Илһөйәрлек, ватансылыҡ, хеҙмәт тәрбиәһе тураһында йыш һөйләйбеҙ хәҙер. Ә ошо сифаттарҙың “мәктәбе” булған өлкәндәрҙең һүҙенән, йәшәү рәүешенән ваҡытында ныҡлы һабаҡ алдыҡмы? Ысын тормош дәресе тап бөгөн кәрәк тә бит... Йыл да Еңеү көнө яҡынайғанда өләсәйем, тыл ветераны Сажиҙә Әбдрәшитованың яҙмышын, биргән тәрбиәһен йәнә бер ҡат йөрәгем аша үткәрәм....1921 йылғы ҡурҡыныс аслыҡ мәлендә ғаиләлә алтынсы бала булып ҡыҙсыҡ донъяға ауаз һала. “Артыҡ тамаҡ”ты һалҡын апрель таңында тупһаға сығарып ҡуялар. Йөрәктәрҙе ярырҙай тауыш менән ярһып илай сабый. Әсә йөрәге түҙмәй...
Бына шулай йәшәүгә хоҡуғын даулап ала өләсәйем. Аслыҡты еңеп, кешелектең ниндәй генә хәлдә лә дауам итергә тейешлеген төшөндөрөп, берәүгә лә ауырлыҡ төшөрмәйенсә буй еткерә, 17 йәшендә кейәүгә сыға, ике сабыйға ғүмер бирә. Әммә оҙаҡҡа һуҙылмай бәхете: Бөйөк Ватан һуғышы ҡубып, ире фронтҡа алына ла хәбәрһеҙ юғала, бәләкәстәре аслыҡтан, тиф ауырыуынан йән бирә...
Шулай ҙа бирешмәй ныҡлы ихтыярлы ҡатын – ҡайғыһын эш менән баҫа. Көнө-төнө совхозда бил бөгә, миҙгелдәр буйы һал ағыҙыуҙа ҡатнаша. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙың әсеһен дә күпләп татырға тура килә тол ҡатынға. Тап шул осорҙа бәхете тағы асылғандай була: икенсегә кейәүгә сыға. Ҡыҙҙары тыуып, йәнә әсәлек ләззәтенә сумған арала ире башҡа ҡатынға китә...
Һынауҙар һындырмай өләсәйемде, көс кенә өҫтәй. Ике бәләкәй ҡыҙын, өлкән йәштәге әсәһен хәстәрләп баға, хужалыҡта алыштырғыһыҙ һауынсы, һарыҡ көтөүсе була. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнә.
Миҙалдары иһә шул ҡәҙәр күп ине өләсәйемдең. Әммә уларҙы ла, орденын да күрһәтеп йөрөмәне, һандыҡ төбөндә һаҡланы. Яҙмышындағы ауырлыҡтар хаҡында ла һөйләмәне, иламаны, зарланманы. Мин иҫ белгәндә ул хаҡлы ялда ине, шулай ҙа буш ултырғанын күргәнем булманы.
Көн дә таң һарыһынан тороп эшкә тотонор ине өләсәйем. Иҙәндә, тышҡы һикәлтәләрҙә саң әҫәре юҡ, картуф баҡсаһында ҡый үләне күрмәҫһең, һарай һепереп таҙартылған. Мал өсөн йәнен бирерҙәй кеүек ине. “Әгәр өләсәйемде илгә етәксе итеп ҡуйһалар, һыйыр-һарыҡтар диванда ғына ятыр, ә халыҡ эргәләрендә хеҙмәтсе булып йөрөр ине”, – тип мәрәкәләп ала кесе ағайым.
Эйе, малдың ҡәҙерен белде ул. Аҡты әрәм итмәҫкә өйрәтте. Тәбиғәтте лә ныҡ яратты. Йәй емеш-еләк өлгөрөү менән беҙҙе эйәртеп урманға юлланыр ине. Әрәмәгә ингәс, муйылдың иң суғымын һайлай ҙа шуның башына еңел генә үрмәләп менеп китә. Емеште ҡуҙаҡлап өҙөп алып, йәйеп һалдырған әрмәккә төшөрә башлай. Беҙ иһә тиреп, биҙрәгә тултырабыҙ.
Муйылдан төшкәс, өләсәйем ағас еләге, ҡарағат араһына инеп китә, йылғала һыу инеп ала. Ҡайтышлай аҡланда мәтрүшкә, аҡ сәскә, меңъяпраҡ йыйырға тотона... Арыйым, иларға етешәм. Ике ҡулына ике биҙрә емеш-еләк тотҡан, биленә шифалы үләндәрҙе уратып бәйләгән өләсәйем мине арҡаһына йөкмәп ала ла ауылға юллана.
Ситкә йөрөргә яратманы. Бер көн генә ҡайҙалыр булырға тура килгән саҡта, кискә һағынып ҡайтыр инер, күмәгебеҙҙе ҡосаҡлап алыр ине. “Беҙҙең ил, ауыл ерҙең кендегендә урынлашҡан, – тиер ине. – Башҡа бер урында ла бындай матурлыҡты, муллыҡты, уңайлылыҡты таба алмаҫһығыҙ – эҙләп тә йөрөмәгеҙ”.
Оҙаҡ һөйләшкәнде, ваҡытты бушҡа үткәргәнде өнәмәне. Хәбәргә батҡандарҙы күреп ҡалһа: “Эшегеҙҙе нимә тип уйлайһығыҙ ул?” – тип асыуланып таратып ебәрер ине. Кемделер насарлап һөйләргә уйлағандарҙың да ауыҙын тиҙ япты өләсәйем. Зарланғандарға, һуҡранғандарға ниндәйҙер эш тәҡдим итте.
Кис һайын сүрәләр уҡып йоҡоға китә торғайныҡ. Ҡайһы бер саҡта өләсәйем төнөн мине эйәртеп тышҡа сығыр ҙа, күккә ҡарап, һәр беребеҙгә һаулыҡ, иман, татыулыҡ, донъя именлеге теләр ине. Артынан бышылдап ҡабатлайым. Ҡәҙер кисе булған икән был мәл...
Их, хәҙер кәрәк ине ошондай тәрбиә, өләсәйем һабаҡтары!