үләндәрҙе уратып бәйләгән өләсәйем мине арҡа­һына йөкмәп ала ла ауылға юллана.
Ситкә йөрөргә яратманы. Бер көн генә ҡайҙалыр булырға тура килгән саҡта, кискә һағынып ҡайтыр инер, күмәгебеҙҙе ҡосаҡлап алыр ине. “Беҙҙең ил, ауыл ерҙең кендегендә урынлашҡан, – тиер ине. – Башҡа бер урында ла бындай матурлыҡты, муллыҡты, уңайлылыҡты таба алмаҫһығыҙ – эҙләп тә йөрөмәгеҙ”.
Оҙаҡ һөйләшкәнде, ваҡытты бушҡа үткәргәнде өнәмәне. Хәбәргә батҡан­дарҙы күреп ҡалһа: “Эшегеҙҙе нимә тип уйлайһығыҙ ул?” – тип асыуланып таратып ебәрер ине. Кемделер насарлап һөйләргә уйлағандарҙың да ауыҙын тиҙ япты өләсәйем. Зарлан­ғандарға, һуҡран­ғандарға ниндәйҙер эш тәҡдим итте.
Кис һайын сүрәләр уҡып йоҡоға китә торғайныҡ. Ҡайһы бер саҡта өләсәйем төнөн мине эйәртеп тышҡа сығыр ҙа, күккә ҡарап, һәр беребеҙгә һаулыҡ, иман, татыулыҡ, донъя именлеге теләр ине. Артынан бышылдап ҡабатлайым. Ҡәҙер кисе булған икән был мәл...
Их, хәҙер кәрәк ине ошондай тәрбиә, өләсәйем һабаҡтары!







Автор: Ф. СӘЙФЕТДИНОВА. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә