Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Герой исеме тапшырылмаған Герой
Герой исеме тапшырылмаған Герой Тынғыһыҙ инде Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллин! Бына әле яңыраҡ Сафуан Яҡшығоловтың аҫыл һөйәге ятҡан Яңы Яппар ауылы зыяратын күрергә барғанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташы Ниғмәт Имамбаев хаҡында бер нисә ҡағыҙ тотторҙо. Ни йөрәгең етеп, үҙе иҫән булмаһа ла, анау хәтлем яуҙарҙы еңеп ҡайтҡан яугир хаҡында яҙырға баш тартырһың? Етмәһә, яҙмышы ла, аңлауымса, бик үҙенсәлекле. Тик автобиографик белешмә менән генә сикләнгәс, әллә ни күп мәғлүмәт тә бирә алмам, әммә ғүмер юлының ҡайһы бер боролоштары иғтибарымды ныҡ йәлеп итте.

1917 йылдың 2 февра­лендә ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә Ниғмәт Аҫылгәрәй улы. Был осорҙа төбәк халҡы игенселек менән шөғөлләнә, уның ата-әсәһе лә ялан-ҡыр эшенән ҡайтып кермәй, колхозлашыу йылдарынан һуң мал да аҫрарға тырышып ҡарай. Ярлы хәлдә йәшәйҙәр. Шуға ла егет ергә, мал-тыуарға яҡын булайым тип­тер инде, 1935 йылда Аксен ауыл хужалығы техникумына зоотехниклыҡҡа уҡырға инә. Әммә уны тамамларға насип булмай Ниғмәт Имамбаевҡа – 1938 йылда әрме хеҙмәтенә алалар. Автобиографияһында барыһын да төшөндөрөп яҙа ул: “Иҫке әрмелә лә, аҡтар, ҡыҙылдар яғында ла көрәшергә тура килмәне”.
Герой исеме тапшырылмаған ГеройАна шул 1938 йылда әрмегә алынып, илдәге золом хәрәкәтенән дә ҡотолоп ҡа­ла ул, сөнки был осорҙа Яңы Яппар ауылы халҡының бик күп аҫыл ирҙәре өйҙәренән сығып китеү менән кире әйләнеп ҡайтмай. Уның ҡарауы яугир Ниғмәт Имамбаев та 1938 йылдан алып бик оҙаҡ ваҡыт тыуған яғынан айырылып тора, һуғыш тамам­ланғас та хәрби хеҙмәтен дауам итә.
Автобиографик белешмәһендә яра­ланыуҙары тураһында ни сәбәптәндер бер һүҙ ҙә әйтелмәгән. Ә туғандарында һаҡланған документтарҙа яҙылыуынса, яугир 1943 йылдың 13 сентябрендә (янбаш һөйәге йәрәхәтләнә), 1944 йылдың 25 июлендә (пуля тубығын үтә сыға), 1945 йылдың 19 апрелендә (пуля аяҡ бармағына эләгә) яралана. Күрәһең, был мәғлүмәттәрҙе туғандары, балалары үҙҙәре юллап, шәхси архивтарҙан тапҡандыр. Совет әрмеһендә, аҙаҡ иленә ғүмер буйы намыҫ менән хеҙмәт иткән бабай бер ҡасан да наградалары, ҡаҙаныштары хаҡында яр һалып йөрөмәй, һөйләмәй. Улай ғына ла түгел, үтә тыйнаҡ булыуы һөҙөмтәһеме икән, ул, ғөмүмән, һуғыш тураһында бәйән итергә яратмай.
Хәҙер – Интернет заманы: яугирҙәр, уларҙың наградалары тураһында мәғлүмәтте, хатта ҡайһы яуҙа, ни өсөн бирелгәнен дә белергә була. Шундағы яҙмалар мине хайран итте лә инде: “Правильно и умело руководил взводом в боевой обстановке. Ворвавшись в гор. Конотоп взвод под командованием Имамбаева очистил несколько кварталов города, железнодорожную станцию, захватив свыше 10 паровозов, 15 вагонов и уничтожил 9 фашистов. Затем ворвавшись на аэродром, захватил склад с авиабомбами, рассеял и частью уничтожил группу подрывников аэродромных сооружений. При этом взвод взял в плен 9 фашистов.” Был батырлығы өсөн яҡташыбыҙ, лейтенант званиеһын йөрөткән Н. Имамбаев 1943 йылдың 31 июлендә Александр Невский ордены менән бүләкләнә.
Киләһе наградаһы хаҡында Бүләкләү ҡағыҙында бына нимәләр яҙылған: “Во время боев тов. Имамбаев, находясь делегатом связи полка с дивизией, смог обеспечить бесперебойную связь с дивизией. Все доставляемые им пакеты были доставлены вовремя. При любых условиях. Ни обстрел артиллерии противника, ни бомбежка с воздуха не останавливали славного командира. Он точно и в срок доставлял и передавал приказания штаба дивизии”. Документтың номеры – 17372477. Был батырлығы өсөн кесе лейтенант Н. Имамбаевҡа 1943 йылдың 13 октябрендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
Бына ниндәй геройҙар араһында йәшәгәнбеҙ! Әммә үҙ заманында уларға тейешле иғтибар бүлә белдекме икән? Әлбиттә, был мәғлүмәттәр артында ҙур яҙмыш ята. Бәлки, ошо яҙманы уҡып, туғандары, ейәндәре Ниғмәт бабай тураһында беҙгә күберәк һөйләр. Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары күп, әммә араларында ҙур наградаларға лайыҡ булғандары аҙым һайын түгел бит, тимәксемен. Автобиографик белешмәлә яҙылыуынса, ҡатыны Сәхипъямал менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ғүмере бер китапҡа торошло яугир хаҡында, кем белә, бәлки, киләсәктә яңы әҙәби әҫәр ҙә тыуыр.
Йәнә иғтибарҙы йәлеп иткән бер факт: 1993 йылдың 23 октябрендә Дәүләкән районының “Байраҡ” гәзитендә “Бүләк батырын эҙләй” рубрикаһында Ниғмәт Аҫылгәрәй улының наградалары хужаһын эҙләүе тураһында яҙалар. Былар тағы нимә һуң, тип һорашһам, баҡтиһәң, Ниғмәт Имамбаев Бөйөк Ватан һуғышының I дәрәжә ордены, Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән дә бүләкләнгән булған. Әммә, үкенескә ҡаршы, уларҙы тағып йөрөргә насип булмай уға. Нисәмә тапҡыр йәрәхәтләнеп тә, хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән яугирҙе хатта Советтар Союзы Геройы исеменә лә тәҡдим итәләр, әммә документтар ваҡытында тейешле органдарға барып етмәү сәбәпле, уға был награданы ла алыу бәхете теймәй. Бөгөн килеп, Еңеүҙең 71 йыллығына аяҡ баҫыр мәлдә батыр милләттәшебеҙ Ниғмәт Аҫылгәрәй улы Имамбаевты иҫкә алыуыбыҙ юҡҡа түгелдер. Уның исеме лә, башҡа яугирҙәр менән бер рәттән, тере полк булып беҙҙең уйҙарҙа тыуған ере буйлап атлар.
Һәр йыл һайын Еңеү көнө еткәс, мине хәтерләп тороғоҙ, тинеме икән 1978 йылдың 9 майын­да йөрәге ярылып үлгән Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, Ҡы­ҙыл Йондоҙ, Александр Невский, Бөйөк Ватан һуғышының I дә­рәжә, Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры Ниғмәт Аҫылгәрәй улы Имамбаев?..



Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 1

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә