Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Янып йәшәгеҙ, тине ололар
Янып йәшәгеҙ, тине ололар Мәскәү ҡалаһында белем алыусы студенттар Бөйөк Еңеүгә арнап әҙәби-музыкаль кисә ойошторҙо. “Беҙ һуғышты күрмәнек һәм бер ҡасан да күрмәйәсәгебеҙгә ышанабыҙ” тип аталды ул.

Сарала Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыған Башҡорт­остан студенттары ассоциацияһы етәкселегендә нәшерләнгән “Еңеү­ҙең 70 йыллығына — 70 тарих” исемле йыйынтыҡ менән дә та­ныш­тырҙылар. Илдең баш ҡала­һында йәшәгән ветеран­дарыбыҙ Буфф театрына саҡы­рылды. Кисә тәмле сәй табынында күпте күргән яҡташтарыбыҙ менән әңгәмә ҡороуҙан башланды.
Осрашыуға килгәндәр ара­һында Белорет районының Манышты ауылында тыуып үҫкән подполковник Мәһәҙей Ғәлин, Мәсетле районының Тайыш ауылынан сержант Мансур Вәлиев, Шишмә районының Яңы Усман ауылынан тыл ветераны Йәмил Мостафин, Иглин ауылынан генерал-майор Анатолий Поздеев, Балтас районының Мәнәгәҙ ауылынан Флүрә Әхмәтова ла бар ине. Һуғыш йылдарының ауыр­лы­ғын үҙ иңендә татыған ҡаһар­ман­дар йәш быуынға “Янып йә­шә­геҙ! Һәр ваҡыт алғы сафта йө­рөгөҙ!” тигән теләктәрен белдерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагаринды йыһан киңлеген урап ҡайтҡандан һуң төшөргән берҙән-бер кинооператор, тыл ветераны Мәхмүт Рафиҡов та ҡатнашты.
Оло быуын тарафынан бәйән ителгән хәтирәләр, тарихи мәғлү­мәттәр ҡағыҙға теркәлеп барҙы. Йәштәр һуғыш йылдарында көн­күреш ауырлығының ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшөүен, уларҙың бой­ҙайҙың һәр бөртөгө өсөн арыу-талыу белмәй эшләүен, ҡаһар­манлығын сағылдырған “Баҫыу” шиғырын һөйләп ишеттерҙе. “Әсә тураһында баллада” йыры ҡатын­дарҙың ҡәҙерләп үҫтергән ғәзиз улдарын һуғышҡа оҙатыу күре­не­шен күҙ алдына баҫтырҙы. Сығышты күҙең йәшләнмәйенсә тыңлап булмай ине. Сабыйҙарҙың атайһыҙ үҫеүе, балалыҡтан сыҡмайынса олоғайырға мәжбүр булыуы, йәшлегенән мәхрүм ҡалыуы ла нескә яҡтыртылды был сарала.
Кисәлә ҡыҙҙар менән вальс бейеүе ветерандар йөрәге әле лә йәш булыуын иҫбатланы. “Алтын ай” ансамбленең йәш артистары ла бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Ошондай күркәм сараны ойоштороу өсөн күп көс һалған Фатима Янбаеваға, уның режиссеры Регина Ишбулатоваға, студенттар Розалия Ғүмәроваға, Светлана Тетеринаға, Иҙел Ишбулатовҡа, Алмас Фәхретдиновҡа, Миңлегөл Ишмөхәмәтоваға, Гөлйемеш Ла­сыноваға, Әлфиә Килде­йә­роваға, Иҙел Бухарбаевҡа, Илгиз Иҫән­ғоловҡа, Әлфинә Әхмәтоваға, Ринат Хәбировҡа, Илнур Бадра­новҡа, Розалия Баязитоваға һәм кисәнең оркестрҙары Әлфинә һәм Гөлназ Сәғәҙиеваларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Әҙәби-музыкаль кисәнән һуң күңелдәрҙә йылы тойғолар артты, тормошҡа ҡарашыбыҙ үҙгәрҙе. Һирәгәйә барған быуын вәкил­дәрен күреү беҙҙең өсөн ҡим­мәтле бүләк икәнлегенә төшөндөк. Ветерандарҙың дәрте бөгөн дә ташып тора. Был беҙгә илһам, көс өҫтәне кеүек.






Автор: М. ҒӘЛИНУРОВА. Район: Мәскәү ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә