Юғары уҡыу йортонда белем алып, бер ыңғайҙан эшләп тә йөрөгән, төрлө бәйгеләрҙә көсөн һынап ҡараған йәштәр һоҡландыра. Ә республикабыҙҙа ундай тырыштар, һәләтлеләр етерлек. Гөлшат Манапова ла — аҫыл ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Йөҙөнән ихласлыҡ бөркөлгән, күңелен халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни хазинаһы биҙәгән был ҡыҙ үҙендә аҡыл, зирәклек, тәүфиҡ, иман, итәғәтлелек һәм әҙәплелек кеүек күркәм сифаттар туплаған.Гөлшат Малаяҙ ауылында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән йырларға, бейергә ярата. Тәүге тапҡыр сәхнәгә ике йәшендә сыға. Уҡығанда уҡ әүҙем була, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй, гимназияны “бишле” билдәләренә генә тамамлай. Һәләттәрен үҫтереүгә, үҙен шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һала. Район кимәлендәге “Салауат һылыуы-2013” бәйгеһендә I урынды алыу ҡыҙҙың үҙ-үҙенә ышанысын арттыра, артабанғы ярыштарҙа ҡатнашырға дәрт өҫтәй.
Башҡорт дәүләт медицина университетына белем алырға ингәс, ул ҙур ҡалала ла юғалып ҡалмай. Табип һөнәрен үҙләштереүҙең күп көс һәм ваҡыт талап итеүенә ҡарамаҫтан, Гөлшат университет тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа үҙен һынай. “Мисс химия факультеты”нда — Гран-приға, “Һылыуҡай-2015” бәйгеһендә икенсе урынға лайыҡ була.
Күптән түгел ул “Мисс Урал аръяғы” конкурсында ҡатнашып, унда ла Гран-при яуланы. Актерҙар йортонда үткән был бәйгелә Бөрйән, Балтас, Ауырғазы, Стәрлебаш, Мәләүез райондарынан килгән ете һылыу матурлыҡта, һомғоллоҡта, нәфислектә көс һынашты. Бәйге сибәркәйҙәрҙең үҙҙәре менән таныштырыуынан башланды, һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Яҡташыбыҙ сығышын ҡумыҙ һәм ҡурай көйҙәре менән байытты. Артабан һылыуҡайҙар төрлө көй-моңға бейене.
Жюри ағзалары был бәйгелә ҡыҙҙарҙың һығылмалылығын, бейеүгә оҫталығын, үҙ-үҙен тотошон һынаны. Ижади конкурста ла Гөлшат һынатманы. Ул, “Һомай” театр-дефилеһында бейеү һәм дефиле дәрестәрен алып барғанлыҡтан, башҡорт бейеүен башҡарҙы. Һылыуҙарҙың Рәсәй киноһы йылына арналған һорауҙарға яуап биреүе лә, матур көйҙәр оҙатыуында сәхнәгә заманса ҡупшы күлдәктәрҙә сығыуы ла һоҡландырғыс булды. Яҡташыбыҙ Гөлшат, сәхнәлә ҡояш булып балҡып, еңеүсе тажын кейҙе. Шулай уҡ ул “Башҡорт иле” турист базаһына путевка, сертификат менән бүләкләнде.
– Бындай ҙур һәм әһәмиәтле конкурста еңеүемә бик шатмын. Минең өсөн көйөнгән, ярҙам иткән атай-әсәйемә, районыбыҙҙың мәҙәниәт һарайына, хакимиәттең йәштәр сәйәсәте комитетына һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Альбина Ғәйфуллинаға рәхмәтемде еткерәм, – тип ҡыуанысын уртаҡлашты Гөлшат.