Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәйге уға — еңеү өсөн генә
Бәйге уға —  еңеү өсөн генә Юғары уҡыу йортонда белем алып, бер ыңғайҙан эшләп тә йөрөгән, төрлө бәйгеләрҙә көсөн һынап ҡараған йәштәр һоҡландыра. Ә республикабыҙҙа ундай тырыштар, һәләтлеләр етерлек. Гөлшат Манапова ла — аҫыл ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Йөҙөнән ихласлыҡ бөркөлгән, күңелен халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни хазинаһы биҙәгән был ҡыҙ үҙендә аҡыл, зирәклек, тәүфиҡ, иман, итәғәтлелек һәм әҙәплелек кеүек күркәм сифаттар туплаған.

Гөлшат Малаяҙ ауылында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән йырларға, бейергә ярата. Тәүге тапҡыр сәхнәгә ике йә­шендә сыға. Уҡығанда уҡ әүҙем була, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй, гимназияны “бишле” билдә­ләренә генә тамамлай. Һәләттәрен үҫтереүгә, үҙен шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һала. Район кимәлендәге “Салауат һылыуы-2013” бәйгеһендә I урынды алыу ҡыҙҙың үҙ-үҙенә ышанысын арттыра, артабанғы ярыштарҙа ҡатнашырға дәрт өҫтәй.
Башҡорт дәүләт медицина университетына белем алырға ингәс, ул ҙур ҡалала ла юғалып ҡалмай. Табип һөнәрен үҙләштереүҙең күп көс һәм ваҡыт талап итеүенә ҡарамаҫтан, Гөлшат университет тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа үҙен һынай. “Мисс химия факультеты”нда — Гран-приға, “Һылыуҡай-2015” бәйгеһендә икенсе урынға лайыҡ була.
Күптән түгел ул “Мисс Урал аръяғы” конкурсында ҡатнашып, унда ла Гран-при яуланы. Актерҙар йортонда үткән был бәйгелә Бөрйән, Балтас, Ауырғазы, Стәрлебаш, Мәләүез райондарынан килгән ете һылыу матурлыҡта, һомғоллоҡта, нәфислектә көс һынашты. Бәйге сибәркәйҙәрҙең үҙҙәре менән таныштырыуынан башланды, һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Яҡташыбыҙ сығышын ҡумыҙ һәм ҡурай көйҙәре менән байытты. Артабан һылыуҡайҙар төрлө көй-моңға бейене.
Жюри ағзалары был бәйгелә ҡыҙҙарҙың һығылмалылығын, бейеүгә оҫталығын, үҙ-үҙен тотошон һынаны. Ижади конкурста ла Гөлшат һынат­маны. Ул, “Һомай” театр-дефилеһында бейеү һәм дефиле дәрестәрен алып барғанлыҡтан, башҡорт бейеүен башҡарҙы. Һылыуҙарҙың Рәсәй киноһы йылына арналған һорауҙарға яуап биреүе лә, матур көйҙәр оҙатыуында сәхнәгә заманса ҡупшы күлдәктәрҙә сығыуы ла һоҡландырғыс булды. Яҡташыбыҙ Гөлшат, сәхнәлә ҡояш булып балҡып, еңеүсе тажын кейҙе. Шулай уҡ ул “Башҡорт иле” турист базаһына путевка, сертификат менән бүләкләнде.
– Бындай ҙур һәм әһәмиәтле конкурста еңеүемә бик шатмын. Минең өсөн көйөнгән, ярҙам иткән атай-әсә­йемә, районыбыҙҙың мәҙәниәт һара­йына, хакимиәттең йәштәр сәйәсәте комитетына һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Альбина Ғәйфуллинаға рәхмәтемде еткерәм, – тип ҡыуанысын уртаҡлашты Гөлшат.



Автор: Лиана ВӘЛИУЛЛИНА. Район: Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә