Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәктәрҙә – ер көсө, дала киңлеге
Йөрәктәрҙә – ер көсө, дала киңлеге Төбәгебеҙҙе Ырымбур далалары менән бәйләгән Сәғит ауылына тәбиғәт матурлыҡты йәлләмәй биргән: киң туғайҙар, күҙ күреме етмәҫ яландар, өйкөм-өйкөм булып теҙелеп киткән тауҙар... Халыҡ телендә Ҡалтай тип йөрөтөлгән был төйәк уңған, тырыш халҡы менән дә дан тота. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 53 ир-егет фронтҡа алынған, шуларҙың 22-һе генә тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан. Әле бындағы 92 хужалыҡта 370 тирәһе кеше йәшәй. Төбәк ергә, көтөүлектәргә бай булғанлыҡтан, халыҡтың күпселеге мал көсө менән көн күрә. Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. 1987 йылда төҙөлгән “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһының эшмәкәрлеге айырыуса һөйөндөрә – балаларҙың шат тауыштары халыҡтың кәйефен күтәрә, киләсәккә өмөт уята.
Эйе, бирешмәй ҡалтайҙар. Һәр береһе дәртләнеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Йорт хужаларының күбеһе вахта ысулы менән ситтә эшләгәнлектән, ауылдың төп таянысы – ҡатын-ҡыҙ. Шуға ла сәфәребеҙҙе ауылға йәм өргән, ҡот биргән, ғаилә утын һаҡлаған, йәштәргә өлгө күрһәтеп ғүмер иткән, ҙур ихтирам-хөрмәткә лайыҡ ағинәйҙәр менән танышыуҙан башланыҡ.


Ағинәйле ерҙә тәртип түрҙә

Йөрәктәрҙә – ер көсө, дала киңлегеМәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа Ағинәйҙәр ҡоро әүҙем эшләй. Уларҙың башланғысы менән тәрбиәүи саралар ойошторола, онотола барған йолалар тергеҙелә, дини байрамдар үткәрелә. Ҡор ағза­лары халҡыбыҙҙың рухи ҡим­мәттәрен һаҡлап ҡалыуҙы, йәш быуынға еткереүҙе маҡсат итеп алған. Үҙҙәре өлгө, үрнәк күрһә­теп йәшәгән ағинәйҙәрҙең һүҙе, кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәре, башҡарған изге ғәмәлдәре ифрат әһәмиәтле.
Төпкөлдә, район һәм ауыл хакимиәте алыҫта урынлашҡан ерҙә, ағинәйҙәр клубының әүҙем эшләүе айырыуса ҙур хуплауға лайыҡ. Улар ауылдың киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәй. Мәҙәни һәм тәрбиәүи саралар үткәреп кенә ҡалмайҙар, ә ауылды төҙөкләндереү йәһәтенән дә ғәйәт ҙур эштәр башҡаралар. Үҙҙәре йәшәгән йорт алдын, урамды таҙартыу, зыяратты тәрбиәләп тотоу, йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләр үткә­реүҙә уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Өҫтәүенә ауыр шарт­тарҙа йәшәгән ғаиләләргә рейд ойоштороу, “йәшел йылан” менән шаярғандарҙы даими күҙәтеп, әңгәмәләр үткәреүҙе лә үҙ өҫтөнә алғандар.
Сәғиттәге ағинәйҙәр клубы мәктәптең бер бүлмәһендә урын­лашҡан. Уның ағзалары, аҙна һайын осрашып, эш планы ҡабул итә, саралар теҙмәһен раҫлай. Ун ике кешене берләштергән клуб етәксеһе – Фәнилә Ҡәйепова, уның “уң ҡулы” – мәғариф ветераны, Рәсәйҙең мәғариф ал­дын­ғыһы Гөлдәр Ҡәйепова. Ҡорҙағы иң өлкән апай Рушан Ҡәйеповаға 75 йәш булһа, иң йәшенә – 55.
Бергә йыйылған мәлдә ағи­нәйҙәр ҡул эштәре менән булыша: ырғаҡ менән матур салфеткалар яһайҙар, ҡашмау, селтәр бәйләйҙәр. Барыһы ла хәтәр шәп килеп сыға.
Әлбиттә, ауыл ағинәйҙәрен борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, мәсет булһа ла, эшлә­мәй тора икән. Һөҙөмтәлә халыҡ иман йортона намаҙға йөрөй, дини байрамдарҙы үткәрә алмай. “Сәйфетдин” мәсетен локаль һуғышта ғүмере өҙөлгән, “Батыр­лыҡ” орденына лайыҡ булған ошо ауыл егете Сәйфетдин Мәм­бәтовтың иҫтәлегенә атаһы Илһа­метдин олатай төҙөткән. Туған­да­ры иман йортон даими тәр­биәләй, тирә-яғын таҙарта, сәскә ултырта. Аллаһ бирһә, ауылды нурға күмеп, аҙан тауышы ла яңғырар тигән ышаныста халыҡ.
Йөрәктәрҙә – ер көсө, дала киңлегеҮрҙә әйтелгәнсә, Сәғит Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Совет осоронда ауылға район үҙәгенән автобус йөрөмәгән саҡта, күрше Гай ҡалаһы был мөмкинлекте тыуҙырған. Хәҙер иһә халыҡҡа төрлө йомош менән район үҙәгенә барырға тура килһә, кемдер үҙенең еңел машинаһында йәки кеше яллап, тәүҙә Ырымбурҙың Новочеркасск ауылын үтә, артабан Яңы Ергән аша Аҡъярға юллана. Улай ғына ла түгел, үҙҙәренең Маҡан ауыл Советына барыу өсөн дә Аҡъяр аша үтергә мәжбүрҙәр. Ни өсөн тигәндә, туранан сығырға юл насар. “Совет осоронда һалма­ғандарын, хәҙер нисек эшләйек?!” тигән яуап хәҡиҡәткә тап килә лә кеүек... Һәр хәлдә, мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә өмөт ҙур.
Ауыл халҡын һыу мәсьәләһе лә борсой. Трассалар йылдар дауамында алмаштырылмаған, ремонт эше үткәрелмәгән. Урамдағы колонкалар ҡыш туңып, йәй һыу ағыҙып ултыра. Күптәр үҙ ихатаһына ҡоҙоҡ ҡаҙҙыртып алған да ул, тик был эш һәр кемдең хәленән килмәй шул.

Тамырҙарға тап төшөрмәйенсә

Бында белем усағы ҡасандыр гөрләп эшләгән. Хәҙер иһә, балалар аҙлыҡтан, башланғысҡа ҡалдырылған ул. Коридорҙағы стендтар мәктәптең ҡаҙаныштары, уҡыусыларының еңеүҙәре, спортта яулаған үрҙәре хаҡында һөйләй. Эйе, белем усағы заманында районда иң көслөләрҙән һаналған. Сыға­рылыш уҡыусылары белем алыуын Өфө, Сибай, Орск, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларында дауам иткән. Йәштәрҙең күбеһе техник йүнәлеште һайлаған.
– Хәҙер иһә балаларҙы баш­ланғыс мәктәптән һуң район үҙәгенә йә Бүребайға йөрөтәбеҙ, – ти ата-әсә. – Аҡъярҙа интернат асылһа, байтаҡ мәсьәлә хәл ителер ине.
Йөрәктәрҙә – ер көсө, дала киңлегеБашланғыс мәктәптәге бер кабинетта ике класҡа бергә белем бирелә.
– Бөгөнгө шарттарға яраҡла­шырға тура килә, – ти уҡытыусы Зинира Нафиҡова. – Балалар белем алырға атлығып тора. Заман технологияларын ҡулланып, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡ­тырғыс итеп үткәрергә тырышам.
Сибай педагогия училищеһын, унан Стәрлетамаҡта институт тамамлаған Зинира Зекериә ҡыҙы – ошо ауыл килене. Бөтөн ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған ул. Уҡыусылары район олимпиадаларында алдынғылыҡты бир­мәй, хатта республика кимәлендә лә еңеү яулайҙар. Зинира апай үҙе ире Ғаяз менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән.
Әйткәндәй, мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса бик бай музей булдырылған. Бында һирәк осрай торған үҙенсәлекле ҡо­мартҡылар – Беренсе донъя һуғышынан ҡайтҡан еҙ ҡурай, ҡымыҙ турһығы, ауылдаштары Хәмитйән Нафиҡовтың ҡуйын дәфтәре һәм башҡалар – ҡәҙерләп һаҡлана.
Байтаҡ бүлмәһе буш торған мәктәпте күп функциялы үҙәк йә клуб итеп үҙгәрткәндә, бик яҡшы булыр, бер нисә кешегә эш урыны барлыҡҡа килер ине, ти сәғиттәр.

Ғүмере оҙон булһын “Аҡ сәскә”нең!

Ауылға йәм биргән, киләсәккә ышаныс өҫтәгән “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһында ун бала тәрбиәләнә. Бина заман талаптарына ярашлы йыһазлан­ды­рылған, бөтөн шарттар бар. Быйыл кескәйҙәрҙең араһынан Нургиз менән Аделина мәктәпкә барырға йыйына.
Мөдир Айһылыу Аҡҡужина әйтеүенсә, ата-әсә менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Баҡ­саның тирә-яғын таҙартыуҙа, ремонт эшендә улар ихлас ярҙам итә. Кескәйҙәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙа айырыуса атай­ҙарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Йөрәктәрҙә – ер көсө, дала киңлегеБалалар тәрбиәсе апайҙары Сания Мәмбәтованы икенсе әсәһеләй күреп ярата. Бергәләп төрлө уйын уйнайҙар, ҡыҙыҡлы китаптар уҡыйҙар, һүрәт төшө­рәләр. Ашнаҡсы Миңлегөл Ҡәйе­пова уларҙы йылы аш, тәмле­кәстәр менән һыйлай.
Эйе, кескәйҙәрҙең шат тауышы яңғыраған был урында бәхетле бала саҡ йәшәй. Ғүмере оҙон булһын күркәм йорттоң, балалар йылдан-йыл артһын!

“Элек субсидия юҡ ине...”

Совет осоронда Ҡалтай ере алдынғы эшсәндәре менән дан тотҡан. Уңғандарҙың фиҙакәр хеҙмәте юғары исемдәр менән баһаланған, күбеһенең түшендә орден-миҙал сыңлаған.
Тамырҙарына тап төшөрмәй сәғиттәр: хәҙер бәғзеләр крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторһа, икенселәр шәхси ярҙамсы хужалыҡ булдырған. Һәр кем үҙ көсөнә таянып, күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай.
Араларында Рим Ҡәйепов – ауылдағы тәүге фермерҙарҙың береһе. 2004 йылда 100 гектар ер алып, үҙ эшен асҡан эшҡыуарға кәсепте башлап ебәреү еңелдән булмай. Тәүҙәрәк уңыш була-булыуын, әммә ҡуртымға алынған майҙандың яртыһын хужалар, ни өсөндөр, кире ала. Һөҙөмтәлә йүнсел ауылдаштарының пай ерҙәрен һорап, игенселек эшен йәнләндереп ебәрә.
Ләкин тәбиғәттең уҫал шаярыуы, ҡоролоҡтоң бер нисә йыл дауам итеүе фермерҙың хыялдарын йәнә селпәрәмә килтерә. Хатта һатып алып сәселгән орлоҡтоң да хаҡы ҡапланмай, уңыш кимәле бик түбән була. Шуға ла фермер эште малсылыҡ йүнәлешендә дауам итергә ҡарар ҡыла. Ҡустыһы Закир менән берлектә һыйыр малы үрсетә башлайҙар.
Йөрәктәрҙә – ер көсө, дала киңлеге– Ауылда йәшәгәс, малды күпләп аҫрарға кәрәк, – ти Рим Ҡәйепов. – Улар ҡышты яҡшы сыҡһын өсөн аҙыҡтың да мул булыуы мөһим. Шуға ла игенселектән бөтөнләй ситкә тайпылып булмай. Сабынлыҡтар ҙа етерлек, бесәнде күп итеп әҙерләйбеҙ.
Малды хәҙер күберәк ситтән килеп, тере килеш алалар. Шулай күпкә отошлораҡ, сөнки район үҙәгендә ит, һөт йыйыу пункттары эшләмәй. Ырымбурҙың яҡынлығы, бер яҡтан, насар булһа, икенсенән, файҙаға ғына. Йыл әйләнәһенә ауыл халҡы уларға һөт-ҡаймағын, йомортҡаһын тапшыра. Хәҙер үҙҙәре лә беҙҙең ауылға өйрәнде.
Мин эш башлағанда бер ниндәй субсидия юҡ ине. Хәҙер иһә, мәғлүм булыуынса, фермерҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Тимәк, йыбанмай эшләргә генә ҡала.

Эсемлектең көсө ниҙә?

Зинфира Ҡәйепова, кәзә ҡымыҙын эсереп, әсәһен яман ауырыуҙан ҡурсалап ҡалған.
Был хәл шулай була. Аҡташ ауылы ҡыҙы Сәғит ауылы батыры Фаил Ҡәйеповҡа кейәүгә сығып, йорт һалып, балалар үҫтереп йәшәп ятҡанда ҡәҙерле кешеһендә яман шеш барлығы хаҡында хәбәр итәләр. Барыһы ла шаңҡып ҡала. Әммә аптырап ултырыр ваҡыт түгел, әсәне нисек тә һаҡлап алып ҡалырға кәрәк. Зинфира ла сиргә ҡаршы көрәшеү юлдарын эҙләй башлай һәм кәзә ҡымыҙының ҙур шифаһы хаҡындағы мәғлүмәткә туҡтала. Оҙаҡ уйлап тормаҫтан, Быҙаулыҡ ауылынан Такса исемле һөт кәзәһен алып ҡайта. Уға тағы ла икәүҙе өҫтәй.
– Өс кәзә, тәкә, бәрәстәр аҫрайбыҙ, – ти Зинфира. – Әле имеү осоро, тиҙҙән һауын мәле башлана. Кәзә ҡымыҙының ни ҡәҙәр шифалы икәнлеген аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Күптәр уны өйҙән килеп ала, алдан заказ да бирәләр. Кәзәләрҙе көнөнә өс тапҡыр һауам. Көтөүгә ҡуш­майбыҙ, үҙебеҙ ҡарайбыҙ. Балалар ҙа ярҙам итә.
Ғаиләнең киләсәктә кәзә малын күпләп үрсетеп, ҡымыҙ эшләргә теләге ҙур.

Ике яҡ өсөн дә отошло

Ауылдың уртаһында урын­лашҡан “Вилдан” магазинынан кеше өҙөлмәй. Эшҡыуар Айгөл Мәмбәтова килтергән аҙыҡ-түлек кәштәлә оҙаҡ ятмай, һатып алыусыны күп төрлөлөгө менән ылыҡтыра. Бында шулай уҡ көндәлек тормошта кәрәкле көнкүреш әйберҙәре лә һатыла.
Айгөл Яхъя ҡыҙы магазинында бер кешегә эш урыны булдырған. Ҡайһы саҡта үҙенә лә һатыусы бурысын атҡарырға тура килә.
– Аҙыҡ-түлекте халыҡтың һорауы буйынса алып киләм, – ти йүнсел. – Ассортиментты төрләндереүгә, сифатҡа өҫтөнлөк бирәм. Ҡайһы ваҡытта ауыл­даштарға әйберҙе яҙып бирергә лә тура килә. Урынына йомортҡа, май, ҡорот, ҡаймаҡ йыйып, Гай ҡалаһына алып барып һатыу ҙа һәйбәт. Бындай ысул ике яҡ өсөн дә отошло: хужабикәләр һөт ризығын ҡайҙа тапшырырға тип баш ватмай, мин дә аҡса көтөп буш ултырмайым.
Үҙе “тимер ат”та елдергән, магазинға кәрәк-ярағын ташыған, ауыл халҡы эшкәрткән продукцияны тейәп, Ырымбур өлкәһенә юлланған гүзәл заттың шул ҡәҙәр уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Бына шулай юҡтан бар яһап, етеш йәшәргә ынтыла сәғиттәр.
Тик шуныһы бар: Хәйбулла халҡының “тере” аҡсаһы, етеш­тергән продукцияһы сит өлкәгә китә, уларҙың ҡаҙнаһын тулыландыра, халҡын ашата. Шулай ҙа ни ҡылаһың: барыһына ла йәшәргә кәрәк.

Серҙәшең кем? Ҡәйнәм!

Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, ти халыҡ. Улар үҙ-ара дуҫ, татыу булһа, тормоштары ла матурлығы, күркәмлеге менән һоҡландыра.
Төпкөлдәрҙә, Аллаға шөкөр, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләгән, боронғо йолаларҙы лайыҡлы дауам иткән, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә һаҡсыл ҡараған ғаиләләр күп. Эйе, хәҙер күптәр үҙ “оя”һын ҡорорға тырыша. Шулай ҙа ҡәйнәһе менән оҙаҡ йылдар бергә йәшәп, әхирәткә, серҙәшкә әйләнгән ҡатындар бар әле. 91 йәшен тултырған ауыл ағинәйе Бибиниса Ғимат ҡыҙы менән килене Луиза Мәмбәтова – тап шундайҙарҙан. Сирек быуат йыл үҙ-ара татыу, матур йәшәй улар.
– Сығышым менән Аҡъяр­ҙанмын. Дүрт йәштә генә әсәйһеҙ ҡалып, мәктәптән һуң белем алырға мөмкинлек булманы, – тип хәтирәләргә бирелде Бибиниса инәй. – Шуға ла колхозда егелергә тура килде. 1942 йылда Свердловск өлкәһенең Карпенский районындағы хеҙмәт ар­мияһына алдылар, унан Силәбегә ебәрҙеләр. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн беҙҙең кеүек ҡатын-ҡыҙға ифрат ауыр эштәрҙе башҡарырға тура килде. 1943 йылда, тара­лырға бойороҡ булғас, төрлө михнәт аша тыуған яғыма әйләнеп ҡайттым. Көҙ еткәс тракторсыға уҡытырға ебәрҙеләр, унда өс ай белем алдым. Курсты тамам­лағас, яҙғы сәсеүгә өлкән тракторсы итеп сығарҙылар. Һигеҙ йыл баш­ҡарҙым был эште. Унан ошо ауыл егете Сәлимйәнгә димләп кейәүгә бирҙеләр.
Инәй менән бабай ете бала үҫтерә. Әле уларҙың дүртәүһе генә иҫән. Инәй кинйә улы Шәһиҙулла һәм килене Луиза менән йәшәй. Әйткәндәй, йәштәр өҫтәүенә инвалид ағайҙарын да ҡарай.
– Килендәрем һәйбәт, ҡыҙҙа­рым кеүек, – ти инәй.
– Бейемем һәйбәт, әсәй кеүек, – тип йылмая килене.
Был бәхетле ғаиләлә бере­һенән-береһе һылыу биш ҡыҙ тәрбиәләнә.
– Ҡыҙҙарымдың барыһына ла минеке кеүек яҡшы ҡәйнә тура килеүен теләйем, – ти Луиза апай.
Ҡасандыр ҡәйнәһенең түшенә “Әсәлек миҙалы” тағылһа, Луиза Мәмбәтова ла шундай бәхетте кисергән.
Ғаилә башлығы Шәһиҙулла Сәлимйән улы иһә – ауыл ста­ростаһы. Халыҡты әйҙәй ҙә, уларға ярҙам итә лә белә ул. Сараларҙың уртаһында ҡайнай, төҙөкләндереү эштәрендә техника менән ярҙамлаша, көтөү мәсьә­ләһен хәл итә, йылға ярҙарын таҙарттыра, һәр кемдән аныҡ эштәр талап итә... Халыҡ старостаға ышана, уны хөрмәт итә.
* * *
Ситтән ярҙам көтмәй, үҙ көсөнә таянып, үҙҙәренсә, һәүетемсә йәшәүен дауам итә сәғиттәр. Булдыҡлы, тырыш, уңған, дәртле үҙҙәре. Кешелек донъяһындағы иң күркәм сифаттарҙың тамыры тап ошо төпкөлдәрҙә шул.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872