Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағас нәҫеле — ерҙә, кинйә нәҫеле — илдә
Ағас нәҫеле — ерҙә,  кинйә нәҫеле — илдә Юл башлап алдан барыу, бығаса күрелмәгән һөнәрҙе үҙләштереү һәм үҙеңдең булдыҡлылығыңды раҫлау һәр кемгә бирелмәгән. Бының өсөн ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек кәрәген дә күҙ уңында тотайыҡ. Ғәфиәтулла Арыҫланов, ауыл мәктәбен тамамлағас, колхозда эшкә ҡала. Хисапсы вазифаһына ҡуш ҡуллап алына, хатта ярты йыллыҡ отчетты төҙөүҙә бухгалтерға ярайһы ғына ярҙамлаша, ә йыллыҡ отчет тулыһынса үҙ елкәһенә төшә.

Колхоз рәйесе “хисап эшен яҡшы белгән үҙебеҙҙең кеше” тип шатланып йөрөгән арала Ғәфиәтулла уҡырға теләге барлығын асып һала: “Нефть техникумына барам. Алыҫ та түгел, Стәрлелә генә. Нефтсе булам. Йәштәр өсөн өр-яңы һөнәр…”
Техникум Стәрлетамаҡта төпләнеп тә өлгөрмәгән була, күптәр уның бар­лығын белмәй ҙә. Ә Ғәфиәтулла сос булып сыға: хәрби комиссариатта уҡ үҙенең танкист булырға теләге бар­лығын белдерә. Шулай ул полк мәк­тә­бендә уҡып, сержант званиеһы алып сыға. Ошо осорҙа партияға алына.
Хәҙер ул — взвод командиры ярҙам­сыһы, дошмандың ҡотон алырға һәләтле машина хужаһы. Кәрәк була ҡалһа, емергес ут сәсәсәк. Танк ғәскәре — Ҡыҙыл армияның иң ҙур өҫтөнлөктәренең береһе. Ерҙә — танк, һауала самолеттар менән ҡоралланыуҙы “моторҙар һуғышына әҙерләнеү” тип атайҙар. Ғәфиәтулла быны тәрән аңлай һәм иптәштәре менән яҡындан тороп һуғышыу алымдарын үҙләштерә.
Илебеҙҙең тормошо хәүефле, сөнки Көнбайыштан да, Көнсығыштан да уны үртәргә әҙер тороусылар шом һала.
Уңған кешегә ҡатмарлы һәм яуап­лы эш ҡайҙа ла әҙер. Көтөп тора тиерһең. Яу яланында бигерәк тә. 1939 йылдың ноябрь аҙағында — декабрь башында Финляндия менән һуғыш башланып китә. Ленинград ҡалаһына яҡын урынлашҡан полкта хеҙмәт иткәнлектән, Ғәфиәтулла Арыҫланов унда беренсе көндән тиерлек алына.
Ҡыш үтә һалҡын килә. Фин армия­һы снайперҙары аҡ тунға төрөнөп, ағас ботаҡтары араһында беҙҙеке­ләрҙе һағалап ултырғас, Маннергейм һыҙығы тип аталған нығытма аша совет ғәскәре үтә алмай яфалана. Бер кәмселек бәкәлгә һуға: беҙҙе­ке­ләрҙең йылы кейеме юҡ. Әммә танкистар бының менән хисаплашып тормай, бойороҡ алынғас, алға ынтылыу, яу яланындағы ҡаршылыҡ­тарҙы еңеү сараһын күрә. Ҡара тир һәм ҡайнар ҡан түкмәйенсә Еңеүгә өлгәшеү мөмкин түгеллеген бөтәһе лә аңлай — ҡаршы көстәрҙе танк менән генә лә һындырырлыҡ түгел.
Ҡыштың һалҡынлығы тураһында һүҙ йөрөткәндә, бөгөн дә тәндәр сымырҙап китә. Төкөрөк ергә төшмәй туңа, ҡоштар осҡанда ҡолай… Командование күп осраҡта үтәп булмағанды талап итә, сөнки шунһыҙ дошманды еңеү мөмкин түгел.
Лейтенант Прониндың танк взводы пехота батальоны менән килешеп хәрәкәт итә. Орудиенан ут яуҙырып юл ярғанда үҙебеҙҙең пехота танкты ҡурсалай, ә танк пехотаны һаҡлай. Ләкин аҡ ҡарға күмелгән урманда аҡ тунға төрөнгән фин һалдаты — беҙҙекеләр өсөн бығаса күрелмәгән ҡаршылыҡ. Абайламайыраҡ хәрәкәт итһәң… Пронин танктары, урман эсендәге тар асыҡлыҡ буйлап хәрәкәт итеп, дошман тылына үтеп инә. Уңда-һулда пулеметсыларҙы тар-мар итә, әммә уларҙың осона сығырмын тимә: бына бөттө тигәндә, әллә ҡайҙан килеп сыға торалар. Танкка ҡаршы орудиелары ла туҡтамай... Арыҫ­лановтың машинаһына ла снарядтар тейә. Ул иһә һаман да сәптәрҙе билдәләй, “теймәне, уңғараҡ, һулғараҡ тоҫҡа” тип йүнәлеш бирә тора. “Ике ут нөктәһе юҡ ителде”, — тигән хәбәр килә күҙәтеү пунктынан.
Хәрби бурыстың үтәлгәнен самалап, Арыҫланов ҡайтыр яҡҡа боро­лорға ниәтләй, тик ни өсөндөр элемтә юҡ. Ул туҡтап ҡалған танк янына ба­рырға була. Люкты асып, ергә төшкәс тә аҡ финдарҙың килеүен күреп ҡала. Ҡар ҡуйынына һыйынып атып ебәрә. Дошмандарҙың береһе ҡолай, ҡалған икеһе яҡынлашып килә. Арыҫланов танк ышығынан уларын да дөмөктерә. Теге танк янына етә лә, аҫҡы люкты астырып, эскә үтә, юғалып ҡалған егеттәрҙе ситкәрәк этеп, стартерға баҫа, тик двигателде ҡыҙҙыра алмай. Төрлөсә маташтырып ҡарағас, стартер тоҡанып китә, мотор гөрөлдәүе ишетелә. “Трос әҙерләгеҙ!” — тип бойора командир, ләкин танктың үҙ йөрөшөн юғалтҡанлығын аңлай.
Арыҫланов шыуышып үҙ танкына килгәндә, ҡайҙандыр пәйҙә булған финдарҙың пулеметы тыҡылдай башлай. Шулай ҙа ул үҙ урынына менеп өлгөрә һәм ҡаршы ут сәсә, шул арала теге танкты буксирға алыу сараһын күрә. Финдар һаман ут яуҙыра, ләкин беҙҙең батыр ниәтен ғәмәлгә ашырыуҙан туҡтамай… Кемдер күҙәтеп торһа, мотлаҡ киноға төшөрөү теләге тыуыр ине.
Ҡапыл Арыҫланов һиҫкәнеп, тирә-яғына ҡарай. Иҫ-аҡылы китә: беҙҙең һалдаттар ҡырылған! Ауыр яраланып, хәлһеҙләнгәндәр байтаҡ. Урыны-урыны менән аҡ ҡар ҡыҙылға мансылған. Үкереп иларлыҡ күренеш! Был яралылар туңып үлеүгә дусар ителгән түгелме?
Танкистар уларҙы йәһәт кенә йыйып, танк корпусына урынлаштыра. Яҙмыш ҡоло булыуҙан ҡотолған яралылар, ауыр һыҙланыуҙарын онот­ҡандай, бер-береһенә ҡарашып йылмайыр көс таба. Былар бит әлеге пехота батальоны һалдаттары — финдар ҡырып һалған яуҙаштар. Ко­мандирҙары ҡайҙа — һорашып торор әмәл юҡ. Арыҫланов ике танк бортына яралы һалдаттарҙы тейәп, ҡайтыр яҡҡа йүнәлә. Дошман яғынан яңы һөжүм була күрмәһен тип, уңға-һулға, урман йышлығына әленән-әле атып алалар.
Ҡайтып еткәс, тағылышҡан танк­тарҙы, өҫтәүенә яралы һалдаттарҙы күргәс, полк командиры һәм баш­ҡалар ғәжәпләнеүҙән юғалып ҡала. Улар был танкистарҙы һәләк булған тип уйлаған. Ошо мәлдә полк командиры үҙен нисек тойҙо икән? Яу яланы үлектәр менән тулы, йәрәхәтлеләр тулыһынса ҡайтарылды, тип кем әйтер?!
“Вот ты какой наш Лев Арслан!” тип һоҡланалар үҙе лә йәрәхәтләнгән Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа. Уны госпиталгә оҙаталар. Өс йыл хеҙмәт ваҡыты үтеп бара, ҡаһарман яугир ҡайтыу тураһында хыяллана. Уны дипломы көтә, ең һыҙғанып эшләр урыны — Башҡортостан нефте…
Шул саҡ шатлыҡлы хәбәр тарала: Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа командование ҡуйған бурысты уңышлы үтә­гәне, үлемесле һуғыш яланында ҙур ойошҡанлыҡ, тәүәккәллек һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Быны ишетеп ҡанатланған яҡташыбыҙ йәрәхәте төҙәлеп бөткәнде лә көтмәй һикереп тора һәм часҡа ҡайтыу сара­һын күрә. Һыҙлана, ләкин һиҙҙер­мәҫкә тейешлеген уйлап йылмая. Командование иһә бөркөткә тиң егеттең яҙмышын хәл итеп ҡуйған икән. Арыҫланов Ульяновск ҡала­һына хәрби училищеға юллана. Һуғыш яланында ҡотолғоһоҙ хәлдән сыға белгән, таһыллыҡ һәм тап­ҡырлыҡ күрһәткән батыр үҫештә булырға тейеш.
Ике йыл уҡып, лейтенант звание­һы алып сыға ул. Тап ошо көндәрҙә яңы һуғыш башлана — Гитлер армия­һы Советтар Союзына һөжүм итә.
Ғәфиәтулла танк ротаһы командиры, оҙаҡламай батальон командиры булараҡ, Т-34 танктары менән Курск, Белгород, Харьков ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Артабан Днепр­ҙы, башҡа йылғаларҙы кисә, Карпат тауҙарын артыла. 1945 йыл­дың яҙында Арыҫланов етәксе­легендәге яугирҙәр Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша, һуғыш бына бөтәсәк тип, алға ынтыла. Өмөт, ышаныс йөрөтә саф күңелле, яҡты ниәтле кешене.
Батыр ҡайҙа ла батыр. Берен­се­ләрҙән булып Пугачев яуына ҡушыл­ған старшина Кинйә Арыҫланов то­ҡомонан булған Ғәфиәтулланың исеме Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙ­маһына алтын хәрефтәр менән яҙыла.
Будапешт ҡалаһында алтын яҙ үҙ ҡанатын йәйә. Ҡот осҡос һуғыш уттары һүнерен донъя халҡы түҙем­һеҙлек менән көтә. Ғәфиәтулла ла. Ул үҙ ыласындары менән буласаҡ байрам тураһында хыяллана. Аяҙ күктә ҡояш балҡый, ер йөҙө ҡоротҡос фашистарҙан таҙарына, сөнки ғәҙелһеҙлек, вәхшилек еңелә, бәхетлеләр заманы килә.
Ошо көндәрҙең береһендә бер фашист пуляһы Ғәфиәтулла Арыҫ­ла­нов­тың сағыу ғүмерен ҡыя. Башҡа һый­маҫ был хәл полкташтарын, яҡташтарын ауыр ҡайғыға һала. Геройҙың тыуған иле Башҡортостан өсөн айырыуса ҙур юғалтыу була башҡорттарҙан тәүге Советтар Союзы Геройының үлеме.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 3

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 4

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 3

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 29

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 24

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 24

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 27

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 32

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 31

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана