Мәскәү ҡалаһында белем алыусы студенттар Бөйөк Еңеүгә арнап әҙәби-музыкаль кисә ойошторҙо. “Беҙ һуғышты күрмәнек һәм бер ҡасан да күрмәйәсәгебеҙгә ышанабыҙ” тип аталды ул. Сарала Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыған Башҡортостан студенттары ассоциацияһы етәкселегендә нәшерләнгән “Еңеүҙең 70 йыллығына — 70 тарих” исемле йыйынтыҡ менән дә таныштырҙылар. Илдең баш ҡалаһында йәшәгән ветерандарыбыҙ Буфф театрына саҡырылды. Кисә тәмле сәй табынында күпте күргән яҡташтарыбыҙ менән әңгәмә ҡороуҙан башланды.
Осрашыуға килгәндәр араһында Белорет районының Манышты ауылында тыуып үҫкән подполковник Мәһәҙей Ғәлин, Мәсетле районының Тайыш ауылынан сержант Мансур Вәлиев, Шишмә районының Яңы Усман ауылынан тыл ветераны Йәмил Мостафин, Иглин ауылынан генерал-майор Анатолий Поздеев, Балтас районының Мәнәгәҙ ауылынан Флүрә Әхмәтова ла бар ине. Һуғыш йылдарының ауырлығын үҙ иңендә татыған ҡаһармандар йәш быуынға “Янып йәшәгеҙ! Һәр ваҡыт алғы сафта йөрөгөҙ!” тигән теләктәрен белдерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагаринды йыһан киңлеген урап ҡайтҡандан һуң төшөргән берҙән-бер кинооператор, тыл ветераны Мәхмүт Рафиҡов та ҡатнашты.
Оло быуын тарафынан бәйән ителгән хәтирәләр, тарихи мәғлүмәттәр ҡағыҙға теркәлеп барҙы. Йәштәр һуғыш йылдарында көнкүреш ауырлығының ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшөүен, уларҙың бойҙайҙың һәр бөртөгө өсөн арыу-талыу белмәй эшләүен, ҡаһарманлығын сағылдырған “Баҫыу” шиғырын һөйләп ишеттерҙе. “Әсә тураһында баллада” йыры ҡатындарҙың ҡәҙерләп үҫтергән ғәзиз улдарын һуғышҡа оҙатыу күренешен күҙ алдына баҫтырҙы. Сығышты күҙең йәшләнмәйенсә тыңлап булмай ине. Сабыйҙарҙың атайһыҙ үҫеүе, балалыҡтан сыҡмайынса олоғайырға мәжбүр булыуы, йәшлегенән мәхрүм ҡалыуы ла нескә яҡтыртылды был сарала.
Кисәлә ҡыҙҙар менән вальс бейеүе ветерандар йөрәге әле лә йәш булыуын иҫбатланы. “Алтын ай” ансамбленең йәш артистары ла бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Ошондай күркәм сараны ойоштороу өсөн күп көс һалған Фатима Янбаеваға, уның режиссеры Регина Ишбулатоваға, студенттар Розалия Ғүмәроваға, Светлана Тетеринаға, Иҙел Ишбулатовҡа, Алмас Фәхретдиновҡа, Миңлегөл Ишмөхәмәтоваға, Гөлйемеш Ласыноваға, Әлфиә Килдейәроваға, Иҙел Бухарбаевҡа, Илгиз Иҫәнғоловҡа, Әлфинә Әхмәтоваға, Ринат Хәбировҡа, Илнур Бадрановҡа, Розалия Баязитоваға һәм кисәнең оркестрҙары Әлфинә һәм Гөлназ Сәғәҙиеваларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Әҙәби-музыкаль кисәнән һуң күңелдәрҙә йылы тойғолар артты, тормошҡа ҡарашыбыҙ үҙгәрҙе. Һирәгәйә барған быуын вәкилдәрен күреү беҙҙең өсөн ҡиммәтле бүләк икәнлегенә төшөндөк. Ветерандарҙың дәрте бөгөн дә ташып тора. Был беҙгә илһам, көс өҫтәне кеүек.