Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күктән төшкән бәхетме?
…Мәскәүҙә йәшәүсе бер ғаилә церебраль фалиждан яфаланыусы ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырыр өсөн ҡайҙа ғына алып бармай, ниндәй генә дауа юлламай, әммә һөҙөмтә булмай. Өмөтһөҙлөккә бирелгән мәлдә Башҡортостанда шундай сирлеләрҙе дауалаусы бер кеше хаҡында ишетеп ҡалалар. Ышаныр-ышанмаҫ ҡына юлға сыға улар 12 йәшлек ҡыҙҙары менән. Саҡ килеп табалар Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәгән табипты. Тик уға эләгеүе үҙе бер бәлә икән – дауаланыусыға донъяның төрлө мөйөшөнән киләләр бит. Шулай ҙа халыҡ табибы Мөхәмәтйәнов әлеге ғаиләне тиҙ ҡабул итә. Күтәреп индергән ҡыҙҙары тыумыштан ер йылыһы тоймаған үҙ аяҡтары менән атлап килеп сыға! Мөғжизә тыуҙырған табип менән беҙ ҙә осрашып, сирҙәр, халыҡ медицинаһы хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Мөҙәрис Ғәлимйән улы, һеҙҙе кешенең умыртҡа һөйәген дауалаусы, сыҡҡан быуындарын ултыртыусы тип беләбеҙ. Халыҡ араһында быуын ултыртыусылар күп, бына умыртҡа һөйәген төҙәтеп, түшәктә ятҡандарҙы аяҡҡа баҫтырыусылар хаҡында һирәк ишетәбеҙ. Һүҙҙе шунан – кешенең “олоно”нан башлайыҡ әле.
– Умыртҡа һөйәгенең организм­дағы әһәмиәте хаҡында һөйләп тораһы түгел. Шул уҡ ваҡытта бихисап ауырыу ошо “стерженыбыҙ”ға бәйле. Был сирҙәр һалҡын тейеү түгел. Улар кешенең хәрәкәт итеүенә, аңына барып тоташа. Әйткәндәй, ауырыуҙар бала саҡтан да килә, йәшәү дәүерендә лә “эйәләшергә” мөмкин. Тыумыштан сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу ауырыраҡ, бигерәк тә баланы ваҡытында алып килмәһәләр. Умыртҡа һөйәгенә бәйле сирҙәр бихисап һәм хәүефле: бер генә быуындың саҡ ҡына ситкә тайпылыуынан да кешенең ғүмерлеккә аяҡтан йығылыуы ихтимал.
Тәү ҡарашҡа сәбәбе бөтөнләй башҡала кеүек күренгән сирҙәр нәҡ умыртҡа һөйәгенең быуыны сығыуға ҡайтып ҡала. Улар араһында диабет, цистит, простатит, фалиж һуғыу, күреү һәләтенең насарайыуы һ.б. бар. Хатта түлһеҙлек тә һөйәктәргә (янбаш һөйәге) бәйле. Иң мөһиме – был сирҙәрҙе (диабет тыумыштан булмағанда) дауалап була.
– Һөйәкте нисек тояһығыҙ?
– Ҡул менән һыпырған саҡта ниндәй һөйәктең дөрөҫ урын­лашмағаны (ултырмағаны) тойолоп тора. Быға, әлбиттә, һәләт кәрәк. Бәләкәй саҡтан уҡ быуын ултырта торғайным. Тәү тапҡыр быға 6-сы класта уҡығанда йөрьәт иттем. Башта шулай ҙа кешегә ҡағылырға баҙнатһыҙландым, эт-бесәй, хатта башмаҡтар булды пациенттарым. Хәйер, аҙаҡ та кешегә яҡын бармаҫ инем әле, әгәр бер осраҡ килеп сыҡмаһа…
– Ниндәй?
– Аҙна-ун көн самаһы йоҡлай алмай аҙапландым. Көн дә ап-аҡтан кейенгән ап-аҡ һаҡаллы бер бабай төшкә инә бит. Һөйәктәр (айырыуса умыртҡа һөйәге), уларҙың ниндәй сирҙәргә бәйлелеге хаҡында һөйләй, быуындарҙы тойоу серҙәрен өйрәтә… Иң мөһиме, һәр һүҙҙе иҫтә ҡалдыра барам.
Башта әллә иҫәрләнәмме икән тип ҡурҡып та бөттөм. Йоҡламаҫ өсөн төн буйы йөрөп сыҡҡан мәлдәр ҙә булды, әммә иртәгәһенә барыбер ял итергә кәрәк бит. Аҙаҡ ул юғалды, тик күп нәмәләргә “асҡыс” ҡалдырҙы.
Бер мәл ҡыҙым мәктәптән билен ауырттырып ҡайтҡан. Ипләп кенә арҡаһын һыпырып ҡараным – умыртҡа һөйәгендә быуыны сыҡҡан. Уны ултыртҡайным – саҡ һөйрәлеп ҡайтҡан ҡыҙым йүгерҙе лә китте. Бала уйнай, мин уйға батҡанмын: ул быуынды бер һыпырыуҙа нисек тойҙом һуң мин?! Шул саҡ теге төштәрҙең асылына төшөндөм шикелле.
– Был күренеш, бәлки, медици­наның иң юғары нөктәһелер?
– Боронғолар һөйләүенсә, элек халыҡ араһында хәтәрерәк хәлдәр булған. Шундай табиптар йәшәгән, ҡулдары менән бер һыпырып үтеүҙә һөйәктәр, имеш, шытырҙап үҙ урынына ултырған. Мөғжизәме был, медицинаның юғары нөктәһеме – әйтеүе ҡыйын. Иң мөһиме – ниндәй шәхестәре булған бит халҡыбыҙҙың! Рухы менән бер рәттән медицинаһы ла көслө булған башҡорттоң. Унан йәшәү мәғәнәһенең серен дә табырға була. Тик шул көслө медицинабыҙҙы тейешенсә өйрәнеү урынына башҡа халыҡтарҙың алымдарына иҫебеҙ китә.
– Табиптар, медицина белгес­тәре һәләтегеҙгә, шөғөлөгөҙгә нисек ҡарай?
– Мөрәжәғәт итеүселәр араһында дәрәжәле профессорҙар ҙа осрай. Хәйер, мин бит ҡулһыҙ кешегә ҡул үҫтерәм тип вәғәҙәләмәйем. Бары тик рентген күрә алмаған, табиптар төшөнмәгән һөйәктәге үҙгәрештәрҙе тоям ғына.

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.




Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә