Юл башлап алдан барыу, бығаса күрелмәгән һөнәрҙе үҙләштереү һәм үҙеңдең булдыҡлылығыңды раҫлау һәр кемгә бирелмәгән. Бының өсөн ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек кәрәген дә күҙ уңында тотайыҡ. Ғәфиәтулла Арыҫланов, ауыл мәктәбен тамамлағас, колхозда эшкә ҡала. Хисапсы вазифаһына ҡуш ҡуллап алына, хатта ярты йыллыҡ отчетты төҙөүҙә бухгалтерға ярайһы ғына ярҙамлаша, ә йыллыҡ отчет тулыһынса үҙ елкәһенә төшә. Колхоз рәйесе “хисап эшен яҡшы белгән үҙебеҙҙең кеше” тип шатланып йөрөгән арала Ғәфиәтулла уҡырға теләге барлығын асып һала: “Нефть техникумына барам. Алыҫ та түгел, Стәрлелә генә. Нефтсе булам. Йәштәр өсөн өр-яңы һөнәр…”
Техникум Стәрлетамаҡта төпләнеп тә өлгөрмәгән була, күптәр уның барлығын белмәй ҙә. Ә Ғәфиәтулла сос булып сыға: хәрби комиссариатта уҡ үҙенең танкист булырға теләге барлығын белдерә. Шулай ул полк мәктәбендә уҡып, сержант званиеһы алып сыға. Ошо осорҙа партияға алына.
Хәҙер ул — взвод командиры ярҙамсыһы, дошмандың ҡотон алырға һәләтле машина хужаһы. Кәрәк була ҡалһа, емергес ут сәсәсәк. Танк ғәскәре — Ҡыҙыл армияның иң ҙур өҫтөнлөктәренең береһе. Ерҙә — танк, һауала самолеттар менән ҡоралланыуҙы “моторҙар һуғышына әҙерләнеү” тип атайҙар. Ғәфиәтулла быны тәрән аңлай һәм иптәштәре менән яҡындан тороп һуғышыу алымдарын үҙләштерә.
Илебеҙҙең тормошо хәүефле, сөнки Көнбайыштан да, Көнсығыштан да уны үртәргә әҙер тороусылар шом һала.
Уңған кешегә ҡатмарлы һәм яуаплы эш ҡайҙа ла әҙер. Көтөп тора тиерһең. Яу яланында бигерәк тә. 1939 йылдың ноябрь аҙағында — декабрь башында Финляндия менән һуғыш башланып китә. Ленинград ҡалаһына яҡын урынлашҡан полкта хеҙмәт иткәнлектән, Ғәфиәтулла Арыҫланов унда беренсе көндән тиерлек алына.
Ҡыш үтә һалҡын килә. Фин армияһы снайперҙары аҡ тунға төрөнөп, ағас ботаҡтары араһында беҙҙекеләрҙе һағалап ултырғас, Маннергейм һыҙығы тип аталған нығытма аша совет ғәскәре үтә алмай яфалана. Бер кәмселек бәкәлгә һуға: беҙҙекеләрҙең йылы кейеме юҡ. Әммә танкистар бының менән хисаплашып тормай, бойороҡ алынғас, алға ынтылыу, яу яланындағы ҡаршылыҡтарҙы еңеү сараһын күрә. Ҡара тир һәм ҡайнар ҡан түкмәйенсә Еңеүгә өлгәшеү мөмкин түгеллеген бөтәһе лә аңлай — ҡаршы көстәрҙе танк менән генә лә һындырырлыҡ түгел.
Ҡыштың һалҡынлығы тураһында һүҙ йөрөткәндә, бөгөн дә тәндәр сымырҙап китә. Төкөрөк ергә төшмәй туңа, ҡоштар осҡанда ҡолай… Командование күп осраҡта үтәп булмағанды талап итә, сөнки шунһыҙ дошманды еңеү мөмкин түгел.
Лейтенант Прониндың танк взводы пехота батальоны менән килешеп хәрәкәт итә. Орудиенан ут яуҙырып юл ярғанда үҙебеҙҙең пехота танкты ҡурсалай, ә танк пехотаны һаҡлай. Ләкин аҡ ҡарға күмелгән урманда аҡ тунға төрөнгән фин һалдаты — беҙҙекеләр өсөн бығаса күрелмәгән ҡаршылыҡ. Абайламайыраҡ хәрәкәт итһәң… Пронин танктары, урман эсендәге тар асыҡлыҡ буйлап хәрәкәт итеп, дошман тылына үтеп инә. Уңда-һулда пулеметсыларҙы тар-мар итә, әммә уларҙың осона сығырмын тимә: бына бөттө тигәндә, әллә ҡайҙан килеп сыға торалар. Танкка ҡаршы орудиелары ла туҡтамай... Арыҫлановтың машинаһына ла снарядтар тейә. Ул иһә һаман да сәптәрҙе билдәләй, “теймәне, уңғараҡ, һулғараҡ тоҫҡа” тип йүнәлеш бирә тора. “Ике ут нөктәһе юҡ ителде”, — тигән хәбәр килә күҙәтеү пунктынан.
Хәрби бурыстың үтәлгәнен самалап, Арыҫланов ҡайтыр яҡҡа боролорға ниәтләй, тик ни өсөндөр элемтә юҡ. Ул туҡтап ҡалған танк янына барырға була. Люкты асып, ергә төшкәс тә аҡ финдарҙың килеүен күреп ҡала. Ҡар ҡуйынына һыйынып атып ебәрә. Дошмандарҙың береһе ҡолай, ҡалған икеһе яҡынлашып килә. Арыҫланов танк ышығынан уларын да дөмөктерә. Теге танк янына етә лә, аҫҡы люкты астырып, эскә үтә, юғалып ҡалған егеттәрҙе ситкәрәк этеп, стартерға баҫа, тик двигателде ҡыҙҙыра алмай. Төрлөсә маташтырып ҡарағас, стартер тоҡанып китә, мотор гөрөлдәүе ишетелә. “Трос әҙерләгеҙ!” — тип бойора командир, ләкин танктың үҙ йөрөшөн юғалтҡанлығын аңлай.
Арыҫланов шыуышып үҙ танкына килгәндә, ҡайҙандыр пәйҙә булған финдарҙың пулеметы тыҡылдай башлай. Шулай ҙа ул үҙ урынына менеп өлгөрә һәм ҡаршы ут сәсә, шул арала теге танкты буксирға алыу сараһын күрә. Финдар һаман ут яуҙыра, ләкин беҙҙең батыр ниәтен ғәмәлгә ашырыуҙан туҡтамай… Кемдер күҙәтеп торһа, мотлаҡ киноға төшөрөү теләге тыуыр ине.
Ҡапыл Арыҫланов һиҫкәнеп, тирә-яғына ҡарай. Иҫ-аҡылы китә: беҙҙең һалдаттар ҡырылған! Ауыр яраланып, хәлһеҙләнгәндәр байтаҡ. Урыны-урыны менән аҡ ҡар ҡыҙылға мансылған. Үкереп иларлыҡ күренеш! Был яралылар туңып үлеүгә дусар ителгән түгелме?
Танкистар уларҙы йәһәт кенә йыйып, танк корпусына урынлаштыра. Яҙмыш ҡоло булыуҙан ҡотолған яралылар, ауыр һыҙланыуҙарын онотҡандай, бер-береһенә ҡарашып йылмайыр көс таба. Былар бит әлеге пехота батальоны һалдаттары — финдар ҡырып һалған яуҙаштар. Командирҙары ҡайҙа — һорашып торор әмәл юҡ. Арыҫланов ике танк бортына яралы һалдаттарҙы тейәп, ҡайтыр яҡҡа йүнәлә. Дошман яғынан яңы һөжүм була күрмәһен тип, уңға-һулға, урман йышлығына әленән-әле атып алалар.
Ҡайтып еткәс, тағылышҡан танктарҙы, өҫтәүенә яралы һалдаттарҙы күргәс, полк командиры һәм башҡалар ғәжәпләнеүҙән юғалып ҡала. Улар был танкистарҙы һәләк булған тип уйлаған. Ошо мәлдә полк командиры үҙен нисек тойҙо икән? Яу яланы үлектәр менән тулы, йәрәхәтлеләр тулыһынса ҡайтарылды, тип кем әйтер?!
“Вот ты какой наш Лев Арслан!” тип һоҡланалар үҙе лә йәрәхәтләнгән Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа. Уны госпиталгә оҙаталар. Өс йыл хеҙмәт ваҡыты үтеп бара, ҡаһарман яугир ҡайтыу тураһында хыяллана. Уны дипломы көтә, ең һыҙғанып эшләр урыны — Башҡортостан нефте…
Шул саҡ шатлыҡлы хәбәр тарала: Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа командование ҡуйған бурысты уңышлы үтәгәне, үлемесле һуғыш яланында ҙур ойошҡанлыҡ, тәүәккәллек һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Быны ишетеп ҡанатланған яҡташыбыҙ йәрәхәте төҙәлеп бөткәнде лә көтмәй һикереп тора һәм часҡа ҡайтыу сараһын күрә. Һыҙлана, ләкин һиҙҙермәҫкә тейешлеген уйлап йылмая. Командование иһә бөркөткә тиң егеттең яҙмышын хәл итеп ҡуйған икән. Арыҫланов Ульяновск ҡалаһына хәрби училищеға юллана. Һуғыш яланында ҡотолғоһоҙ хәлдән сыға белгән, таһыллыҡ һәм тапҡырлыҡ күрһәткән батыр үҫештә булырға тейеш.
Ике йыл уҡып, лейтенант званиеһы алып сыға ул. Тап ошо көндәрҙә яңы һуғыш башлана — Гитлер армияһы Советтар Союзына һөжүм итә.
Ғәфиәтулла танк ротаһы командиры, оҙаҡламай батальон командиры булараҡ, Т-34 танктары менән Курск, Белгород, Харьков ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Артабан Днепрҙы, башҡа йылғаларҙы кисә, Карпат тауҙарын артыла. 1945 йылдың яҙында Арыҫланов етәкселегендәге яугирҙәр Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша, һуғыш бына бөтәсәк тип, алға ынтыла. Өмөт, ышаныс йөрөтә саф күңелле, яҡты ниәтле кешене.
Батыр ҡайҙа ла батыр. Беренселәрҙән булып Пугачев яуына ҡушылған старшина Кинйә Арыҫланов тоҡомонан булған Ғәфиәтулланың исеме Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙыла.
Будапешт ҡалаһында алтын яҙ үҙ ҡанатын йәйә. Ҡот осҡос һуғыш уттары һүнерен донъя халҡы түҙемһеҙлек менән көтә. Ғәфиәтулла ла. Ул үҙ ыласындары менән буласаҡ байрам тураһында хыяллана. Аяҙ күктә ҡояш балҡый, ер йөҙө ҡоротҡос фашистарҙан таҙарына, сөнки ғәҙелһеҙлек, вәхшилек еңелә, бәхетлеләр заманы килә.
Ошо көндәрҙең береһендә бер фашист пуляһы Ғәфиәтулла Арыҫлановтың сағыу ғүмерен ҡыя. Башҡа һыймаҫ был хәл полкташтарын, яҡташтарын ауыр ҡайғыға һала. Геройҙың тыуған иле Башҡортостан өсөн айырыуса ҙур юғалтыу була башҡорттарҙан тәүге Советтар Союзы Геройының үлеме.